Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Ноябрь , 14:55

Үҫмер көрсөгөмө, әллә ахмаҡтар быуынымы?

Эйе, заман башҡа—заң башҡа. Бөгөнгө балаларҙы китап уҡы, спектакль ҡара, йәшенмәк уйна тип тыңлатырлыҡ түгел. Уларҙың бөтөнләй икенсе ҡараш, икенсе мауығыу... Ә, бәлки, был бары тик аҡланыуҙыр, заманға япһарыуҙыр? Барыһын да «үҫмерлек көрсөгөнә» бәйләү дөрөҫмө? Беҙҙең үҙебеҙҙең дә, ата-әсәйҙәребеҙҙең дә, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең дә бала сағы, үҫмерлек осоро булған һәм улар маймыл булып һикереп, эт булып өрөп, бесәй булып мыяулап ултырмаған. Сөнки уларҙың буш ваҡыты булмаған, улар—хеҙмәттә тәрбиәләнгән быуын. Бөгөнгөләр иһә иҙән йыуып, саң һөртә белмәй, улар өсөн бар эште «машинка»лар һәм роботтар эшләй. Эшһеҙлектән ни ҡыланырға белмәгән быуындың ҡыланышы түгелме был «хайуанлыҡ»? Физик Эйнштейн әйткәненсә, ахмаҡтар быуынымы?

Йылдар үтә, заман үҙгәрә...Ә, бәлки, кеше үҙгәреп, үҙе йәшәгән дәүерҙе үҙгәртәлер. Нисек кенә булһа ла, быуындар араһында айырмалыҡ шул тиклем ҙур. Ҡасандыр беҙҙең ҡайһы бер сифаттарыбыҙҙы олатай-өләсәйҙәребеҙ ҡабул итә алмаһа, беҙ бөгөн үҙебеҙҙең ул-ҡыҙҙарыбыҙға аптырап ҡарайбыҙ. Ысынлап та, ҡиммәттәр үҙгәрә, уның менән бергә ҡылыҡтар...

Физик-теоретик, теоретик физикаға нигеҙ һалыусы, Нобель премияһы лауреаты Альберт Эйнштейндың: «Кеше аралашы-уын технологиялар бер мәл мотлаҡ уҙып китер тип ҡурҡам. Һәм донъя ахмаҡтар быуынын күрер»,—тигән һүҙҙәре һәр саҡ хафаландыра. Ысынлап та, технологиялар ныҡ үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Пульт менән генә телевизор ҡабыҙыу, ятҡан ерҙән генә радионы эшләтеп ебәреү, сәйнүкте ҡайната ҡуйыу, робот-саң һурҙырғысҡа өй таҙаларға ҡушыу—бөгөн бер кемде аптыратмаҫ. Хәрәкәттең аҙ булыуынан тыш, «тере» аралашыу кәмене. Хатта оло йәштәгеләр интернеттың социаль селтәрҙәрен еңел генә ҡулланып бер-береһенә аудио һәм видео яҙмалар ебәрә, күршеләр телефон аша ғына йомошон әйтә. Хәл белешеп өйгә килеү, бергә сәй эсеү онотолоп та бара. Бергә-бергә ҡатышып йәшәү, бергә-бергә концерт-театрға, киноға, өмәгә йөрөүҙе күреп, белеп үҫкән беҙҙең быуын әле килеп рухи ҡиммәттәрҙән ситләшкән дәүерҙә үҫеп килеүсе йәш быуынға ни әйтәһең?! Үҙебеҙ өлгө була алмай, ҡулыбыҙҙан телефон төшөрмәй йәшәйбеҙ һәм шул уҡ ваҡытта гаджеттарҙан айырыла алмаған балаларға ҡарап һуҡранабыҙ. Ә ни эшләйһең? Улар беҙҙән һуң килгән быуын, улар беҙ ҡәҙерләгән һәм яҡын күргән ҡиммәттәрҙе бөтөнләй белмәй ҙә баһа! Ә кем ғәйепле? Ниңә бәләкәйҙән алдына китап һалмаған ата-әсәһе? Ниңә өләсәһе етәкләп театрға алып бармаған, ниңә алдына ултыртып әкиәт һөйләмәгән? Ниңә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, атаһы тышҡа алып сығып йөрөтмәгән, бергә балыҡ тотмаған, тауҙан шыумаған? Бала нисек йәшәргә өйрәнә һуң? Ҡулына тотторолған гаджеттағы интернеттан, әлбиттә! Ә унда нимә өйрәтәләр?! Уйланырға урын бармы? Бар, әлбиттә.
Интернет тигәндәй... Бөгөн уның киңлегендә таралған видеояҙмаларҙа балалар, үҫмерҙәр нимә генә ҡыланмай. Беҙҙең балалар шуларҙы иҫе китеп ҡарай һәм ҡабатлап маташа.
Һуңғы ваҡытта хайуан битлектәрен кейеп, һикрәңләп йөрөү «мода»ға инде. Бөгөнгө һүҙебеҙ башлыса ошо хаҡта.
Үҫмерҙәрҙән «фурри», «квадробер», «териан» тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Кемдәр улар? Фурри—ул субкультура. Берәй хай-уан йә йәнһүрәт геройының битлеген, костюмын кейеп, шул персонаж булып һөйләшәләр. Йәғни уларҙа кеше һыҙаттары бар. Квадробиканы иһә рәсми булмаған спорт төрө тип тә әйтергә була. Был балалар һәм үҫмерҙәр араһында ныҡ популяр. Балалар хайуандарҙы эләкләп «дүрт аяҡта» йөрөй. Квадроберҙар ғәҙәттә битлек һәм яһалма ҡойроҡ ҡуллана. Мәҫәлән, төлкө, бүре булып йөрөүҙәре ихтимал. Ә ҡайһы бер квадроберҙар үҙҙәрен териандар тип атай. Улар квадробика менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, йәғни «дүрт аяҡта» ғына йөрөмәй, ә шулар булып ҡылана: ятып аунай, тәрилкәнән тел менән һөт эсә, шунан ашай, һөйәк кимерә һәм башҡалар. Ундайҙар беҙҙең яҡта юҡ, тип әйтергә ашыҡмағыҙ. Бар. Уҙған йәй урамда бер төркөм балаларҙың төрлө битлектә ағас төбөндә һикерешеп йөрөгәнен күреп ғәжәпләнгәйнем. Яңы йыл байрамы тирәһендә күрһәм иғтибар ҙа итмәгән булыр инем, моғайын, маскарадтан сыҡҡан балалар тип кенә уйлар инем. Ә йәйге эҫелә әллә ниндәй битлек кейеп, ҡойроҡ тағып йөрөгәстәр аптыраным. Улар йәшендәге ҡыҙыма ҡарап: «Ни эшләйҙәр ул?»—тип һораным. «Улар бит квадроберҙар. Миңә лә шундай костюм алып бир әле»,—тимәһенме! Баҡтыниһәң, «мода» икән. Әлбиттә, ҡыҙымдың был теләгенә күҙ йомдом, хатта шелтәләп алдым. Әммә ҡыҙ-улдарының теләгенә ҡаршы килмәгән, шул битлек-костюмды алып биргән, хатта ҙур ҡалаларҙа балаларын бауға тағып, эт итеп тротуар буйлап алып йөрөгәндәр ҙә бар. Был нимә? Кешелек сифаттарын юғалтып, хайуан булып ҡыланыумы?
Йәмғиәттә быға ҡарата төрлө фекерҙәр йәшәй. Кемдер бала ҡыланыр-ҡыланыр ҙа туҡтар тигән уйҙа, бәғзеләр үҫмерҙәрҙе ты-йыу яҡлы. «Ни ҡыланырға белмәй йөрөгәнсе китап уҡыһындар»,—тип әйтеүселәр булһа, телефондарына текләп ултырғансы, маймыл булып булһа ла һикереүҙәре яҡшы тип, мауығыуҙың ыңғай яғын тапҡандар ҙа осрай.
Интернетта квадробика тураһында яҙмалар күп. Шуларҙың береһендә психолог Татьяна Яничева был субкультура баланың һаулығына һәм ғүмеренә ҡурҡыныс менән янамай икән, барыһы ла яҡшы тип белдерә. Барыһын да «үҫмер йәштәгеләрҙең көрсөгө» («подростковый кризис») менән бәйләй һәм улар 14-16 йәштә ваҡытлыса әлеге уйын менән «ауырып» алыр ҙа туҡтар тигән фекерҙә.
Психолог белдереүенсә, 6-сы кластан алып һәр бала ата-әсә мөхитенән алыҫлаша, күберәк тиҫтерҙәре мөхитенә «ауа» һәм улар ҡыланғанды ҡылана.
Был, әлбиттә, ата-әсәгә оҡшамауы ла ихтимал.
—«Был донъя ҡайҙа тәгәрәй?»—тип ҡоттары алынған әсәйҙәрҙең ҡайһы берәүҙәре балаһын психологка алып барып, уның аң кимәлендә етешһеҙлек эҙләүе лә ихтимал. Әммә был улай түгел. Замана икенсе, быуын алмашына. Ҡасандыр беҙ рок тип иҫебеҙ китһә, хәҙерге балаларға был ҡыҙыҡ түгел. Етмәһә, хәҙергеләр 90-сы йылдарҙа тыуғандарҙың балаһы, ә ул 90-сылар үҙҙәре бәләкәй саҡта тейешле иғтибар алмай үҫкән быуын. Икенсенән, гаджеттар заманы. Ундағы уйындарҙа үҫкән кескәйҙәр үҫә төшкәс шул персонаждарҙы ҡабатлай. Ғөмүмән, үҫмерҙәр үҙҙәрен эҙләй, тышҡы
донъя менән эксперименттар үткә-рә. «Ошолайтһам нисек булыр?»,
тип уйлай. Бығаса булмаған нимәнелер эҙләй. Ҡасандыр сәстәрен алһыуға, йәшелгә буяп ҡыланғандарға ҡарап, ни эшләп улар йәшенмәк уйнамай тип аптыранһаҡ, хәҙер квдроберҙарға ғәжәпләнәбеҙ.
Ә бит был үҫмер тормошонда ғәҙәти, үтә торған күренеш,—тип белдерә Наталья исемле икенсе психолог.
—Балалар ҙурая килә ата-әсә ҡарамағынан сығырға тырыша, улар инде балаға төп авторитет булмай башлай һәм ситтән авторитет эҙләй. Мәҫәлән, уҡытыусыны абруйлыраҡ күрәләр. Әгәр унда ла хуплау тапмаһалар, башҡа ерҙән эҙләйҙәр. Субкультура кешегә социалләшеү өсөн кәрәк. Бала үҙ әйләнәһендә аралашырға өйрәнә, адаптация үтә, социаль фекерләүе үҫешә. Әгәр субкультура криминал менән бәйле икән, әлбиттә, негатив эҙемтәләр килтерә.
Шуға ла баланың мауыҡтырырҙай, насар нәтижәләр килтермәҫтәй ҡыҙыҡһыныуы булырға тейеш.
Квадробика менән була икән, уҡыуы һүлпәнәймәйме,
башҡа балалар менән мөнәсәбәте үҙгәрмәйме иғтибар итергә кәрәк. Бала үҙ тормошон онотоп, бөтөнләй хайуандар тормошо менән йәшәргә теләй икән, әлбиттә, был хәүефле.
Әгәр бала: «Мин бесәй, мине һыйпа»,—ти икән, ҡурҡыныс юҡ һымаҡ. Ә бесәй һымаҡ иҙәндә балаҫта ятып йоҡлаһа, уларға тигән аҙыҡты ашаһа, үҙен агрессив тота башлаһа йә иһә эт булып ҡыланып, кешеләрҙе тешләй икән— был хәүефле сигнал,— тип белдерә өсөнсө психолог.
Эйе, заман башҡа—заң башҡа. Бөгөнгө балаларҙы китап уҡы, спектакль ҡара, йәшенмәк уйна тип тыңлатырлыҡ түгел. Уларҙың бөтөнләй икенсе ҡараш, икенсе мауығыу... Ә, бәлки, был бары тик аҡланыуҙыр, заманға япһарыуҙыр? Барыһын да «үҫмерлек көрсөгөнә» бәйләү дөрөҫмө? Беҙҙең үҙебеҙҙең дә, ата-әсәйҙәребеҙҙең дә, олатай-өләсәйҙәребеҙҙең дә бала сағы, үҫмерлек осоро булған һәм улар маймыл булып һикереп, эт булып өрөп, бесәй булып мыяулап ултырмаған. Сөнки уларҙың буш ваҡыты булмаған, улар—хеҙмәттә тәрбиәләнгән быуын. Бөгөнгөләр иһә иҙән йыуып, саң һөртә белмәй, улар өсөн бар эште «машинка»лар һәм роботтар эшләй. Эшһеҙлектән ни ҡыланырға белмәгән быуындың ҡыланышы түгелме был «хайуанлыҡ»? Физик Эйнштейн әйткәненсә, ахмаҡтар быуынымы?
Ә беҙ бит аҡыллы быуын үҫтерә алабыҙ.
Бары тик ата-әсәгә квабробика кеүектәргә альтернатива табырға, ҡыҙ һәм улына иғтибарлыраҡ булырға, ә төрлө түңәрәктәр ойоштороусы уҡытыусыларға дәресте ҡыҙығыраҡ итеп үткәрергә, балаларҙы йәлеп итергә генә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?


Резеда Усманова.

 

АВТОРҘЫҢ РӨХСӘТЕНӘН ТЫШ, БАШҠА ГӘЗИТ САЙТТАРЫНА АЛЫУ ТЫЙЫЛА.

ФОТО ИНТЕРНЕТТАН.

Үҫмер көрсөгөмө,  әллә ахмаҡтар быуынымы?
Үҫмер көрсөгөмө, әллә ахмаҡтар быуынымы?
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: