АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

КЕМГӘ 30 МЕҢ ҺУМ КӘРӘК?

Билдәле булыуынса, 2023 йылды, республика Башлығы указына ярашлы, Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан иттеләр. Был күркәм атамалы йылға бағышлап “Атайсал” гәзите “МИНЕҢ АТАЙСАЛЫМ” тигән конкурс иғлан итте. Арағыҙҙа тыуған төйәге өсөн изге эш башҡарыусылар барҙыр. Хәбәр итегеҙ! Конкурста ҡатнашығыҙ! Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһала. Беренсе урынға – 30 мең һум, икенсе урынға – 20 мең һум, 3-сө урынға – 10 мең һум. Шулай уҡ изге ғәмәл ҡылыусылар хаҡында хәбәр итеүсе журналистар, йәмәғәт хәбәрселәре өсөн приз булдырылды. Иң яҡшы 5 мәҡәлә авторы 5-шәр мең һум менән бүләкләнә. Бынан тыш, дәртләндереү приздары була. Йылға буйын таҙаланығыҙмы, ағас ултырттығыҙмы, ҡоҙоҡ-шишмәне кәртәләп ҡуйҙығыҙмы, ауыр хәлдәге ғаиләгә ярҙам иттегеҙме, үҙ ауылығыҙға нимәлер бүләк иттегеҙме – һәммәһе, һәммәһе лә изге ғәмләгә инә. Изге эш эшләһәң – хәбәр ит, конкурста ҡатнаш һәм аҡса от!

КЕМГӘ 30 МЕҢ ҺУМ КӘРӘК?
КЕМГӘ 30 МЕҢ ҺУМ КӘРӘК?

Билдәле булыуынса, 2023 йылды, республика Башлығы указына ярашлы, Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы тип иғлан иттеләр. Был күркәм атамалы йылға бағышлап “Атайсал” гәзите “МИНЕҢ АТАЙСАЛЫМ” тигән конкурс иғлан итте. Арағыҙҙа тыуған төйәге өсөн изге эш башҡарыусылар барҙыр. Хәбәр итегеҙ! Конкурста ҡатнашығыҙ! Конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһала. Беренсе урынға – 30 мең һум, икенсе урынға – 20 мең һум, 3-сө урынға – 10 мең һум.

Шулай уҡ изге ғәмәл ҡылыусылар хаҡында хәбәр итеүсе журналистар, йәмәғәт хәбәрселәре өсөн приз булдырылды. Иң яҡшы 5 мәҡәлә авторы 5-шәр мең һум менән бүләкләнә. Бынан тыш, дәртләндереү приздары була.

Йылға буйын таҙаланығыҙмы, ағас ултырттығыҙмы, ҡоҙоҡ-шишмәне кәртәләп ҡуйҙығыҙмы, ауыр хәлдәге ғаиләгә ярҙам иттегеҙме, үҙ ауылығыҙға нимәлер бүләк иттегеҙме – һәммәһе, һәммәһе лә изге ғәмләгә инә. Изге эш эшләһәң – хәбәр ит, конкурста ҡатнаш һәм аҡса от!

 

Әйткәндәй, гәзитебеҙ Сибай, Баймаҡ ҡалаларына, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарына тарала. Ошо төбәктә йәшәүселәрҙе конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ! Конкурс бағыусыһы – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров.

Автор:Резеда Валиева