Һеҙ хатта иҫ китмәле шәп белгес һәм бик яҡшы кеше булһағыҙ ҙа, һеҙһеҙ ҙә йәшәй аласаҡтар. Әлбиттә, башта ҡайғырырҙар, иҫкә алырҙар һәм һеҙҙе алмаштырыр кешене лә табасаҡтар. Ер шарында әллә нисә миллиард кеше йәшәй, шулар араһында белгестәр, иҫ киткес шәп шәхестәр бик күп. Әммә тормошобоҙ һәм социум шулай ҡоролған, алмаштырып булмай торған кешеләр юҡ. Шулай уҡ оҙаҡ ваҡытҡа юғалып тороу ҙа хәүефле, алмаш табасаҡтар.
Тормош ҡануны шулай. Әгәр вафат булһаң – тағы ла тиҙерәк алмаштырасаҡтар. Көтөргә кеше булмай бит. Хужаларға тиҙерәк буш урынға белгес алып, һеҙҙең вазифаларҙы тапшырырға кәрәк.
Һеҙһеҙ һеҙҙе яратыусыларға ғына ҡыйын буласаҡ: атай-әсәйегеҙ, балаларығыҙ, бер һеҙҙе генә иҫе китеп яратҡан ирегеҙ толҡа тапмай ыҙалаясаҡ. Ундай тормош юлдашы аҙ булыуын ла иҫтән сығарырға ярамай.
...Әле атайымдың кабинетында икенсе доктор ҡабул итә. Ә минең башҡаса бер ваҡытта ла икенсе атайым булмаясаҡ. Шул ваҡытта ҡәҙерлемдең эшенә мөкиббән бирелеүе, әммә уның ҡәҙерен белмәүҙәре йөрәгемде өтә. Табиптарҙың бит ҡәҙере юҡ. Баҡыйлыҡҡа күсһәләр, урынына тиҙ генә икенсеһе килә. Һәм был ғәҙәти хәл. Бөтәһен дә алмаштырылар һәм йәшәй алалар.
Ә һеҙҙең балаларығыҙ, атай-әсәйегеҙ, хатта этегеҙ ғүмерлеккә һеҙһеҙ ҡала. Һәм уларға һеҙһеҙ йәшәү ҡыйын, үлемегеҙ менән улар килешә алмай. Шуның өсөн дә ҡалдырмағыҙ беҙҙе!
Яҡындарығыҙҙы һайлағыҙ. Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Дауаланығыҙ һәм ял итегеҙ. Һәм мин генә башҡара алам тип үҙ иңегеҙҙә тартҡан ауыр йөгөгөҙҙө ташлағыҙ. Башҡа Сизифтарҙы эҙләһендәр (“Сизиф хеҙмәте” тип ауыр, әммә емеш килтемәй торған эште атайҙар. Был әйтем Сизиф батша тураһында Боронғо Греция мифына ярашлы барлыҡҡа килгән. Белеүебеҙсә, меҫкен батша ғүмерлек һөҙөмтәһеҙ эшкә дусар ителгән булған), ә һеҙҙе тыныслыҡта ҡалдырһындар. Шуны белегеҙ, һеҙһеҙ ҙә эшләй аласаҡтар. Әлбиттә, беҙҙе киреһенсә инандыралар, йәнәһе лә беҙһеҙ эштәре туҡтай, бер урында тапанасаҡтар, алға китеш булмай. Ышанмағыҙ, төптө ялған. Һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Анна Валентиновна Кирьянова.
Гөлдәр Ҡадаева тәржемәһе.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН