АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
27 Ноябрь , 20:10

Батып барыусыларҙы ҡотҡарыу...

Бөгөн иң ныҡ талап ителгән һөнәр—ҡалаларҙа айтишниктар, ә ауылдарҙа—көтөүселәр. Беҙҙең тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов: «Ауылда эшһеҙлектең булыуы мөмкин түгел!»,—тигәйне. Ул шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән шөғөлләнеүҙе күҙ уңында тотто. Бер кем дә ауыл халҡына мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорто үрсетеүҙе, картуф һәм йәшелсә үҫтереүҙе, артығын район үҙәктәрендә һәм яҡын-тирәләге ҡалаларҙа һатыуҙы тыймай. Мин ауылдарҙа күп кешеләрҙе беләм, улар үҙҙәренең шәхси хужалыҡтары менән шөғөлләнеп, матур йәшәй: яҡшы йорттар төҙөй, абруйлы автомобилдәр, ауыл хужалығы техникаһы һатып ала һәм уларҙың балалары эшкә өйрәнеп үҫә.

Батып барыусыларҙы ҡотҡарыу...
Батып барыусыларҙы ҡотҡарыу...

Беҙҙең республикала ла халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә. Башҡортостанстат күрһәткестәре һөйләүенсә, тәүге 8 айҙа 22582 бала тыуһа, үлем һаны—32121. Күреүегеҙсә, был һандар араһындағы айырма—9539. Тимәк, ошонсама кешене республикабыҙ юғалтҡан. Уҙған йыл менән сағыштырғанда ла күп әле был, былтыр әлеге күрһәткес 7790 булған.

Власть проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләмәй түгел эҙләй, сөнки, ысынлап та, илебеҙгә, уның бойондороҡһоҙлоғона милли хәүеф янай. Киҫкен хәлдән тиҙ арала сығыу юлын тапмаһаҡ, тиҙҙән тимер иретеүсе лә, станок янында тороусы ла, икмәк үҫтереүсе лә булмаясаҡ... Ә беҙҙең ил сиген кем һаҡлар? Етмәһә беҙгә ҡаршы көнбайыш илдәре, АҠШ, Евросоюз, НАТО хәрби-стратегик блок һәм уларҙың саттилиттары берләшеп алды. Украинаны ҡоралландырып, финанслап, үҙ хәрбиҙәрен ебәреп улар Рәсәйҙе аяҡтан йыҡмаҡ була. Уларға илебеҙҙең киңлеге, тәбиғи байлыҡтары тынғылыҡ бирмәй. Рәсәй халҡының һаны донъя халҡының 2 процентынан кәмерәген тәшкил итә, ә Ерҙең кеше йәшәгән ҡоро еренең 13 проценты, эсәр һыуҙың 20 проценттан ашыуы илебеҙ ҡарамағында. Әлбиттә, был Көнбайышта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, шуға ла беҙҙең илде бөтә «гонаһ»тарҙа ғәйепләйҙәр. Ошо ерҙә И.А.Крыловтың «Волк и ягненок» мәҫәле иҫкә төшә. Унда бүре үҙ маҡсатына ирешер өсөн тик томалға бәресте ғәйепләргә тотона.
Тарих ҡабатлана. 1812 йылда Наполеон, Көнбайыш Европаны бойһондороп, үҙ әләме аҫтына ошо илдәрҙән хәрбиҙәр йыйып, Рәсәйгә һөжүм итә. Ул саҡта илебеҙ аяғында ныҡлы тороп, үҙ мәнфәғәтен яҡлап ҡала. Францияның баш ҡалаһына тәүгеләрҙән булып барып инеүселәр башҡорттар була, атлыларҙан торған 28 полк ҡатнаша.
1941 йылда Гитлер, еңелеү кисергән Европаның бөтә көстәрен йыйып, Советтар Союзына ташлана. Әммә был һуғыш та беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ менән тамамлана.
Бөгөн Махсус хәрби операция яланында Украинаның ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының да яҙмышы хәл ителә. Был һуғыш тағы ла ҡатыраҡ төҫ ала. Беҙҙең ғәскәрҙәр бер-бер артлы тораҡ пункттарҙы ышаныслы азат итә. Прогрессив кешелек һуғыштың атом һуғышына әйләнеүенә юл ҡуймаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.
Әлегә йәмғиәтебеҙҙә егеттәрҙең ғүмерен өҙөүсе был ҡаршылыҡтың эҙемтәләрен тулыһынса төшөнөп етмәйҙәр. Кеше ғүмеренең хаҡын аңлар өсөн тағы нимә эшләргә кәрәк? Мәҫәлән, ғаилә институтын алайыҡ. Рәсәйҙә бөтә никахтарҙың 70 проценттан ашыуы тарҡала. Башҡортостанда ла хәл яҡшы түгел. Тимәк, балалар тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫә, башлыса әсәләр ҡарамағында.
СССР тарҡалғандан һуң, йәш реформаторҙар океан аръяғы кәңәшселәре күрһәтмәһе буйынса ил сәнәғәтен, ауыл хужалығын емергәндән һуң, эштәр тағы ла киҫкенләште. Айырыуса бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар зыян күрҙе. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһы бер-бер артлы Район-ара ауыл хужалығы техникаһы йәмғиәтен, ит комбинатын, балалар ризығы етештереүсе һөт-консерва комбинатын, тегеү фабрикаһын, Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатын һәм башҡа ваҡ-ваҡ ойошмаларҙы юғалтты.
Ауылдарҙа хәлдәр тағы ла ҡатмарлыраҡ. Колхоздар һәм совхоздар тарҡалғас, унда эш урындары ҡалманы. Хәҙер улар урынында емерелгән фермалар, машина-трактор оҫтаханалары ҡалдыҡтары ғына тора һәм ҡый үләндәре менән ҡапланған баҫыуҙар ята. Фермер хужалыҡтарына шул тик-лем күп кеше кәрәкмәй. Ғаиләләрен аҫрар өсөн атайҙар, хатта әсәйҙәр Себер тарафтарына һәм ҙур ҡалаларға юллана.
Һәр ауылда хужаларын юғалтҡан йорттар һаны арта. Ауылда йылына бер, иң яҡшы осраҡта икешәр бала тыуа. Тимәк, мәктәптәр ябыла һәм башҡорт ауылдарында, илдең үҙәк өлкәләрендәге кеүек үк, ҡарттар үлеп бөткәс, ауыл халҡы ҡалмаясаҡ.
Көнбайыш кураторҙары тәьҫире менән йәмғиәтебеҙҙе тарҡатыу көсәйә. Мәҫәлән, балалар тыуыуҙан аңлы рәүештә баш тартыуҙы күҙ уңында тотҡан "Чайлдфри" хәрәкәтен алайыҡ. Улар ҡатын-ҡыҙҙарҙы аборттарға һәм стерилләштереүгә, ир-егеттәрҙе кастрациялауға өндәй. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы был яңылыҡҡа, әлбиттә, кире ҡарашта. Тик компьютер технологиялары, интернет халыҡты мауыҡтыра, кеше аңын томалай. Шуға күрә беҙ уяу булырға һәм быға юл ҡуймаҫҡа тейешбеҙ! Һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк: балалар—беҙҙең тормош сәскәләре, кешелек нәҫеленең дауамы!
Дәүләт бер-бер артлы хәлде төҙәтеүгә йүнәлтелгән саралар күрә. Был бала тыуғанда әсәлек капиталы, айлыҡ пособиелар, минималь процентлы ипотека кредиттары һәм башҡалар. Әммә, ҡыҙғанысҡа күрә, был саралар ғына етмәй. Кешеләрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы юҡ, сираттағы балаһы тыуғас та ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр рәтен тулыландыра.
«Һыуға батып барыусыларҙы ҡотҡарыу—һыуға батып барыусыларҙың эше»,—тиҙәр. Беҙҙең осраҡта күктән көтөргә түгел, ә булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк. Гәзиттәрҙә Сибайҙа йәки яҡын-тирәләге район үҙәктәрендә теге йәки был һөнәр буйынса эшкә кеше кәрәк булыуы хаҡында иғландар сығып тора. Эш биреүселәр махсус һөнәре булмағанды ла алырға, хеҙмәткә өйрәтергә вәғәҙә итә. Әммә кешеләр бармай, барыһы ла Себергә, мегаполистарға ынтыла. Улар унда йыш алдана, аҡсаһыҙ ҡала, юлдарҙа фажиғәғә тарый. Яҡшы Совет осоронда ла аҙ һанлы халыҡтарҙың уртаса йәше 40 йыл ине, төп сәбәбе—үтә һыуыҡ ерҙә йәшәү, был халыҡты ваҡытынан алда ҡартайта.
Бөгөн иң ныҡ талап ителгән һөнәр—ҡалаларҙа айтишниктар, ә ауылдарҙа—көтөүселәр. Беҙҙең тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов: «Ауылда эшһеҙлектең булыуы мөмкин түгел!»,—тигәйне. Ул шәхси ярҙамсы хужалыҡтар менән шөғөлләнеүҙе күҙ уңында тотто. Бер кем дә ауыл халҡына мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорто үрсетеүҙе, картуф һәм йәшелсә үҫтереүҙе, артығын район үҙәктәрендә һәм яҡын-тирәләге ҡалаларҙа һатыуҙы тыймай. Мин ауылдарҙа күп кешеләрҙе беләм, улар үҙҙәренең шәхси хужалыҡтары менән шөғөлләнеп, матур йәшәй: яҡшы йорттар төҙөй, абруйлы автомобилдәр, ауыл хужалығы техникаһы һатып ала һәм уларҙың балалары эшкә өйрәнеп үҫә.
Күңелемде һыҙлатҡан фекеремде тамамлап, үҙебеҙҙә булғанды ҡәҙерләргә, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған аманатҡа һаҡсыл ҡарарға, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе ҡурсаларға саҡырам...

Ирек Бикмәтов,
йәмәғәт хәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре

Автор:
Читайте нас: