Бөтә яңылыҡтар

Атайҙан ҡалған ғәмәл

Күгиҙел ауылында йәшәүсе Ғаяз Асылбаев атаһынан ҡалған изге эште дауам итә.

Атайҙан ҡалған ғәмәл
Атайҙан ҡалған ғәмәл

Күгиҙел ауылы—Баймаҡ районының матур ауылдарының береһе. Ирәндек тауы ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған был хозур төбәктә шишмәләр ҙә бер нисәү. Шуларҙың берәүһе—Ғәзиз ҡотоғо. Ул ауыл халҡын да, ситтән килеүсе ҡунаҡтарҙы ла үҙенә йәлеп итә.

 

Ауылдаштарыбыҙ уның һыуын бик ныҡ ярата. Ул Суҡҡарағас һәм Ҡыҙылъяр йылғалары араһында урынлашҡан. Уны “Төпһөҙ ҡоҙоҡ” тип тә йөрөтәләр. Малдар тапап, һыуы бысрана башлағас, шишмәгә яҡын йәшәүсе Ғәзизйән Ибраһим улы Асылбаев уның эргә-тирәһен йүнәтеп, кәртәләп ҡуя.
Йылдар үткәс, әлбиттә, ул туҙа, емерелә. Атаһының изге эшен Ғаяз Ғәзизйән улы үҙ ҡулына алып, уны яңынан
заманса кәртәләп алды.
—Ҡайным мәрхүм 1932 йылғы ине. Ул 1981 йылдарҙа ошо ҡоҙоҡто матурлап ҡуйғайны. Үҙе бынан 16 йыл эле баҡыйлыҡҡа күсте. Уҙған йыл уның изге эшен үҙебеҙ дауам итергә ҡарар иттек. Был идея ҡапыл килеп тыуҙы.
Улыбыҙ Нияз өйләнергә ҡарар иткәс, туйға әҙерләнеп, йолаларҙы барлай башланыҡ. Киленгә ҡайҙа һыу юлын күрһәтергә, тигән уй булманы ла, сөнки ҡайным мәрхүм эшләп киткән ҡоҙоҡ бар. Тик уны тәртипкә килтереү
кәрәк ине. Етмәһә беҙҙең улыбыҙ—ҡайнымдың берҙән-бер ейәне,—ти Ләлә Асылбаева.
Эйе, Асылбаевтар нәҫелен дауам итәсәк Ниязды тәрбиәләүсе Ләлә һәм Ғаяз дөрөҫ уйға килгән. Ата-олатайҙар эшен уландар дауам итмәһә, кем итһен? Шулай итеп, улар Фәниә һәм Ғәзизйән Асылбаевтарҙың ҡалған балаларына, йәғни үҙҙәренең бер туғандарына был изге уйын еткерә.
—Ҡайным менән ҡәйнәм 7 балаға ғүмер биргән. Үкенескә күрә, бер улдары мәрхүм. Шөкөр, 2 улы, 4 ҡыҙы
гөрләтеп йәшәй. Улар ҡоҙоҡто рәтләү идеяһын хупланы, аҡсалата ярҙам күрһәтте. Йәһәтләп материалдар алдыҡ, Ғаяз
ҡоҙоҡто кәртәләп, матурлап та ҡуйҙы. Тирә-яғын таҙаланыҡ. Бындай күркәм ергә, әлбиттә, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙы, киленде алып барыу ҙа күңелле булды,—ти Ләлә апай.
Беҙ, күгиҙелдәр, Асылбаевтарға рәхмәтлебеҙ. Улар үҙҙәренең аталары Ғәзизйән Ибраһим улының исемен мәңгеләштереп, уның рухын ғына шатландырманы, беҙҙе лә ҡыуандырҙы. Бөгөн Ғәзиз ҡоҙоғо—ауылыбыҙ йәме. Йәштәребеҙ уны күреп, белеп үҫә һәм йылға-шишмәләргә һаҡсыл ҡарарға өйрәнә.
Әлиә Дауытбаева, Күгиҙел ауылы китапханасыһы.

Автор: