АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?

--Беҙ бөгөн йылы өйҙәребеҙҙә рәхәтләнеп тәмле ризыҡтар ашап ултырғанда, тегендә ир-егеттәребеҙ, улдарыбыҙ,ҡустыларыбыҙ, ирҙәребеҙ һыуыҡта, ут аҫтында йөрөй. Әгәр мин үргән сетка бер генә егеттең ғүмерен һаҡлап ҡалыуғаярҙам итә икән, тимәк, тырышырға урын бар,--ти Ярат мәктәбе директоры Миләүшә Юлдашбаева.

Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?
Беҙ эшләмәһәк, кем эшләр?

Тыуған яғы, ғәзиз халҡы өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән кешеләр күп булмай. Әммә улар үҙ артынан күптәрҙе эйәртеү һәләтенә эйә. Шундайҙарҙың береһе Баймаҡ районы Ярат ауылында йәшәй. Ул—мәктәп директоры Миләүшә Юлдашбаева.
Миләүшә Азамат ҡыҙын бығаса шәп мәктәп директоры итеп кенә түгел, ә ауылдарҙың үткәне менән ҡыҙыҡһынып китаптар сығарыусы итеп тә, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып, ҡайтмай ҡалыусы батырҙарыбыҙҙы интернет селтәре аша эҙләүсе булараҡ та күҙәтеп барҙыҡ. Эйе, ул тыуған ауылы Сыңғыҙ, килен булып төшкән ауылы Ярат хаҡында йыйынтыҡтар әҙерләне, күптәргә яу яланында ятып ҡалған ата-олатайҙары хаҡында мәғлүмәт табышты. Мәктәп, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының эше күп булыуына ҡарамаҫтан, ул нисек бар ергә өлгөрәлер, әммә был сифатының нигеҙендә илһөйәрлек ятыуы асыҡ мәғлүм. Ысынлап та, тыуған яғын, халҡын ихлас яратҡан, ихтирам иткән,
уның киләсәге өсөн борсолған һәм алдына алған маҡсатҡа өлгәшмәйенсә туҡтай белмәгән кешеләр генә бушлай тәүлек әйләнәһенә лә хеҙмәт итергә ризалыр ул.
Күптән түгел Миләүшә Юлдашбаеваға элекке уҡыусыһы, Ярат ауылы егете, бөгөнгө көндә махсус операцияла водитель-механик, командир вазифаһында хеҙмәт итеүсе Вилдан атлы егет мөрәжәғәт итә. Уның нәҡ Миләүшә Азамат ҡыҙына һүҙ ҡушыуы юҡҡа түгелдер. Өмөттө аҡлай, алдына алғанды ҡуймай торған күркәм сифатын белгәнгә лә
ышаныс белдергәндер.
—Миләүшә апай, беҙгә маскировка селтәрҙәре бик күп кәрәк. Ошо тәңгәлдә эшләгән ойошмалар менән
һөйләшеп ҡараным, улар өлгөрә алмай. Зинһар, эҙләшегеҙ әле,—ти Вилдан.
Үҙенең бер туған ҡустыһы Илшатты яуға оҙатҡан Миләүшә Юлдашбаеваның былай ҙа һыҙланып ҡына, уйланып ҡына йөрөгән сағы була. Уҡыусыһының был мөрәжәғәтен шунда уҡ эләктереп ала:
—Ниңә ул ойошманы эҙләргә? Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ эшләйбеҙ,—тип яуап бирә ул.
Әйткән һүҙ—атҡан уҡ. Миләүшә Азамат ҡыҙы һүҙендә тора торған кеше. Шунда уҡ ауыл хакимиәте башлығы менән бәйләнешкә сығып, үҙенең уйын еткерә һәм төнө менән ауыл чатына, социаль селтәрҙәргә иғландар яҙа һәм аҡса йыйыу эшен башлап ебәрә. Әйткәндәй, ул сәләмәт тормош яҡлы ла. Үҙе бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн телеграмм каналда һәр иртән йога дәресе ойоштора. Ошо клубта шөғөлләнеүсе ҡыҙҙарға ла маскировка селтәре өсөн аҡса йыйыуын хәбәр итә. Улар ҙа йәһәтләп аҡса күсерә башлай. Шулай итеп, барлығы 107 400 һум аҡса йыйыла.
Ә сумма йыйылған арала Миләүшә Юлдашбаева ойоштороу эштәрен хәстәрләй. Бирәм тигән ҡолона—сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй,Миләүшә Азамат ҡыҙының иғланын Межгорье ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Әлфиә Яуғастина күреп ҡала һәм бәйләнешкә сыға. Ул сеткалар өсөн ҡайҙан материал алырға, нисегерәк итеп заказдар эшләргә мөмкин икәнлеген аңлата. Телеграмда чаттарға индерә, тәүге заказды бирергә өйрәтә. Улары килеү менән үҙенең туҡыма ҡырҡа торған станогын алып, Межгорье ҡалаһынан Яратҡа оҫталыҡ дәресе үткәреү өсөн килеп етә. Ул килеүгә Миләүшә Азаматовна изге эшкә ҡушылырға теләүселәрҙе мәктәптең технология кабинетына йыйып та ҡуя. Шулай итеп селтәр ишергә өйрәнәләр, ир-егеттәр станокты байҡап, уны үҙҙәрендә эшләү серҙәренә төшөнә.
—Әлфиә килеүгә селтәрҙе беркетеп ҡуйыу өсөн ҡоролма әҙерләп ҡуйҙыҡ, уны “козел” тип йөрөтәбеҙ. Әлеге селтәрҙе ике төрлө схема менән үрәбеҙ. Был схемалар оборона министрлығы тарафынан төшөрөлгән. Әлфиә үҙе оҫтарған, 4 сәғәттә бер селтәр үрә. Беҙ әлегә яйыраҡ, өйрәнеү өҫтөндәбеҙ. Селтәр өсөн туҡыманың төрлө төҫтәре була. Көҙ өсөн «песок», «пепел», «асфальт», «зрелая пшеница» төҫтәре, ҡыш өсөн—«ҡышҡы камуфляж». Әлфиә килгәндә беҙ арыуыҡ заказды алып ҡуйған инек, ошо көндәрҙә ҡышҡы төҫтәр килеп етәсәк. Киләсәктә оҫтарып алһаҡ,
темп яҡшырыр тибеҙ. Төп эш араһында, бушаған саҡта ғына эшләгәс, әлегә ыратып булмай, әммә тырышабыҙ. Күрше Йәрмөхәмәт, Ғүмәр ауылдарына, Ярат клубына ла станоктар ҡуйырға иҫәп тотабыҙ.
Йәрмөхәмәттәр тәүге көндә үк килеп өйрәнеп, үҙҙәренә сетка һәм туҡыма әҙерләп алып ҡайтты. Унда—Ҡадир
Ишҡыуатов, ә Яратта, Ғүмәрҙә Морат Ишбирҙин «козел» эшләй. Улар икеһе лә мәктәп хеҙмәткәрҙәре.
Был ҡоролмаларҙы эшләү өсөн ағас материалдарҙы ауыл советы депутаты Әкрәм Ғәҙелшин бирҙе,—ти
М.А.Юлдашбаева.
Эшлекле ханым Баймаҡ районының ҡатын-ҡыҙҙар советына ла мөрәжәғәт иткән. Совет рәйесе Гөлшат Рим ҡыҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы оҫталыҡ дәресенә йәлеп итергә һүҙ биргән. Район мәғариф бүлеге начальнигы ла интернет селтәренән Миләүшә Азамат ҡыҙының эшен күреп хуплаған һәм мәктәптәрҙә шундай станоктар ҡуйырға кәрәк тигән уйға килгән. Күптән түгел район башлығы Ф.Ғ.Әминев менән дә осрашырға насип булған.
—Фәнис Ғәбдрәшит улы ошо эшебеҙ тураһында ишеткәндең иртәгәһенә үк Яратҡа килеп етте. Беҙҙең сеткаларҙы ҡарап, миноборонаның сеткалары һымаҡ, тип баһаланы һәм туҡыма ҡырҡа торған станокты эшләтеү өсөн
оҫталар табырға вәғәҙәләне. Ысынлап та, был беҙгә ҙур ярҙам булыр ине. Ҡайсы менән генә меңәрләгән
метр туҡыманы ҡырҡыу мөмкин түгел,—ти М.Юлдашбаева.
Район башлығы Миләүшә Азамат ҡыҙының эшен хуплап, маҡтап, был тәжрибәне бөтә районға таратыу кәрәклеген белдергән. Оҫталыҡ дәрестәре күрһәтергә әҙерләнегеҙ, тип тә өҫтәгән.
—Һәр ваҡыттағыса һинең башланғысыңды хуплаусылар ҙа, аңламаусылар ҙа була. “Ниңә беҙ, ниңә хөкүмәт үҙе эшләмәй?”,—тип һорау биреүселәр ҙә табылды. Әлбиттә, хөкүмәт тә мөмкин булғанды эшләй. Әммә беҙ бөгөн йылы өйҙәребеҙҙә рәхәтләнеп тәмле ризыҡтар ашап ултырғанда, тегендә ир-егеттәребеҙ, улдарыбыҙ, ҡустыларыбыҙ, ирҙәребеҙ һыуыҡта, ут аҫтында йөрөй. Әгәр мин үргән сетка бер генә егеттең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ярҙам итә икән,
тимәк, тырышырға урын бар. Улар беҙҙең өсөн һаулығын да, ғүмерен дә аямай икән, ниңә беҙ бер нисә һумыбыҙҙы, ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө йәлләп низағлашырға тейеш әле?! Был беҙҙең Ватан, бында беҙ йәшәйбеҙ, тыуған ер уртаҡ,
тыныслыҡ һәммәбеҙгә лә берҙәй кәрәк. Мин ошоно аңлайым, шуға маҡсатымдан тайпылмайым һәм барыһын да берләшергә, ярҙам итергә саҡырам,—ти Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева.
Замандашыбыҙға афарин һәм рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Килешәһегеҙҙер?




Аторҙың рөхсәтенән алмайынса, мәҡәләне башҡа сайттарға һәм гәзиттәргә алыу тыйыла.

Автор:Резеда Валиева