Бөтә яңылыҡтар

Йәштәр яңы үрҙәргә артыла

Йыл башында Сибай ҡалаһынан ике йәш белгес—Фәрүәз Рафиҡов һәм Зарина Исламова Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай янындағы йәштәр йәмәғәт палатаһына ағза итеп алынды. Палата составына 15 сәйәси партия, йәмәғәт берекмәләре, йәштәр советы вәкилдәре инә. Шуныһы ҡыуаныслы: Балалар ижады үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Фәрүәз Рафиҡов беренсе ултырышта уҡ йәштәр парламентының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу йәштәр палатаһы рәйесе итеп һайланды.”Ирәндек” лицейының физкультура уҡытыусыһы, “Ҡара аждаһа” клубы тәрбиәләнеүсеһе, тренер Зарина Исламова мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комиссияһында эш башланы.

Йәштәр яңы үрҙәргә артыла
Йәштәр яңы үрҙәргә артыла

Конкурс комиссияһы йәштәр йәмәғәт палатаһына кандидаттар һайлағанда уларҙың тормошҡа ашырған социаль әһәмиәтле проекттары, закондар сығарыу инициативаларын эшкәртеүҙә тәжрибәләре булыуын иҫәпкә алған. Төп вазифаһынан тыш Фәрүәз Рафиҡов ҡаланың йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ йәштәр комиссияһын етәкләй. Шулай уҡ "Ирәндек" башҡорт тоҡомло атты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды эсперты ла булып тора. Йәштәр палатаһы етәкселеге хөкөмөнә тырыш егет тап ошо фондтағы эшмәкәрлегенә бәйле “Башҡорт аты – балалар һәм йәштәр өсөн ат туризмы” проектын тәҡдим иткән. Зарина Исламова иһә “Аждаһа юлы”--балалар спортын үҫтереү проектын сығарған. Киләсәктә өмөтлө йәштәр алдында яуаплы эште атҡарыу - республиканың социаль әһәмиәтле өлкәләренә ҡағылышлы закондар сығарыу инициативаларында ҡатнашыу һәм уларҙы эшкәртеүҙә булышлыҡ итеү бурысы тора.

-Төп эшемә дәүләт эшмәкәрлеге өҫтәлде, әммә ул бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Киреһенсә, дәртләнеп эшләүгә, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға мөмкинлектәр аса,--ти Фәрүәз Фәрит улы.-Башҡалала уҙған ултырышта төрлө темаларға һөйләштек. Иң мөһимдәрен әйтеп үткәндә махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам күрһәтеү, урындағы йәмәғәт ойошмаларында йәштәр хәрәкәте эшмәкәрлеген йәнләндереү.

Тай боксы буйынса Рәсәй, Башҡорторстан чемпионы, республика һәм төбәк-ара ярыштар еңеүсеһе һәм призеры, спорт мастерлығына кандидат Зарина Исламова ла яңы статуста эш башлауына ҡыуана. 

-Беренсе танышыу йыйылышының эшлекле шарттарҙа үтеүе оҡшаны. Комиссия ағзалары менән берлектә үҫмерҙәр, йәштәр араһында электрон сигареттарҙы, вейптар тартыу, бәлиғ булмаған балаларға ата-әсәһенең яҙма рөхсәте булмай тороп татуировка эшләмәү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды,--ти йәштәр парламентының мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комиссияһы ағзаһы Зарина Исламова.-Сара һуңында яңы ағзаларға танытмалар һәм билдәләр тапшырҙылар.

Ошо көндәрҙә Фәрүәз Рафиҡов һәм Зарина Исламова Сибай, Баймаҡ ҡалаһы Советы янында эшләп килгән йәштәр парламенты ултырышында ҡатнашып, бергәләшеп эшләү мәсьәләһен тикшерҙе.

Йәштәр яңы үрҙәргә артыла
Йәштәр яңы үрҙәргә артыла
Автор:Гульдар Кадаева