Бөтә яңылыҡтар

Ҡылғандарыбыҙ бары изгелек

Сибай ҡалаһында йәшәүсе һуғыш осоро балалары ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Быйыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерҙек. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында маскировклау селтәре үреүгә ололар ихлас йөрөнөк. Яралы һалдаттарға йылы әйберҙәр кәрәклеген белеү менән ирле-ҡатынлы Сударевтар, З.П.Долганова, Г.С.Сирғәлина, Н.И.Карпова посылкалар туплап һалды. Фәниә Хәмитова, педагогик хеҙмәт ветераны, ҡаланың “Һуғыш осоро

Ҡылғандарыбыҙ бары изгелек
Ҡылғандарыбыҙ бары изгелек

Сибай ҡалаһында 2022 йылдан “Һуғыш осоро балаһы” йәмәғәт ойошмаһы эшләп килә. Ауыр һуғыш йылдары осоро балаларын берләштергән йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров инициативаһы менән булдырылды.

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Йәш быуында хәрби-патриотик тәрбиәләү маҡсатында һуғыш михнәттәре хаҡында һөйләргә осрашыуҙарға хәҙер һуғыш осоро балалары йөрөйбөҙ. Сибай ҡалаһының ветерандар советы республика үҙәге етәксеһе Р.Ғ.Хәйҙәров менән осрашып, урында “Һуғыш осоро балалары” йәмғиәте төҙөлдө. Уның составына С.М.Байназарова, Г.С.Сирғәлина, Н.Ғ.Юнысова һәм мин индек.

Оҙаҡ йылдар дауамында оло йәштәгеләр “Һуғыш осоро балаһы” статусы ала алмай аҙапланды. Рәсәй Федерацияһы буйынса тейешле закон әле һаман да ҡабул ителмәгән. Рәсәйҙең 89 субъектының 43 төбәгендә генә “Һуғыш осоро балаһы” законы ғәмәлдә, шул иҫәптән 2021 йылдың 29 мартында Башҡортостан Республикаһында ла закон ҡабул ителде.

Йәмәғәт ойошмаһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып “Һуғыш осоро балалары” категорияһына ҡараған оло йәштәгеләрҙе социаль яҡлау, өлкән быуын вәкилдәренең йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләү иҫәпләнә. Ойошма ҡаланың мәғариф, халыҡты социаль яҡлау идаралыҡтары, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, “Сибайский рабочий” гәзите менән берлектә эшләү планын ҡабул иттек.

Ойошма эшләй башлағас та ҡалала “Һуғыш осоро балалары-Еңеү балалары” акцияһы иғлан ителде. Һуғыш осоро балалары аслыҡ, яланғаслыҡ, емереклекте кескәй генә килеш үҙ иңендә татыған быуын. Күптәре 12-13 йәштән эшләй башлаған: һуғыш емереклектәрен тергеҙгән, колхоз-совхоздарҙа эшләгән, завод-фабрикаларҙа тир түккән.

Депутат Денис Андреевич һәр башланғысыбыҙҙы хуплап, даими ярҙам итеп тора. “Һуғыш осоро балалары-Еңеү балалары” акцияһы сиктәрендә 2022 йылдан алып 80,85,90, 95 йәштәрен билдәләүсе һуғыш осоро балаларын оло юбилейҙары менән ҡотлайбыҙ. Юбилярҙарҙы ҡотлау тантаналары мәктәптәрҙә, махсус урта уҡыу йорттарында, Сибай инститиутында, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында, өҫтәмә белем биреү мәктәптәрендә  ойошторола.  Дөйөм алғанда акция башланғандан алып 900-ҙән ашыу оло кешегә иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шуларҙың 400-өн өйҙәренә барып ҡотланыҡ.

Мәктәп уҡыусылары оло йәштәгеләргә тимур ярҙамы күрһәтә.

Һуғыш осоро балалары ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Быйыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға тос өлөш индерҙек. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында маскировклау селтәре үреүгә ололар ихлас йөрөнөк. Яралы һалдаттарға йылы әйберҙәр кәрәклеген белеү менән ирле-ҡатынлы Сударевтар, З.П.Долганова, Г.С.Сирғәлина, Н.И.Карпова посылкалар туплап һалды.

Фәниә Хәмитова, педагогик хеҙмәт ветераны, ҡаланың “Һуғыш осоро балалары” йәмғиәте рәйесе.

Ҡылғандарыбыҙ бары изгелек
Ҡылғандарыбыҙ бары изгелек
Автор:Гульдар Кадаева