АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ҠАРТАТАЙ ЙОРТО

Тәҙрә баштарын аҡлап йөрөй торғас, ниндәйҙер ҡатырғы ҡағыҙ киҫәге күреп ҡала. Икенсе яҡты аҡлап башлағас, тағы бер нәмә күренгән кеүек. Етеҙ генә аҙымдар менән өй башына менеп, аҡтарып ҡарап, эҙләнә башлай. Шунан ныҡ ҡына төрөлгән төргәк килеп сыға. Тышы тегелгән, ғәрәпсә яҙылған, ҡаты китаптар. Эсен асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен, боронғо Ҡөрьән китабы!

ҠАРТАТАЙ ЙОРТО
ҠАРТАТАЙ ЙОРТО

2023 йыл—Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы

ҠАРТАТАЙ ЙОРТО

Алты йәшлек кенә Вәғиҙә кескәй ҡулдары менән күҙҙәрен ыуаланы ла, йүгереп тышҡа сыҡты.

–Эх, бөгөн дә ҡыҙыл ҡар яумаған!--Ҡыҙсыҡтың күңеле кителеп, танауы еүешләнде. Уға Сәләх ҡартатаһы ҡыҙыл ҡар яуғас та ҡыҙыл ғына төҫтән күлдәк алып бирергә вәғәҙә бирҙе.

Ейәнсәрен яратып, ситтән күҙәткән ҡарт, мут ҡына йылмайып, ҡаршылағы магазинға йүнәлде. Әмәлгә ҡалғандай, уның Вәғиҙәһенә инселәп кенә теккәндәй,  ҡып-ҡыҙыл ғына, аҡ борсаҡтар төшөрөлгән матур күлдәк килгән ине.

Бына ошо ваҡиға, яңы ғына булған кеүек, Сәләх Мортаевтың кинйә ҡыҙының ҡыҙы, иң бәләкәй ейәнсәре, Вәғиҙә апай Солтанғолованың иҫендә уйылып ҡалған. Ҡартатаһы мәрхүм булғанда уға алты йәш тирәһе генә була. Шулай ҙа уның, гел генә ҡулдарын артҡа ҡуйып, йәйәү йөрөргә яратҡанын, Сәләх ауылынан Ҡыпсаҡҡа көн һайын тиерлек килеп урап ҡайтҡанын, бик шәп кенә, мәрәкәсел ҡарт булғанын яҡшы хәтерләй. Ҡартатаһының исеме бирелгән ауыл уға шул тиклем яҡын була, ярата, бала сағы ошонда үтә. “Апайым менән ағайым ниндәй бәхетле, улар ошо ауылда тыуғандар, нишләп кенә мин дә Сәләхтә тыуманым икән?--тип уйлаған була торғайным, тип хәтирәгә бирелә Вәғиҙә апай.– Әсәйемдең дә ике һүҙенең бере “Сәләх” була. Әллә шуға ла ныҡ яҡын булдымы, белмәйем, ныҡ яраттым ауылды”.

Шуғалырмы, Сәләх ҡартатаһының өйө етемһерәп ҡалғас, уны мәсет итеп ултыртыу теләге менән яна башлай. Ҡайҙа ғына барһа ла шул ниәте менән бүлешә, туғандар ҙа инде был турала күптән белеп бөтә. Әллә мөмкинлек булмаймы, әллә батырсылыҡ етмәйме, нишләптер тормошҡа аша алмай, һаман хыял булып, телдә генә ҡала килә. Инде генә ныҡлап аяҡҡа баҫып, был ниәттәр йырып сыға алырҙай булып тулышҡанда, халыҡ мәсетте икенсе урынға күтәреп тә ҡуя. “Һуңланым” тигән тойғонан нисектер күңелгә бушлыҡ инеп оялай, ошо көнгәсә һуҙып йөрөткәнгә үкенеп тә ҡуя. Уйланып йөрөй торғас, ҡартатаһының өйөн музей итергә уйлай. Әлбиттә, был уй тураһында ла иң беренсе яҡын туғандар хәбәрҙар була. Шулай бер ҡунаҡта Илнур исемле кейәү тейеш кеше: “Вәғиҙә ҡайынбикә, шул йортто ҡасан музей итеп эшләй башлайһығыҙ?”–тип аныҡ һорау бирә. Күп тә тормай килене Айзилә Мортаева “Башҡортостан ҡыҙы” журналына Вәғиҙә апай тураһында мәҡәлә баҫтыра, унда “Апайыбыҙҙың иң ҙур хыялы--Сәләх ауылындағы  ҡартатаһының  йортон музей итеп эшләп ултыртыу” тип өҫтәп ҡуя. Был һүҙҙәр Сәләх ҡарттың ейәнсәренә ҙур этәргес була, бынан һуң башҡаса сара ла ҡалмай, сөнки бөтә Башҡортостанға дан таралды,  ныҡлап тотонорға, эште атҡарып, осона сығырға, тигән маҡсат килеп баҫа.

2021 йыл  ауылға килеп хакимиәт башлығы Тотманов Рөстәм Мөхтәр улы менән осраша, документтар, ҡағыҙ эше тураһында кәңәшләшәләр, өйҙө инеп ҡарап сығалар, Вәғиҙә апай ауыл егеттәренән бригада төҙөп, үҙе ситтән  ярҙам итеп, кәңәш-төңәш итеп торорға, тип уйлай. Бригадир һайлана, Вәғиҙә апайҙың отпускыһы бөтөп, кире ҡалаға ҡайтып китә. Әммә ауыл яғынан ыңғай хәбәр ишетелемәй, алға китеш тойолмай. Үҙең ситтә ятып, фарман биреп кенә, улай эш барып сыҡмай икән, тигән фекергә килә.

Икенсе йылына музейҙы ҡуҙғалтып ебәрергә, тип төптән уйлап, эшенән сығып, баш-көллө ауылға күсенеп ҡайта. Шул уҡ йәй эш көйләнеп китә. Вәғиҙә апайҙың ниәте ныҡлы, ошо эште атҡарып сығыу--уның бөтә булмышы икәнлеген яҡшы төшөнгән яҡындары ҡаршы ла килмәй. Сөнки ул, аҡсам етмәй икән, Шамонинолағы өйөмдө һатып булһа ла килтереп сығарам, осона сығам, тип ҡәтғи тотона. Бөтә туғандар ҙа ҡыуана, бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға ғына торалар. Шулай ҙа иң беренсе терәге, уның тормош иптәше Руслан еҙнәй. Бөтә башланғысын, бөтә уй-теләктәрен хуплаусы ныҡлы таяуы. Көн һайын иртә тора ла, әйҙә бөгөн Сәләхкә бармайбыҙмы әллә, тип кенә тора икән. Ул һәр эште еренә еткереп, матурлап, яйлап эшләргә күнеккән. Инде ауыры артта ҡалған, бик ҙур эштәр башҡарылып сыҡҡан: өйҙө тигеҙләп, күтәреп ултыртҡандар, серегән нигеҙ бүрәнәләрен алыштырғандар, солан да рәткә килтерелгән, иҙән яңыртылған, ҡыйығын ямап, буяп матурлағандар, тәҙрәләр ҙә ипләнгән, мейес сығарылған, тыштан да аҡлау-буяу эштәре тамамланған,  ишек алдындағы ҡый-ғыпыр ҙа әллә нисә ҡат йыйылып, түгелгән, түтәлдәр булдырылған, сәскәләр балҡып ултыра.  Инде түбә таҡталарын йышлау, мейесте һылау, өйҙө эстән йыуыу, буяу, урындыҡ һалыу һәм экспонаттар өсөн урындар булдырыу ҡалған.

“Музей өсөн затлы ҡомартҡылар булып Сәләх ҡартатайҙың шкафы, бик ҙур, егерме литр самаһындай, еҙ самауыры, ҡомғаны, өләсәйҙең һандығы, кейем, таҫтамалдар элеү өсөн боронғо урҙа ла бар, миҙалдары, документтары ла һаҡланған,  уларҙың кинйә ҡыҙҙарының (минең әсәйемдең) ҡаҙаны мейестән урын аласаҡ. Тағы ла ҡиммәтле әйберҙәр булыр, тип ышанабыҙ. Сәләх ауылы халҡы ла яйлап тапшыра башланы. Йыйылыр. Өмөтләнәм,”--тип йылмая Вәғиҙә апай.--Әллә ни, йырып сыға алмаҫтай, ауырлыҡтар бар, тип әйтә алмайым, бөтә эшебеҙ ыңғай, хәл ителеүсән, ауыл хакимиәте башлығы Р.М. Тотманов иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Һәр саҡ килеп хәл белешә, таҡталар, бағаналар, ҡойма кеүек кәрәк-яраҡ уның тырышлығы менән килеп ятты. Битараф булмаған һәр кем матди яҡтан да ярҙам итә. Туғандар ҙа саҡ ҡына буш ваҡыттары булһа, килеп етәләр. Ҡыуанам. Әммә был йорт бик күп йылдар буш торҙо. Беҙ уны, әлбиттә, ул хәлгә еткерергә тейеш түгел инек. Йөрәк әсене, әрнене. Тик бына юлдар ғына асылмай торҙо”.

...Төрлө уйҙарға бирелеп, Вәғиҙә апай тыш яҡтан ҡарататаһының өйөн байҡап йөрөй. Шул саҡ, йома намаҙына саҡырып, аҙан тауышы яңғырай. Йылға буйына төшөп, саф шишмә һыуы менән апай ҙа йыуынып ала. Һыуға ҡарап, тағы хыял диңгеҙенә сума. Өләсәй-ҡарататайҙар йолаһын тотоп, йоманан һуң, ҙур эшкә--йортто тыштан ағартыуға бәйләнеп китә. Тәҙрә баштарын аҡлап йөрөй торғас, ниндәйҙер ҡатырғы ҡағыҙ киҫәге күреп ҡала. Икенсе яҡты аҡлап башлағас, тағы бер нәмә күренгән кеүек. Етеҙ генә аҙымдар менән өй башына менеп, аҡтарып ҡарап, эҙләнә башлай. Шунан ныҡ ҡына төрөлгән төргәк килеп сыға. Тышы тегелгән, ғәрәпсә яҙылған, ҡаты китаптар. Эсен асып ебәрһә, ни күҙе менән күрһен, боронғо Ҡөрьән китабы! Бер еренә лә зыян килмәгән, матур килеш һаҡланған. Әйтерһең дә, Вәғиҙә апайҙың ошо тырышлығы, ныҡышмаллығы өсөн Аллаһы Тәғәлә уны Изге йома көнө бүләкләгән. Апай әйтеүенсә, Сәләх олатайҙың атаһы Мөхәммәтсадиҡ указлы мулла булған. Сәләх олатай ҙа  ғәрәпсә уҡыған, уҡымышлы була, ейән-ейәнсәрҙәрен өшкөрөп, дауалаған. Тик бына ул ваҡыт ҡанундарына ярашлы дини китаптарҙы йәшереп тотҡандар, бар хәлдәренсә һаҡларға тырышҡандар.     

Бына шулай итеп, Сәләх олатайҙың Ҡөрьән китабы ҡыҙыл күлдәкле кинйә ейәнсәр ҡулына килеп эләгә. Быуаттар төпкөлөнән ниндәйҙер ҡыуаныслы сәләм, ризалыҡ билдәһе, фатиха кеүектер ҙә тип уйлайым мин.

...Сәләх ҡартатай йортон музей итеп, рәсми рәүештә асыу тантанаһы быйыл, “Атайсалға изге ғәмәлдәр” йылында, август айында буласаҡ, тип ниәтләй ныҡышмал, ҡара тырыш Вәғиҙә апай.

 

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Йылайыр районы Сәләх ауылы.

 

 

Автор: