Фестивалдең программаһы үҙ эсенә төрлө йүнәлештәге күп һанлы сараларҙы берләштерә һәм дүрт блоктан тора.
Беренсе блок – йылҡы ите һәм ҡымыҙ етештереүсе ауыл хужалығы ойошмаларының күргәҙмә-йәрминкәһе. Йәрминкәгә «Хәләл» стандарты буйынса эшләгән Башҡортостан етештереүселәре саҡырыла.
Фестиваль ҡунаҡтары һәм тамашасылар араһында «Оҫталар ҡалаһы» халыҡ ижады һәм кәсептәре күргәҙмәһе айырыуса популяр. Бында республика һәм күрше төбәк оҫталарының үҙенсәлекле ҡул эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмәлә ат биҙәүестәре конкурсында ҡатнашыусы оҫталарҙың эштәре менән дә танышырға мөмкин.
Эшлекле программа сиктәрендә 15 августа «Евразияның абориген йылҡы тоҡомдарын һаҡлау һәм үрсетеү» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы, «Ат спортында башҡорт атын ҡулланыу: яңы үҫеш этабы» семинары, «Ирәндек» туристик-рекреация кластерының мастер-планын әҙерләү һәм Урал аръяғында туризмды үҫтереү буйынса осрашыу уҙғарыу планлаштырылған.
Фестивалдең икенсе көнөндә республиканың йылҡы тотоусылары менән осрашыу ҡаралған. Был сара тәүгә ойошторола, унда Башҡортостанда йылҡысылыҡты үҫтереү, тоҡомсолоҡ эше, йылҡы итен эшкәртеү һәм ҡымыҙ етештереүҙе ойоштороу, фермерҙарға ошо йүнәлештәрҙә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ойошма активистарының түңәрәк өҫтәлен уҙғара.
Ижади блокта республиканың үҙешмәкәр коллективтары һәм сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша һәм концерт программаһы, интерактив этнографик майҙансыҡтар, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары күргәҙмәләре ойошторола. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры фестиваль өсөн махсус интерактив спектакль әҙерләгән.
Тамашасыларҙа һәм ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан спорт сараларының һаны быйыл тағы ла арттырыла. Улар араһында милли көрәш, мас-рестлинг, самбо буйынса республика, арҡан тартышыу буйынса төбәк-ара турнирҙар бар. Иң популяр ярыштар исемлегендә – «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, «Ирәндек мәргәне» йәйәү һәм һыбай традицион уҡ атыу асыҡ республика турниры, Эльбрус Ниғмәтуллин командаһы ойошторған «Урал батыр» халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры. Шулай уҡ быйыл ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн майҙансыҡ булдырыла.
Ат спорты ярыштары программаһында традицион «Тай-тулаҡ», «Ауҙарыш», «Ашаҡ» ярыштары тәҡдим ителә. Бынан тыш, 6 төр ат сабышы планлаштырыла. Алдағы йылдарҙағы кеүек үк, төп бүләк – автомобиль.
Азат Бадранов үткән йылдарҙа фестивалдә ҡатнашыусы һыбайлыларҙы берләштергән ат парадының сағыу ваҡиға булыуын билдәләне һәм был традицияны быйыл да дауам итергә ниәтләүҙәрен белдерҙе. «Ат парады ваҡытында иң яҡшы атлы ғәскәр (команда)» конкурсына ғаризалар 13 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәт менән фестиваль сайтында танышырға мөмкин: https://bashkort-aty.ru.
Фестивалгә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Ғәрәп Әмирлектәре вәкилдәре килеүе, дөйөм алғанда 10 меңдән ашыу тамашасы көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үҙенең көнүҙәклеген һәм кәрәклеген иҫбатланы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм сараның инфраструктураһын үҫтереүҙең мөһимлеген билдәләне.
– Был фестиваль традицион буласаҡ. Тәүге тапҡыр үткәргәндә был мәсьәләлә шик бар ине, икенсе йылына инде сараның масштабы күренде. Быйыл өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Был ысынлап та сағыу ваҡиға. Байрам ваҡытында сараны артабан үҫтереү мөмкинлектәрен ҡарарбыҙ.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына, фестивалгә пенсия йәшендәгеләр ҙә килә алһын өсөн, «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика проекты программаһына төҙәтмәләр индерергә ҡушты.