Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Ноябрь , 22:00

Ожмах ишектәре ябыҡ

Берәй байрам булһа, һеңлем балаларға күстәнәсте йәки бүләген пакетҡа һалып ҡапҡаның тотҡаһына элеп китә. Мин дә уның балаларына әйберҙе кеше аша ебәрәм. Шулай бер-беребеҙҙе күрмәмеш тә, белмәмеш булып йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең бер туғандары менән ҡатышыуын күрәм дә көнләшеп ҡуям. Ә бына иремдең туғандары улай түгел. Ирешеп, әйтешеп тә алалар, икенсе юлы ҡараһаң, һин дә мин аралашалар.

Ожмах ишектәре ябыҡ
Ожмах ишектәре ябыҡ

 

Быйыл - Ғаилә йылы. Мин ғаиләлә өлкән ҡыҙ, һеңлем, ҡустым бар. Әммә беҙ өс бөртөк кенә үҫһәк тә бер-беребеҙ менән ҡатышмайбыҙ. Һеңлем миңә килмәй, ҡустымдың ғаиләһе менән аралаша Ҡустым да юлы төшһә инә, төшмәһә йөрөй бирә. Нишләп улай тиерһегеҙ? Сөнки өсөбөҙҙөң араны әсәйем бутай. Эйе, эйе, әсәйебеҙ беҙҙең ҡатышып йәшәүҙе теләмәй. Һеңлемде миңә, миңә һеңлемде насарлап һөйләй, ҡустыма бөтөнләй икенсе хәбәр еткерә. Ул болғап тик ултырғас, беҙ нисек ҡатышып йәшәйек?! Шулай, берәй байрам булһа, һеңлем балаларға күстәнәсте йәки бүләген пакетҡа һалып ҡапҡаның тотҡаһына элеп китә. Мин дә уның балаларына әйберҙе кеше аша ебәрәм. Шулай бер-беребеҙҙе күрмәмеш тә, белмәмеш булып йәшәйбеҙ. Кешеләрҙең бер туғандары менән ҡатышыуын күрәм дә көнләшеп ҡуям. Ә бына иремдең туғандары улай түгел. Ирешеп, әйтешеп тә алалар, икенсе юлы ҡараһаң, һин дә мин аралашалар.

Өлкәнәйгән һайын аңлайым: туғанлыҡ ебен өҙгән кеше ожмахҡа инмәй. Үҙ әсәбеҙ беҙгә ожмах ишеген япҡас, нимә эшләргә? Минең дә апай булып, туғандарымды йыйып ултырғым килә.

Тик тырым-тырағай йәшәп ғүмер үтеп бара. Тиҙҙән балаларыбыҙ ике туғандарын танымай башлаһа ла аптырамаҫбыҙ.

БАРМЫ ҺЕҘҘЕҢ АРАЛА ЛА БЕҘҘЕҢ ИШЕЛӘР. ШУЛАЙ ҮҘ ӘСӘБЕҘ ЯБА БЕҘГӘ ОЖМАХ ИШЕГЕН...

ФОТО ИНТЕРНЕТТАН

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: