Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан гәзит уҡыусылар фекер белдерә
Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны:
—Бала саҡта башҡа милләт кешеләре менән дуҫ булыу ҙур мәртәбә һымаҡ була торғайны. Сөнки башҡорттан башҡаһын күрмәй ауылда үҫтек. Шуға төрлө милләт вәкиләдәре менән хат алышыу модала булды. Үҙем бәләкәй саҡта хәҙерге көнбайыш илдәре, йәғни Украина, Белоруссия, Молдавия, Грузия, Латвияла йәшәүселәр менән аралаштым. Латвиянан Гунарс фамилиялы малай, Грузиянан Дзидра Богданова, Украинанан Людмила Буйлук, Ҡаҙағстандан Петя Двороковскийҙар иҫтә ҡалған. Германиянан Роза Мари тигән ҡыҙ менән хат алыштым. Ул—русса, мин немец телен белмәй инем. Унан килгән хатты башҡорт теле уҡытыусыһы, фронтовик Зәки Ишморатовҡа алып бара инем, ул әҙ-мәҙ белгәндер инде, тәржемә итте. Тулыһынса аңламаһа, Баймаҡҡа барғанында берәүҙән тәржемә эшләтеп ала ине. Башҡалар менән русса аралаштыҡ, улар ҙа, беҙ ҙә хаталы яҙа инек. Сит илгә хат яҙғанда: «Шул-шул ҡаланың шунынса һанлы мәктәбендә, фәлән класта уҡыусы, класс журналындағы исемлектә 5-се тороусыға» ти ҙә яҙа инек. Кемгә эләгә—шуның менән яҙышабыҙ. Ә союз эсендәге республикала йәшәүселәрҙең адресын гәзиттәрҙән ала инек. Телевизор булмағасмы икән, ошо хат яҙышыу шул тиклем бер мауыҡтырғыс сара ине. Түҙмәй почтальонға барып етә инек, күпләп 5 тинлек конверттарҙы алып һалып ҡуя инек. Бүләктәр ҙә ебәрештек. Миңә Украинанан бер ҡыҙ дәфтәрҙәр һәм галстук ебәрҙе. Ҡыуаныуымды күрһәгеҙ! Уға нимә ебәрергә белмәй аҙапландыҡ. Ул саҡта кәзә дебетенән бәйләнгән шәл беҙҙә ҡиммәтле бүләк һанала ине, шуны ебәргән булдым. Мәктәпкә уҡытырға килгән йәш уҡытыусылар беҙгә төрлө милләт бейеүҙәрен ҡуйҙы, тел саҡ әйләнһә лә төрлө телдә йырланыҡ. Ағайҙар әрмегә китә лә ситтән кәләш алып ҡайта ине. Ҡыҙыҡ күреп барып ҡарай инек. Бер мәл ауылыбыҙға ҡатнаш ғаилә күсеп килде. Дуся исемле апай әсәйем менән ныҡ ҡатышып йәшәне, ул апай башҡортса өйрәнеп тә алған ине. Күсейгә күрше ятҡан Ишбирҙе ауылында рудник булған саҡта ситтән эшселәр килә ине. Матвей тигән бер ағай йыш ҡына беҙгә туҡталды, атайыбыҙ уны «знакум» тип йөрөттө. Үҙем 1985 йылда Төйәләҫ ауылында эш башланым. Ике йылдан Дзидра Агиева-Кляустин тигән башланғыс кластар уҡытыусыһы килде. Милләте—латыш. Уның менән әлеге көнгә тиклем дуҫбыҙ, ябайлығы, эскерһеҙлеге менән үҙенә тартып тора. Ғөмүмән, беҙҙе бөтә милләт халҡы дуҫ, туған һәм иптәш тип тәрбиәләнеләр. Береһе икенсеһен ихтирам итте, аҫаба халыҡҡа ла хөрмәт булды. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа күрә, был матур күренеш юҡҡа сығып бара.