АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һөйөнсө! Яңы китабын ҡулына алды!

Яҙыусы, "Атайсал" гәзитенең элекке мөхәррире Рәсүл Байгилдиндың«Дәүерҙәр һәм яҙмыштар» тип исемләнгән яңы китабы сыҡты.

Һөйөнсө! Яңы китабын ҡулына алды!
Һөйөнсө! Яңы китабын ҡулына алды!



"Рәсүл Байгилдин ижад донъяһына урау-урау юлдар аша килә. Әҙип 1962 йылдың 17 ғинуарында Йылайыр районының Матрай ауылында тыуа. Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң әрме хеҙмәтен үтә, шунан һуң Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы геология-разведкалау техникумында уҡый. Уҡыған осорҙа Якутияла практика үтһә, һуңынан алған һөнәре буйынса эшләргә Чукоткаға юллана. Артабан Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙағы төҙөлөштә ташсы, Баймаҡ районы гәзитендә хәбәрсе, Сибайҙа сыҡҡан "Атайсал" гәзитендә баш мөхәррир, Сибай ҡалаһы хакимиәтендә бүлек мөдире булып хеҙмәт итә. Бөгөн эшләгән урыны - "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Ике китап авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы.

Күп һанлы хикәйәләре, повестары менән танышҡандан һуң Рәсүлдең тик үҙенә генә хас сифатын билдәләр инем: ул да булһа, яҙыр материалының, фараздарға ҡоролмайынса, аныҡ, үҙ тәжрибәһе аша һыналған булыуы, уйҙырмаларға ҡоролмауы, икенсеһе - тел-стиль маһирлығы. Күрәһең, донъялар ҙур үҙгәреш кисергән үткән быуаттың 80-се йылдарының аҙағынан алып бөгөнгә тиклем ижадсының йәшәйешебеҙҙең башҡа тармаҡтарында хеҙмәт итеп, асылда, халыҡ араһында булыуы, донъя гиҙеүе, тормоштоң үҙәгендә ҡайнауы ошо рәүешле ижадында сағылыш табалыр", -- тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыусы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.


Автор:Гульдар Кадаева