XXI быуат—кешелектең индустриаль-техник йүнәлештә алға киткән дәүере. 30-50 йыл элек матди байлыҡтың үҫеше сикләнгән ине. Заманса автомобилдәр (ҡайһы бер ғаиләлә икешәр), заманса һөйләшеү ҡоролмалары, глобаль мәғлүмәт селтәренә сығыу (интернет), йорт көнкүрешен төҙөкләндереү (көнкүреш техникаһы), илдән ситкә сығыу (туристик ял)—былар барыһы ла XX быуаттың 70-80-се, хатта 90-сы йылдарында кеше өсөн күҙ алдына ла килтереп булмаҫлыҡ прогресс булыр ине.
Техника һәм технологиялар үҫеү менән кешелек әхлаҡи сифаттарын һәм кешелектең тәбиғи һаләтен юғалта. Ҡеүәтле техник үҫеш шарттарында беҙҙә нимә ҡиммәтле иҫәпләнә? Никах һәм айырылышыу статистикаһына ҡарағанда ғаилә һәм ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр деградациялана, ата-әсәләр балалары өсөн абруйлы түгел, мәктәптәрҙә уҡытыусыларға хеҙмәтсегә ҡарағандай ҡараш, иҡтисади көрсөк һәм конфликттар арта ғына бара. Әйтерһең дә, тормош шарттары уңайлыраҡ була барған һайын беҙ мөнәсәбәттәрҙең үҫеше тураһында онотабыҙ. Һәм көрсөктәр башлана: шәхси, ғаилә, йәмәғәт, дәүләт-ара көрсөк. Эгоизм дәүере етте, индивидуализм дәүере. Тарихи дәүерҙәрҙә илебеҙ берҙәмлеге, коллективлығы менән дан тота, әммә көнбайыш идеологияһы һәр ваҡыт индивидуализмды алға һөрә. Кешелек үҫешенең эгоистик йүнәлеше цивилизацияның тарҡалыуына килтерә. Һәләкәт—ул күҙ алдына килтерелгән һәм күҙ алдына ла килтерелмәгән мөмкинлектәр менән кеше кешегә дуҫ түгел, туған түгел, ә сит һәм дошман тигән идеяның алға сығыуы.
Беҙ йәшәгән ил, территория өсөн был үҫеш ҡарашы ябай сәбәп менән тап килмәй, сөнки менталь рәүештә беҙ йәшәүҙең икенсе ысулын—кеше тормошоноң гармонияһы һәм балансы аспектын алып барабыҙ. Бында баланс тигәндә эске һәм тышҡы торошто күҙ уңында тотабыҙ. Эске—ул беҙҙең аң, тышҡы—беҙҙең тирә-яҡ донъя, уның матди һәм матди булмаған ҡиммәттәре. Был ике компоненттың балансы боҙолоуы көрсөккә килтерә. Был йәһәттән көрсөк—ул "тормош ҡоралы», йәки «Аллаһы Тәғәләнең ҡоралы" тип әйтергә була, уның аша балансланған бөтә нәмә баланслана. Һәм беҙҙең өсөн баланстың төп аспекты—кешелектең дөрөҫ мөнәсәбәттәре, йәғни күп балалы ғаиләләр, яҡындарға ярҙам итеү, изгелек ҡылыу һәм бөтә тереклеккә һөйөү менән ҡарау. Ошо ҡиммәттәрҙе емереү арҡаһында гражданлыҡ никахтары, бөтөнләй никахһыҙ йәшәү, балаһыҙ йәшәү «мода»ға инеп китте.
Үҙ хистәрен ҡәнәғәтләндереү, үҙеңә ләззәт алыу өсөн генә төҙөлгән ғаилә үҫеш контексында булған ҡиммәткә эйә түгел. Әгәр ғаилә ике кешенән генә—ир менән ҡатындан ғына тора икән, был ғаилә йәмғиәттең ячейкаһы түгел, улар нәҫел ебен өҙөп, йәмғиәттең социаль составын емереүгә барыусылар.
Нимә ул «балаһыҙ ғаилә?» Бындай тормошто ике аспектта аңлатырға була: матди һәм рухи-әхлаҡи.
Матди яғында эгоистик ҡараш тыуҙырған эгоизм ята. Пенсия йәше күтәрелә, пенсия бик аҙ буласаҡ. Ошо математик һанда сағыштырып ҡарайыҡ: ҡарт ата-әсәһен балалары ҡарарға тейеш була, булмаған балалары. Йәғни пенсия фондына булмаған хеҙмәткәр иғәнә күсереп, ниндәйҙер арауыҡта пенсионерҙы ҡарауҙы тәьмин итә аламы?
Рухи-әхлаҡи аспект шунда: һәр тыуған кеше үҙ ғүмерендә аңлы рәүештә илаһи асыл булараҡ үҫешергә тейеш. Кешенең мәңгелек өлөшө булараҡ, йәндең «индивидуаль үҫеш юлы» бар, әммә танып белеү һәм үҫеш тик мәктәптә, «йән мәктәбендә» генә тормошҡа ашырыла, ул матди донъя ер планетаһы тип атала, унда шәхестең ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә үҙ-ара мөнәсәбәттәр аша формалашыуы бара. Был юғары аң—илаһи ниәт.
Аң үҫеше һәр ваҡыт үҙенә оҡшаш шәхестәр булған йәмғиәт менән бәйләнештә бара. Һәм бындай йәмғиәттә шәхси үҫештең прогрессы булып изгелек, үҙ-ара ярҙам, хеҙмәт, ғәҙеллек, мәрхәмәтлек тора. Ғаилә ҡороп та балаһыҙ йәшәү тураһында уйлай икән, ул кеше юғары көстәрҙең ниәтенә ҡаршы килә. Сәбәп-һөҙөмтә бәйләнеше ҡағиҙәләре контексында бындай кешеләр үҙ эгоизмынан яфаланасаҡ.
Балаһыҙ ғаилә—ул билдәле бер көстәрҙең планета масштабында, әммә айырым төбәктәрҙә генә халыҡты кәметеүгә йүнәлтелгән идара итеү ҡоралы. Бының өсөн заманса медицина алымдары, биологик лабораториялар, һаулыҡты ҡаҡшатыусы аҙыҡ-түлек химияһы, шулай уҡ һуғыштар ҡулланыла. Әммә мөһим һәм бик хәүефле компонент булып концептуаль мәғлүмәт тора: ул аңлы рәүештә нығынып етмәгән йәштәрҙә «бәхетле балаһыҙ тормош» образдарын тыуҙыра. Был хәйләнән, йәғни «тоҙаҡтағы бушлай сыр»ҙан кешелек кире ҡайтарылмаҫлыҡ кеше расаһының юҡҡа сығыу упҡынына бата.
Яңғыҙлыҡ—кеше өсөн бәлә, диңгеҙҙә йәшәүселәр өсөн һыуҙың, хайуандар өсөн урмандың булмауына бәрәбәр ул. Кеше йәшәгән мөхит—ул үҙ-үҙенә оҡшаш кешеләр менән даими бәйләнештә булыу биләмәһе. Ғаилә мөнәсәбәттәре иреш-талаш, мөнәсәбәттәр өҙөлөү, айырылышыу менән бәйле ауыр трансформация кисергәндә, бындай шарттарҙа үҫкән балалар ғаилә мөнәсәбәттәренең мәғәнәһен яңылыш аңлай. Һөҙөмтәлә, бындай балалар ғаилә институтын кире ҡаға, йәки тәбиғи яуаплылыҡ тоймай гражданлыҡ никахында йәшәй, шулай уҡ бала табыуҙы ла инҡар итә. Шуға ла бөгөн көслө ғаилә образдары кәрәк, улар ғаиләләге бәхет, балалар тыуыу, дөрөҫ тәрбиә биреү кеүек мөнәсәбәттәрҙең камил яҡтарын трансляциялай ала. Әлегә бындай ғаиләләр аҙ, әммә улар бар һәм улар тураһында йәмәғәт кимәлендә һөйләргә кәрәк.
Бөгөн нимәне һайлайбыҙ—киләсәктә шуны күрербеҙ.
Айбулат Уразбахтин.