Тел генәм-бер генәм
Ниңә бөгөнгө башҡорт йәштәре үҙ телдәренән ояла һәм үҙ-ара һөйләшкәндә йәки яҙышҡанда тиҙ генә урыҫ теленә күсә һалып бара? Сөнки урыҫ теленең дә, инглиз теленең дә абруйы бар, ул телдәрҙә һөйләшеү "үҫешкәнлек", "алдынғылыҡ", "заман менән бергә атлау" күрһәткесе булып тора. Оялдырмай, киреһенсә — ғорурландыра. Башҡорт теленең абруйы иһә ҡурай-бейеү кимәлендә тороп ҡалды, шуға "алдынғы ҡарашлы" йәштәрҙең һәм ата-әсәләрҙең башҡорт теленә иҫкелек, ҡомартҡы кеүек ҡарауы тәбиғи кеүек тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Ул ғына түгел, башҡорт хәрәкәттәрендә йөрөгән башҡорт йәштәре, башҡорт киң мәғлүмәт сараларында эшләгән башҡорт зыялылары, хатта башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары ла "Бәйләнештә" йә Телеграм-фәләндәрҙә үҙҙәренең каналдарын, төркөмдәрен йыш ҡына урыҫ телендә алып бара, яҙмаларға фекерҙәрен дә урыҫ телендә ҡалдыра һәм башҡаһы. Башҡорт теленең абруйы шундай күренештәрҙә асыҡ сағылған. Башҡорт теленең тере ҡалыуы өсөн көрәшергә тейешле кешеләр үҙҙәре урыҫ телендә сығыш яһауҙы өҫтөнөрәк, файҙалыраҡ күргәс, ябай халыҡтан нимә көтәһе, нимә өмөт итәһе?..
Мәҫәлән, кисә күргәндәрҙән: бер фото аҫтында башҡорт яҙыусы һәм шағирҙары үҙ-ара тас та тос урыҫса яҙышалар ине. Унан алда иғтибар иткәндән: халыҡ шағиры Т. Ғ. үҙ сәхифәһендә ҡайһы бер уйланыуҙарын урыҫса яҙып бара. Бөгөн күргәндәрҙән: башҡорт хәрәкәте етәксеһе Р. Ғ. үҙ каналын урыҫ телендә алып бара икән. Һәм ошондай миҫалдар көн һайын! Нимә өсөн, кем өсөн, ҡайҙан килә был нәмәләр? Яуап ана шул рухта һәм абруйҙа. Һәм бит шулай дауам итеп китеп тик барасаҡ. Әгәр урыҫ теле аралашыу һәм фекерләү теле икән, алдынғы башҡорт йәштәре лә, күренекле шәхестәр ҙә был яҡтан бөтәһенә лә "өлгө" күрһәтә икән, беҙ нимә теләйбеҙ, ябай халыҡтан, ябай йәштәрҙән нимә талап итәбеҙ?
Ниндәй ҙә булһа берәй фекереңде урыҫтар ҙа аңлауын теләһәң, аҫтына ҡыҫҡаса ғына булһа ла урыҫса тәржемәһен дә өҫтә, һүҙ юҡ. Әммә бөтә мәтенде урыҫса яҙып, иң аҙағында ғына: "Башҡорттар, алға!" — тип мыҫҡыл иткән һымаҡ өҫтәп ҡуйыуҙан ни мәғәнә? Беҙ урыҫса аралашһаҡ та, яҙышһаҡ та, уйлашһаҡ та, башҡортса ла ҡысҡырып ебәрергә онотмағанбыҙ ул, тип әйтергә теләгәндәнме? Ҡайһы ваҡыт Хәмитовтарҙың, Хәбировтарҙың, йә бүтән берәй ағута-һанаттарҙың бөтә телмәрҙе урыҫса алып барып, иң башында "Һаумыһығыҙ" һәм иң аҙағында "Рәхмәт" тип әйтеүе көлдөртә лә, асыуландыра ла торғайны. Әммә, иғтибар итһәм, беҙҙең рухлы башҡорт егеттәре лә телмәрҙәрен шулай алып бара икән...
Үрҙә исемдәре телгә алынғандарға шәхсән бер асыуым да юҡ, дөйөм күренешкә үҙ өлөштәрен һалғанға ғына иҫкә алдым, миҫал рәүешендә. Әлбиттә, кемдеңдер урыҫса һөйләшеүе мәжбүрилер, бәлки. Ҡайһы бер осраҡтарға, бәлки, күҙ йоморға кәрәктер (ул шәхестәрҙең бүтән яҡтан ҙур файҙа килтереүен иҫәпкә алып). Әммә, нимә генә тимә, дөйөм хәл шулай күңелһеҙерәк төҫтә ҡала бирә — бөтәһе лә тиерлек урыҫса аралаша һәм яҙыша. "Башҡортса һөйләшеүҙән оялмайыҡ", "бөтә ерҙә башҡортса һөйләшәйек", "башҡортса һөйләшеү модала булһын" тигән кеүек оран-шиғарҙар күберәк шул оран-шиғарҙарҙан ары китмәй.
Эйе, беҙҙең, мосолмандарҙың, бүтән ҡайғылары ла бик күп. Халыҡҡа иман һәм ғибәҙәт яғын аңлатаһы, өйрәтәһе эштәр көтә, өлгөрөп кенә өлгөр. Бөтә был яҙғандар иһә эстә ҡайнаған уйҙарға ирек биреү йәһәтенән яҙылды. Кемдер менән булышып ултырырға теләгәндән түгел. Әммә киләсәктә хәл, бәлки, яҡшырыр, тигән өмөттәр менән дә яҙам, әлбиттә. Тамсы таш тишә, осҡондан ялҡын ҡабына, ә бер кешенең фекеренән ҡай саҡ халыҡ фекере барлыҡҡа килә.
© t.me/dinigilem