Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Декабрь , 17:05

Акцент менән башҡортса шиғыр һөйләп кенә...

Тел мәсьәләһе—көнүҙәк. Ни өсөндөр бөгөн үҙ телеңде белеү проблемаға әүерелеп китте. Шунан башлар инем: бөгөн мәктәптәрҙә телде өйрәтеү методикаһын үҙгәртергә кәрәк. Элекке алымдар замана балаһына бөтөнләй тап килмәй. Руслашҡан балалар күп, ғаиләләрҙә хаталы ҡараш йәшәй. Уларға телде өйрәтеү өсөн телгә һөйөү уятыу мөһим. «Бер телдән дә телем кәм түгел»,—тип акцент менән шиғыр һөйләп тороу менән генә бала телде белеп китмәй. Шуға ла дәрестәр уйын формаһында бик ҡыҙыҡлы барырға тейеш. Әлбиттә, ғаиләнең роле ҙур. Мәктәп белем бирә, уҡыта, ә ата-әсә тәрбиәләргә бурыслы.

Акцент менән башҡортса шиғыр һөйләп кенә...
Акцент менән башҡортса шиғыр һөйләп кенә...

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре Башҡорт теле көнө тип билдәләнгән. Уның төп маҡсаты—телде һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү. Нәҡ ошо датаға өҫтөнлөк биреү ҙә юҡтан түгел, тап 14 декабрҙә мәғрифәтсе, күренекле башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулла тыуған.

Бөгөнгө замандаштарыбыҙ башҡортса беләме? Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр әсә телендә аралашмай?Ниңә туған телен балаһына өйрәтмәй?Проблеманы нисек хәл итергә?Ошо һәм башҡа һорауҙар менән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Әминә Яхина, драматург:
—Тел мәсьәләһе бөгөн бик киҫкен тора. Ни өсөндөр йәштәр балаларына туған телде өйрәтмәй. Алыҫ китмәйем. Һеңлемдең ҡыҙы район үҙәгендә йәшәй, уның дүрт балаһы бар. Ниңәлер гел русса һөйләшәләр, ә ата-әсәһе башҡорт. «Ниңә балалар русса һөйләшә ул?»,—тигән һорауыма, «Телевизорҙан, интернеттан бер туҡтауһыҙ йәнһүрәт ҡарап, телдәре руслашты ла ҡуйҙы»,—ти. Минеңсә, был аҡланыу ғына. Ғаиләлә аралашыу башҡорт телендә барһа, бала бер нисек тә русса һөйләшә алмай. Кескәйҙәрҙе 5 йәшкә тиклем тәбиәләргә кәрәк. Шуға тиклем башына, күңеленә ниндәй тел һалаһың, балаң шул телде яҡшы беләсәк һәм онотмаясаҡ. Беҙ үҙебеҙ, балалар бәләкәй саҡта, Баймаҡ ҡалаһында йәшәнек. Балалар рус класында уҡыны, әммә ғаиләлә аралашыу башҡорт телендә булғас, улар үҙ телебеҙҙе яҡшы белә. Әле ҡыҙым Себер тарафтарында йәшәй, Югра башҡорттары ойошмаһында йырлап-бейеп йөрөй. Ейән-ейәнсәрҙәр миңә килһә, тырышып башҡортса һөйләшә. Шуға бөтә нәмә ғаиләнән килә тип әйтер инем. Ә мәктәп һәм балалар баҡсаһы—ул һин өйрәткәнгә өҫтәмә генә. Миңә Сибай ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһында осрашыуҙа булырға тура килде. Унда Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилданова тигән бик рухлы тәрбиәсе эшләй. Уның төркөмөндә балалар ҙа рухлы. Малайҙар түбәтәй кейеп, ҡыҙҙар селтәр тағып, матур итеп башҡортса йырҙар йырлап, шиғыр һөйләп күрһәттеләр. Тәрбиәсенең, уҡытыусының рухлы булыуы ла зарур.

Рәмилә Мусина,
Якутияла йәшәүсе тәрбиәсе:
—Минеңсә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан кем ниндәй милләт вәкиле булып яралған—шул телдә һөйләшергә тейеш. Был мотлаҡ. Беҙ башҡорт булып тыуғанбыҙ икән, беҙҙең психология, асылыбыҙ башҡорт. Уға хыянат итергә ярамай. Телде белеү-белмәү ғаиләнән килә. Аҡыллы ата-әсә балаһына мотлаҡ телен өйрәтер, гендар кимәлендә лә үҙ телеңде өйрәнеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡ килтермәй. Икенсенән, башҡорт телен белеү башҡа төрки телдәрҙе аңларға ярҙам итә. Үзбәк, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, төрөк һәм башҡалар. Яҡуттарҙың да теле беҙҙекенә оҡшаш. Уларҙы аңлауы рәхәт, тәржемә лә кәрәкмәй. Өсөнсөнән, инглиз телен өйрәнеүгә еңел була, ундағы өндәр беҙҙә бар. Балаларҙың хәтере яҡшы, уларға тел өйрәнеү бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Миҫал итеп, ҡустымды һөйләп киткем килә. Ул Мәскәүҙә эшләй, инглиз, француз телен белә. Бер мәл уларҙың ойошмаһына Американан делегация килгән һәм коллегалары нәҡ минең ҡустыға улар менән һөйләшергә ҡушҡан, сөнки уның акценты юҡ. Хатта Американан килеүселәр: «Нисек Рәсәй кешеһе акцентһыҙ инглизсә һөйләшә?»—тип аптыраған. Йәнә шуны әйткем килә: күп тел белгән кеше альцгеймер сиренә бирешмәй.
Ғаиләлә улыбыҙ тыуғас та тик башҡортса аралаштыҡ, аралашабыҙ, балабыҙҙың теле башҡортса асылды. Балалар баҡсаһына барғансы бер рус һүҙе белмәне. Бөгөн уға 4 йәш һәм әле ике телде лә яҡшы белә.

Зилә Яҡупова,
башланғыс кластар уҡытыусыһы:
—Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн балалар башҡортса белмәй. Был, әлбиттә, ғаиләнән килә. Ата-әсәләр башҡорт була тороп үҙ-ара русса һөйләшкәс, балалар ҡайҙа өйрәнһен, ҡайҙа аралашһын? Мин ҡаланың 12-се мәктәбендә башҡорт кластарын алам. Бығаса ауылда уҡыта инем. Ҡалаға килгәс ,башҡорт балаларының үҙ телен белмәүен күреп, баҙап ҡалдым. Башҡорт теле дәресен уҡытыу ауырлашты. Бер ҡасан да шулай үҙ телемдә һабаҡ биреү ҡатмарлы булыр тип уйламаған инем. Тәүҙә ныҡ талаптар ҡуйҙым. Тик был талапты үтәй алмай, рус класына күсәбеҙ ти башлағастар, кире йомшарттым. Күп ата-әсәләр: «Беҙҙең балалар башҡортса белмәй, шуға башҡорт класына бирмәйбеҙ»,—тиҙәр. Әммә өйҙә лә аралашыу башҡортса булһа, был проблеманы хәл итеп була. Сөнки аҙнаһына ике «Башҡорт теле», бер «Әҙәби уҡыу» менән генә алға китеп булмай. «Башҡорт теле кәрәкмәй»,—тигән ата-әсәләр ҙә бар, был тәрән хата. Һәр кем ата-бабалар телен белергә тейеш. Яңыраҡ бер егет менән һөйләшергә тура килде, юғары уҡыу йортон бөтөп эшләп йөрөй. Ул үҙ телен белмәгәнгә ныҡ уңайһыҙлана, ата-әсәһен ғәйепләй. Кеше яйлап барыбер асылына ҡайта бит ул һәм ул үҙ телен белмәгәнгә кәмһенәсәк. Шуға ла балаларҙы тамырынан өҙмәһәк ине. Дәрес программаһына килгәндә, ысынлап та, программа ауыр. Әҫәрҙәр ҙә, шиғырҙар ҙа балалар йәшенә тура килмәй. Ошоно иҫәпкә алып рус телле балаларға тәғәйенләнгән дәреслектән башҡорт балаларына шиғырҙар бирәм, унда еңелерәк. Йәнә теманы тәүҙә русса аңлатам, шунан тәржемә эшләйем. Эйе, проблемалар күп. Әммә мин киләсәк үҙ асылына ҡайтыр, русса аралашып, үҙ телен белмәгән балалар ҙурайғас ата-әсәләренә үпкәләр ҙә, тырышып телен өйрәнер һәм ата-әсәләренең хатаһын ҡабатламаҫ өсөн көс һалыр, тип ышанам.

Иҙел Әсмәндийәров, тарих уҡытыусыһы:
—Тел мәсьәләһе—көнүҙәк. Ни өсөндөр бөгөн үҙ телеңде белеү проблемаға әүерелеп китте. Шунан башлар инем: бөгөн мәктәптәрҙә телде өйрәтеү методикаһын үҙгәртергә кәрәк. Элекке алымдар замана балаһына бөтөнләй тап килмәй. Руслашҡан балалар күп, ғаиләләрҙә хаталы ҡараш йәшәй. Уларға телде өйрәтеү өсөн телгә һөйөү уятыу мөһим. «Бер телдән дә телем кәм түгел»,—тип акцент менән шиғыр һөйләп тороу менән генә бала телде белеп китмәй. Шуға ла дәрестәр уйын формаһында бик ҡыҙыҡлы барырға тейеш. Әлбиттә, ғаиләнең роле ҙур. Мәктәп белем бирә, уҡыта, ә ата-әсә тәрбиәләргә бурыслы. Минең өлкән ҡыҙҙың теле башҡортса асылды, әкиәттәр һөйләне, хатта үҙе әкиәттәр уйлап сығара ине. Башҡорт балалар баҡсаһына биргәйнек, ниңәлер унда руслашты ла ҡуйҙы. Бөгөн ул башҡорт телен яҡшы аңлай, әммә тиҫтерҙәре менән русса һөйләшә. Бында минең ғәйеп ҙурҙыр тим. Ә икенсе ҡыҙ ғөмүмән рус телле булып үҫте. Эштә күп ваҡытым үтеү сәбәпле, балаларымды башҡортса һөйләштерә алманым. Хатта ошо тәңгәлдә ҡатыным менән һүҙгә килешеп ҡуябыҙ. Туған телде әсә теле тиҙәр, шуға әсәй кеше күберәк өйрәтергә тейештер, тип ҡуям.
Тағы бер проблема телевизорҙа, интернетта балаларҙы ылыҡтырырлыҡ йәнһүрәттәр, видеолар күп. Рус телендә һорау бирәләр, бала шуға яуап бирә. Хатта был сәйәсәт һымаҡ та. Йәнә киҫкен мәсьәлә—мәҙәниәтебеҙҙең аҫҡауы. Элек кинотеатрҙа эшләгәндә «Башҡорт киноһы аҙналығы» үткәрә инем, бөгөн ундай нәмәләр юҡ. Йәштәрҙе кино, мәҙәниәт аша ла тәрбиәләп була бит. Элегерәк Сибайҙа концерттар ике телдә лә үтә ине, һуңғы арала руслаша башланы, рус номерҙары күберәк. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктең баш ҡалаһы Сибай тибеҙ икән, бында рухи мөхит булдырыу зарур. Элек бит рух булды. Етәкселәребеҙгә лә телде өйрәнергә, милли сараларға иғтибар итергә, мәҙәниәтте һүндермәҫкә кәрәк. Бөгөн, әйткәндәй, ҡурайсыларыбыҙ ҙа аҙайҙы. Бер йылы Сибайҙың Үҙәк майҙанына 300 ҡурайсы алып сығып ҡуйғайнылар, бөгөн 3-әү бармы икән?! Ғөмүмән, рухты, мәҙәниәтте , телде һаҡларға тейешбеҙ.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: