Бөтә яңылыҡтар

Изге ғәмәл--ярты дәүләт

Йыл башында “Атайсал” гәзите Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров ярҙамы һәм ҡурсаулығында “Минең Атайсалым” конкурсы иғлан иткәйне. Уның төп маҡсаты—тыуған төйәгебеҙ өсөн изге ғәмәл башҡарыусыларҙы асыҡлау, баһалау һәм башҡаларға үрнәк итеү ҡуйыу ине.

Изге ғәмәл--ярты дәүләт
Изге ғәмәл--ярты дәүләт

Йыл дауамында редакциябыҙға 20-гә яҡын мәҡәлә килде. Әлбиттә, был һан күберәк булырға тейеш ине. Сөнки беҙҙең арала тыуған ауылы, йәшәгән ҡалаһы өсөн изге эш башҡарыусылар бихисап. Әммә улар дан өсөн түгел, сауап өсөн эшләп өйрәнгән. Шуғалыр ҙа конкурста ҡатнашмай, шым ҡалыуҙы хуп күргәндәрҙер. Ләкин беҙ, журналистар һәм йәмәғәт хәбәрселәре, уларҙың яҡшы ғәмәленә күҙ йома алмайбыҙ. Уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйыу, башланғыстарын хуплау һәм дәртләндереү маҡсатында конкурсҡа йәлеп иттек, изге эштәре хаҡында һөйләнек. Мәсет һалыусылар һәм ремонтлаусылар, ауыл юлдарын төҙөкләндереүселәр, махсус хәрби операцияға ылау ебәреүселәр, шишмә-йылға янын таҙартыусылар, ҡоҙоҡ яндарын тәртипкә килтереп, кәртәләп алыусылар, ағас ултыртыусылар, ат үрсетеп, халыҡҡа эш булдырып, һәр сарала бағыусы булыусылар, спорт һәм балалар майҙансығы эшләүселәр, музей асыусылар—мәҡәләләребеҙҙең төп геройҙары булды. Кемдер изге эште ауылдаштары менән башҡарһа, кемдер ғаиләһе менән генә атҡарып сыҡҡан.

Эштәрҙе Сибай типографияһы директоры Б.К.Абдрафиҡов етәкселегендәге жюри баһаланы. Әлбиттә, изге эштең береһе яҡшы, икенсеһе насар тип әйтеп булмай. Барыһы ла атайсалыбыҙ—ғәзиз төйәгебеҙ өсөн мөһим һәм кәрәк. Шулай ҙа тәүге өс урынды билдәләү зарур ине. Эштең күләме, көнүҙәк булыуы, ниндәй көс менән башҡарылыуы иғтибарға алынды. Шулай итеп, тәүге урын Баймаҡ районы Ярат ауылы әүҙемсеһе, мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаеваға бирелде. Ул мәхсус хәрби операцияла булыусы уҡыусыһы, ауылдашы үтенесе менән селтәр үреү эшен өйрәнә һәм ойоштора. Тәүҙә Яратта һәм күрше ауылдарҙа эшләһәләр, аҙаҡ был тәжрибәһен бөтә районға тарата башлай. Улар тарафынан бик күп маскировка селтәрҙәре үрелгән. “Беҙҙең селтәрҙәр егеттәрҙең ғүмерен һаҡлап алыуға булышлыҡ итһә, беҙ шат булыр инек”,--ти ул. Миләүшә Юлдашбаеваның изге ғәмәле хаҡында гәзитебеҙҙең 43-сө һанында “Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?” мәҡәләһе донъя күргәйне.

Икенсе урынға Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан Ғәлимйән Усманов сыҡты. Ул ауылындағы Алсынбай тауы итәген кәртәләп, ҡыйҙан таҙартып, унда һәр төрлө ағастар ултыртҡан. Бығаса бында муйыл, алмағас, ҡарағат, энәлек үҫһә, киләсәктә миләш, балан һәм башҡа ағас-ҡыуаҡтар йәм өҫтөнә йәм бирер, тип ышана улар. Әйткәндәй, Ғәлимйән Зариф улы был изге ғәмәлде үҙенең ҡатыны һәм балалары менән генә башлап ебәргән. Ә көҙгөһөн битараф булмаған ауылдаштары ҡушылып, ҡарағай ултыртҡан. Тимәк, башлаусы булһа, эйәреүсе табыла. Усмановтар хаҡында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең 27-се һанында уҡығанһығыҙҙыр, моғайын.

Өсөнсө урынға “Атайсал”дың 32-се һанында донъя күргән “Шишмәне кәртәләнек” мәҡәләһенең авторы һәм геройы Юлдыбай Аслаев лайыҡ булды. Юлдыбай Закир улы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ауылы өсөн бик күп изге эштәр башҡарған кеше. Быйыл ул 2-3 ҡорҙашы менән Хәйбулла районы Әбделнәсир ауылындағы шишмәне таҙалап, кәртәләп ҡуйған.

Авторҙарҙан иһә “Атайсал” гәзитенең ике корреспонденты Резеда Вәлиева, Гөлдәр Ҡадаева, йәмәғәт хәбәрселәренән—Йылайыр районы Йомағужа мәктәбе уҡытыусыһы Зөлфирә Таһирова, Баймаҡ районы Сосновка ауылынан Фәриҙә Исмәғилева, Сибай ҡалаһынан мәғариф ветераны Фәниә Хәмитоваларҙың эштәре иң яҡшылары тип табылды.

Еңеүселәрҙең барыһын да Сибай ҡалаһының ЗАГС бинаһында тантаналы рәүештә бүләкләнеләр. Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, Сибай сәнғәт колледжы студенты Буранбай Исҡужин йыр һәм ҡурай моңдары менән биҙәне. Еңеүселәргә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров ярҙамсыһы Динара Шәкирова аҡсалата премиялар һәм дипломдар тапшырһа, “Атайсал” гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова сығыш яһап, конкурсанттарҙың эшен хупланы, рәхмәт белдерҙе һәм киләсәктә лә изге ғәмәлдәр башҡарылыуын теләне.

Халҡыбыҙҙа: “Изге эш—ярты дәүләт” тигән әйтем бар. Ысынлап та, тыуған төйәгебеҙ, халҡыбыҙ, уның яҡты киләсәгенә хаҡына башҡарылған яҡшы ғәмәл—үҙе бер оло хазина. Ошо рухи байлығыҙҙан айырылмайыҡ!

 

Һүрәттә: 1-се урын алыусы Миләүшә Юлдашбаева, 2-се урын алыусы Ғәлимйән Усманов, 3-сө урын алыусы Юлдыбай Аслаевтың ҡыҙы Әлфинә Аслаева.

Автор:Резеда Валиева