АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Француз яулыҡ кәштәлә

Француз яулыҡты, ҡашмау кейгән кеүек үк, кейәүгә сыҡҡан йәш кәләш ябынған. Килен (йәки кейәү) күренеше итеп, ҡоҙалар яғына француз яулыҡ өләшеү - был иһә килендең (йәки кейәүҙең) етеш йәшәгән, болло (бол - байлыҡ) ғаиләнән икәнде күрһәткән.Француз яулыҡтың башҡорттарҙың көнкүрешенә, тормошона үтеп инеүе, таралыуы халҡыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында 20 атлы полк менән ҡатнашыуы, 1813/14 йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә барған походтарҙа хәрәкәт итеүе, сигенгән француз ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп, тар - март итеүгә тос өлөш индереүе, Парижғаса етеп, еңеүсе булып ҡайтыу ваҡиғаларына туранан тура бәйле.

Француз яулыҡ кәштәлә
Француз яулыҡ кәштәлә

Башҡорт ҡатын - ҡыҙҙарының милли кейемен француз яулыҡһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын. Француз яулыҡ, француз ҡушъулыҡ беҙҙең милли кейембеҙҙең айырып алғыһыҙ бер матур, сағыу өлөшө. Сәскәлекәй генә, биҙәкәй генә, ҙур ғына ҡыҙыл ситса яулыҡ һиндә бар икән - һин үҙең дә ҡыҙыл байһың, сөнки яулыҡ үҙе үк оло мәртәбәгә эйә.
Француз яулыҡты, ҡашмау кейгән кеүек үк, кейәүгә сыҡҡан йәш кәләш ябынған. Килен (йәки кейәү) күренеше итеп, ҡоҙалар яғына француз яулыҡ өләшеү - был иһә килендең (йәки кейәүҙең) етеш йәшәгән, болло (бол - байлыҡ) ғаиләнән икәнде күрһәткән.
Француз яулыҡтың башҡорттарҙың көнкүрешенә, тормошона үтеп инеүе, таралыуы халҡыбыҙҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында 20 атлы полк менән ҡатнашыуы, 1813/14 йылдарҙа Рәсәйҙән ситтә барған походтарҙа хәрәкәт итеүе, сигенгән француз ғәскәрҙәрен эҙәрлекләп, тар - март итеүгә тос өлөш индереүе, Парижғаса етеп, еңеүсе булып ҡайтыу ваҡиғаларына туранан тура бәйле.
Башҡорт ҡатын - ҡыҙы өсөн иң ҡәҙерле бүләк - ул яулыҡ йәки сәсәкле шәл. Ә француз яуынан яугир башҡорт ошондай бүләк алып ҡайтһын әле! Бығаса башҡорт илендә бындай яулыҡтар булһа ла, һирәк осрағандыр. ФРАНЦУЗ ЯУЫ булған яҡтарҙан килгән яулыҡ та, әлбиттә, ФРАНЦУЗ ЯУЛЫҠ, тип атала башлауы, моғайын, тәбиғилер. Бының бер ғәжәбе лә юҡтыр. Һиндостандың Кашмир ҡалаһынан килтерелгән кешимер (кизе) шәлддәр, яулыҡтар, Италияның Болонья ҡалаһында сығарылған туҡыманан тегелгә болонья плащ - курткалар бер ниндәй һорау тыуҙырмай. Ә француз яулыҡтың тарихына яуап улай өҫтә генә ятмайҙыр,
төптә, алыҫ тарихталыр.

Беҙ бала саҡта инәйҙәрҙең һәр береһендә тиерлек боронғо француз яулыҡ була торғайны, тик үҙҙәре шул тиклем ҡәҙерләгән яулыутарының ни өсөн француз яулыҡ тип атала икәнде аңлата алмайҙар ине.
"Француз яулыҡ биҙәкәй
Ябынмайы, инәкәй,"- тип, улар ҙа ата йортонан киткәндә сеңләп алғандыр, бәлки. Кем белә... Үҙемсәләп өҫтәп әйткем килеп китте хатта. Ҡәйенһеңлемде ҡайны йортона оҙатҡанда, ошолай һамаҡлар инек микән?
Ҡыҙ:
Француз яулыҡ биҙәкәй,
Ябынмайым, еңгәкәй.
Атам йортонан китәм бит,
Нисек түҙер йөрәккәй?. Ә-әй, Э-эй...
Еңгә:
Француз яулыҡ ала биҙәк,
Ябынырһың, балаҡай.
Бер беҙҙән генә ҡалмаған,
Һағынырһың, иларһың да,
Өйрәнерһең, балаҡай... Ә-әй...Э-эй...

Яҙып ябыналар ине инәйҙәр "һырансуз" яулыҡтарын. Яулыҡ ҙур, уны урталай бөкләп ябыныуы яйһыҙыраҡ - баштан артып ҡала. Йәтешерәк кәүҙәле, ҡураныс инәйҙәрҙең арҡаһын, яурындарын тотошлай яба яулыҡ. Ике яурын аша алға тартып ҡуялар. Арт яҡтан күлдәк итәктәренең осона ҡәҙәр етә яҙа хатта. Ысынлап та, үҙе бер кейем һымаҡ шул - үҙе матур, үҙе йылы, үҙе кәрәк.
Был ҡәҙерле яулыҡтарҙың урыны йә һандыҡта, йә кәштәлә ине. Ҡағып - һелкеп, дүрткә бишкә бөкләп, һалып ҡуялар. Ә байрам көндәрендә уны урҙаға эләләр. Ҡунаҡтан ҡайтҡас, тағы урҙаға элеп торалар. Ул ҡомартҡы, ул монаят, ул аманат. Әсәйҙән ҡыҙына, ҡыҙынан ейәнсәргә, ейәнсәрҙән бүләсәргә был ҡәҙерле мираҫ тапшырылып килә.

Француз яулыҡ тураһында йырҙар йырлана, бейеүҙәр һалына. Эре - эре аҡ сәскәле йә ҡусҡар биҙәкле ҡыҙыл яулыҡ бәхет, тоғролоҡ , мөхәббәт символы кеүек ул.
- Йәшермәсе йөҙөңдө, һылыуым,
Француз яулығыңды ас.
Ҡурайлы - йырлы был бейеүҙе барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Һөйгән ҡыҙына яуҙан француз яулыҡ алып ҡайтҡан мәргән уҡсы, батыр егет Харис тураһында матур рийәүәт* бар. Ҡыҫҡасаһы ошолай:(Түбәндәге аудиояҙмала тулы варианты бар.)
...Француз яуы ҡупҡас, Харис та яуға әҙерләнә башлай. Эйәр - өпсөнө, башҡа кәрәк - яраҡтары менән атын әҙерләй, янын, уҡ -һаҙаҡтарын ала. Ирәмәлтауға барып, ата - бабалар рухынан ризалыҡ ала.
Һөйгән ҡыҙы Нәйлә Харисҡа былай ти:
- Һин яныңдың керешенә минең толомомдан алып, сәсемде ҡушып иш. Уҡтарын төҙ осор, ә мин һәр саҡ яныда булырмын, һине һаҡлап, ҡурсалап йөрөрмөн.
Лейпциг**яныдағы алышта Харис француздарҙың ғәскәр байрағын ҡулға төшөрә. Шул ҡыҙыл байраҡты Харис, дошмандарҙы тар - мар иткәс, Нәйләгә бүләк итеп алып ҡайта.
- Ана, күрәһеңме, хатта исемеңдең хәрефе сигеп ҡуйылған, -ти. Ысынлап та, бүләктең мөйөшөнә "N" (Наполеон) хәрефе бар, икән.Тик был француз императорына һис тә ҡағылмай Йәғни, "N" икән, тимәк - Нәйләгә!
Тағы бер фараз буйынса, француз яулыҡ атлыларҙың ауыҙ - моронон ябыр өсөн ҡулланылған яулыҡтан барлыҡҡа килгән. Оҙайлы походтарҙа, алыш - бәрелештәр мәлендә меңдәрсә ат тояҡтары ҡалҡытҡан саң - туҙан танауға, ауыҙға тулмаһын өсөн, атлылар ярты биттәренә яулыҡ бәйләгән. Күҙҙәрҙе, һыбаҡшып аҡҡан тирҙәрҙе һөртөп алырға ла кәрәк булып торғандыр яулыҡтар. Тик был моронһаларҙы бүләк рәүешендә күпләп алып ҡайтыу шик аҫтына ҡуйыла. Был да дөрөҫтөр. Улар, беренсенән, бәләкәй. Ысын француз яулыҡтарының иңе - буйы - берәр метр тирәһе. Йәғни, аршин(71, 12см) ярымдай. Икенсенән, улар биҙәкәй генә ҡыҙыл булмағандыр ҙа әле.

Француз яулыҡтың тарихы тураһында журналист, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова бына нисек яҙа:
- Ә тарих ысынында ошолай була.
Француз яуынан ҡайтып барған ғәскәр юлда ошо ҡыҙыл яулыҡ материалын тейәп китеп барған ғәрәп каруанына осрай. Каруан хужалары һәм һаҡсылары оло ғәскәр яҡынлашыуын аңғарып, мал - тауарын (төк - төк тауарҙарын. Өҫтәү - минән) ташлап ҡаса.Яугирҙар был табышҡа мас булалар. КЕм күпме теләй, шул хәтлемде ала. Бына һиңә бүләк - яулыҡҡа ла,
күлдәккә лә! Бөтөн ғәскәр иленә ошо ҡыҙыл тауар менән ҡайтып төшә. Һәм трофей халыҡ хәтеренә һырансуз яулыҡ, һырансуз күлдәк булып уйылып ҡала..
Аҙаҡ был тауарҙар сауҙа юлдары аша ла килеп етә. (Миләүшә Ҡаһарманова)

Килеп етеүен дә етә, теге трофей яулыҡтың исемен дә тулыһынса үҙенеке итә.
Француз яулыҡ бөтә, тиҙәр,
Һатып алып ҡалайыҡ.
Был ғүмерҙе үтә, тиҙәр,
Уйнап - көлөп ҡалайыҡ. (Халыҡ йырынан)

Таңһылыу Вәлиева.
26.03.24.
Байым.
*Түбәндә риүәйәттең аудиояҙмаһын ҡуйҙым.

фото
** Силәбенән һәүәҫкәр рәссам Михаил Вороновтың "Битва под Лейпцигом"картинаһы. Акварель. "Сказ о лучнике Харисе" аудиояҙмаһы өсөн иллюстрация итеп тә файҙаланған.

Француз яулыҡ кәштәлә
Француз яулыҡ кәштәлә
Автор:Гульдар Кадаева