Әйҙә миңә әсәй бул...
-Инәй! Һаумы! Мин һинең хәлеңде белә килдем әле. Тағы һине ҡунаҡҡа саҡырам, ҡартәсәйем менән Разия инәйем күрше-күләнгә сәйгә әйтә. Һине ҡалдырып ҡуймаһындар тип йүгереп килдем,-- тип ҡаршыма шалҡан шикелле малай килеп баҫты. Үҙе бигерәк һөйкөмлө ошо Инсаф, күршемдең ҡустыһының улы ул. Үҙен түрҙән уҙғарам, сәй эсергә саҡырым. Исемен әйтһәң, әү тип әй матур итеп әйтә баяғы малай.
Мин бит инде бәләкәс малайҙарҙы күрһәм, донъямды онотам да ҡуям: тупылдатып һөйгөм, яратҡым, ихлас һөйләшке килә. Үҙемдекеләр тиҙ генә ҙурайып,таралашып бөттө. Малайҙар бит ул ҡыҙҙар кеүек түгел, әсәйгә бигерәк яҡындар, эс-бауырға инеп килә, бер ни йәшәрмәй, нимә һатып алаһың шуны кейә.
Инсаф та алсаҡ, эсендәге тышында. Шул арала бөтә яңылыҡтарын теҙҙе: беренсе класҡа уҡырға барған, тик яҡшы билдәләргә өлгәшә, хатта атаһы менән намаҙ уҡый икән. Үҙе иҫе китеп хәбәр һөйләһә лә күҙҙәре бигерәк һағышлы.
-Ә һин миңә әсәй булыр инеңме? – тип һораны ҡапыл.
-Нисек?
-Миңә һинең кеүек әсәй кәрәк ине. Минеке бит араҡы эсә,тәмәке тарта. Шуға ла атайым уны яратмай. Мин дә яратмайым, әсәй тип тә әйтмәйем...
Әсәһен күршеләргә килгәндә бер-ике тапҡыр күргәнем булды. Һылыу, йәш ҡатынды бәпәйләнгәндән һуң бала табыу йортонан күршеләр сығарып алышҡан. Бәпес алып ҡайтабыҙ, өйгә күҙ-ҡолаҡ булыр тор, себештәргә ем бирерһең әле тигәс, ихаталарына ингәйнем, уларым ҡайтып та тора. Яңы бәпесләгән йәш ҡатын үҙен тәкәббер генә тота. Иң ҡыҙығы: бала табыу йортонан яңы сыҡҡан булһа ла дискотекаға китеп барған кеше кеүек кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп алған. Сәйерһенеп ҡарағанымды ул да һиҙҙе, шулай ҙа ҡулындағы һәр бармағындағы алтын балдаҡтарын күрһәтеп, муйынынлағы ҡат-ҡат сылбырҙарын ялпылдатып тупһаны ашатлап инеп китте.
Алтыны ҡойолоп торған бисә лә балаһын ташлап китә икән...Аллам һаҡлаһын!
-Ҡустым яратам тип алдына-артына сыҡты, алтынға күмде. Уға барыбер ниҙер етмәне. Күҙ-башы уйнап тора, балаһы ҙурайғайны ирен эшкә һанамай, өҫтөнән йөрөй, эсә-тарта, кәйеф-сафа ҡора. Тәүге иренән тыуған балаһын ата-әсәһе көтә, ҡустым улын үҙе тәрбиәгә алды,--ти күршем әсенеп.
Баланы иргә ҡалдырып китергә оҫтарып алды хәҙер бисәләр. Тупырлатып бала табалар ҙа, мә ал балаңды, тип ташлап сыға ла китәләр. Хатта шул арала икенсе иргә бара һалып, тағы бала таба һалалар. Командировкала йөрөгәндә лә, ауылдарҙа яңғыҙы бала тәрбиәләгән атайҙарға йыш алып баралар. Ә атайҙар ҡарай балаларын: ҡыҙҙарының сәстәрен матур итеп үрә, улдары ла эшлекле, йорт тирәһендә булыша. Ә әсәйҙәре йөрөй ҡайҙалыр аҙып-туҙып. Ярай, йәш саҡта, матур саҡта һине икенселәр яратыр, ҡуша алып йөрөр. Кәйеф-сафа, күңелле тормоштоң да бит аҙағы була...Ҡартлыҡ бик тиҙ килеп етер...Олоғайған көнөңдә кемгә барып йығылырһың? Кемгә хәжәт булырһың? Шуны уйламаймы икән балаларын ташлап киткән “кәкүк” әсәләр? Шунан аптырайбыҙ ҡарттар йорто тулы әбейҙәр, тип...Бала саҡта үҙен баҡмаған әсәне нишләп балаһы ҡарт көнөндә уны ҡарарға тейеш?!
...Яңы йыл каникулында ҡунаҡҡа барҙыҡ. Үҙәк майҙан шыршыһы янында булып, ем-ем янған гирляндаларға ҡарап, әкиәти мөхиткә һоҡланып йөрөгәндә алпан-толпан атлаған иҫерек ир менән ҡатын байрам кәйефен боҙҙо. Бер-береһенә һүгенеп өндәшәләр, өҫтәре бысраҡ, эргәләрендә торорлоҡ түгел, ҡырҡыу еҫ килә. Тауышы таныш булғанға йөҙөнә текләп ҡараным...Инсафтың әсәһе бит был...Күҙ-башы күм-күк, рюмканан башҡаны тоторға эшкинмәгән бармаҡтары кәкере-бөкөрө, теге юлғы ҡатлы-ҡатлы алтын сылбырҙарҙан ғына торған муйыны элмәйеп ҡалған...Ҡарап тороуы имәнес. Бала хаҡына үҙеңде ҡулға алып булмаймы икән ни? Араҡының башына әле берәүҙең дә еткәнен күргәнем юҡ. Ә бына араҡы кешелектән сығара, етемдәр һанын ишәйтә, берәҙәктәр һанын арттыра, оятты юғалттыра, упҡынға тәгәрәтә...
Гөлдәр Ҡадаева.
фото интернеттан