Бөтә яңылыҡтар

Моҡастар изге эш башҡара

Быйыл Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында Баймаҡ районының Беренсе Моҡас ауылы халҡы мәсет һала башланы. Иман йортоноң бураһын һатып алырға эшҡыуар Фәнис Кәримов ярҙам итте. Ул бураны ауылға алып килгәнгә ҡәҙәр хәстәрләне. Артабан төҙөлөш эше: бураны күтәреү, ҡыйыҡлау, манара күтәреү, эргә-тирәһен кәртәләү ауылдаштар көсө менән атҡарылды. Изге эштәр башланыу ватсап мессенджерында ауылдаштар чаты булдырылып, унда мөрәжәғәт һалынды. Һәр кем мөмкинлегенә ҡарап аҡса-- саҙаҡа-джәриә күсерҙе. Йыйылған аҡсаға төҙөлөш материалдары һатып алынды.

Моҡастар изге эш башҡара
Моҡастар изге эш башҡара

-Материал алғанда мәсет төҙөүгә тип әйтеүебеҙ була, һатыусы-эшҡыуарҙар ташлама яһарға ынтылып тора. Был да үҙенә күрә сауап. Шулай итеп дөйөм көс менән иман йорто ҡалҡып сыҡты. Мәрхәмәтлеккә ҡушылған ауылдаштарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Туҡтап ҡалмайыҡ, эште башлағас, аҙағына еткерәйек,--тип моҡастарға мөрәжәғәт итә ҡаҙнасы Гүзәл Шәрипова.

Мәсет төҙөүгә ауылдаштарҙың һәр ҡайһыһы тос өлөш индерҙе, кемдер аҡсалата ярҙам итһә, кемдер төҙөлөш эштәрендә булышты. Йәй-бесән мәлендә лә ир-егеттәр дөйөм өмәләрҙән ситтә ҡалманы. Ә ҡатын-ҡыҙҙар эшселәрҙе ашатып, беләктәренә көс-ҡеүәт өҫтәп торҙо.

Тамырҙары ауылыбыҙға бәйле яҡташтар ҙа мәрхәмәтлек сараһынан ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, Сибайҙа йәшәүсе Наил Ҡәйепҡолов үҙ техникаһында килеп мәсеттең эргә-тирәһен кәртәләүгә соҡорҙар ҡаҙҙы.

Дөйөм алғанда моҡастарҙың Фәнис Кәримов башланғысы менән старт алған дөйөм эше маҡтауға һәм хуплауға лайыҡ. Ауылдаштарым тағы бер матур йолаға баш һалды—аятта хәйерҙе бер-береһенә өләшмәй, ә йыйып, иман йорто төҙөлөшөнә тапшыра.

Мәсет халҡыбыҙҙы берләштерер, иман нуры таратыр изге урын булырына шик юҡ. Ауылда әлеге көндә социаль объекттарҙы берләштергән башланғыс мәктәп, медицина пункты, клуб ябыҡ. Исмаһам, мәсет булһа, ауылдаштарым шунда йыйылып, йома намаҙҙары уҡыр, аралашыр, күрешер, йәштәр өйләнешер, дини байрамдар үтер, иншалла.

Ауылдаштарыма, яҡташтарыма тағы шуны әйтәм--саҙаҡа-джәриә биреүҙән туҡтамайыҡ. Мәсетте һалып бөтөргә кәрәк, һеҙҙең ярҙамһыҙ төҙөлөштөң осона сығып булмаясаҡ.

Саҙаҡа-джәриә кешенең үлеменән һуң да уға "хеҙмәт итеп тороусы" саҙаҡа.

Әбү Һүрәйрә (Аллаһ унан риза булһын) һүҙҙәренән риүәйәт ителеүенсә, Мөхәммәт пәйғәмбәр (салләЛлаһү ғәләйһи үә сәлләм) шулай тигән:

"Әҙәм балаһы үлһә, уның ғәмәлдәре туҡтай, әммә ошо өс осраҡтан башҡа: күсеп йөрөүсе саҙаҡа (джәриә саҙаҡаһы), файҙалы ғилем һәм уның өсөн доға ҡылыусы яҡшы бала." (Мөслим хәҙистәр йыйынтығынан, 1631). Саҙаҡа-джәриәнең тиҫтәнән ашыу төрө бар. Шулар араһында: мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашығыҙ йәки ошо эшкә нимәлер сарыф итегеҙ. Шулай уҡ, эштең ярты юлда туҡтап ҡалмай, аҙағына тиклем эшләнеп бөтөүенә булышлыҡ итегеҙ. Тик быны ихлас күңелдән, ғәмәлдәрегеҙгә рийә керетмәй, кешеләр маҡтаһын өсөн түгел, ә Аллаһ ризалығы өсөн тип, дөрөҫ ниәт менән эшләргә онотмағыҙ!” – тиелә.

Әлиә Исмәғилева, Сибай ҡалаһының “Айгөл” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Моҡастар изге эш башҡара
Моҡастар изге эш башҡара
Автор:Гульдар Кадаева