Бөтә яңылыҡтар
Фекер
15 Октябрь , 20:50

Ҡоторғандан ҡотолғаның хәйерле

Йәй көнө Айзиләне урамда осраттым. «Ирем ҡайтты, апай, бер миллион һум аҡса алып ҡайтҡан!»--ти ҡыуанып. Уның һөйләүҙәренән ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртыуҙарын, яңы машина һатып алғандарын белдем. Буласаҡ йорттарына нигеҙ һалғандар. Матди яҡтан етеш булһалар ҙа, барыбер берегеп китә алманылар. Ире шул ситкә йөрөүенән туҡтаманы, Айзиләне лә хыянатта ғәйепләне. Яйлап үҙе ҡатынын эсергә өйрәтте. Йәшникләп араҡы алып эсереп, эскелек һаҙлығына батырҙы ла, балаһын тартып алды. Берҙән-бер йыуанысынан—улын бағыуҙан да мәхрүм ҡалғас, йәшәүҙән бөтөнләй ваз кисте Айзилә. Ҡатынынан еңел ҡотолдо ла ул, әммә Аллаһы Тәғәлә бар бит әле. Айзилә иҫән саҡта әле, үҙе әйтмешләй, «ҡыҙҙан» кәләш алды.

Ҡоторғандан ҡотолғаның хәйерле
Ҡоторғандан ҡотолғаның хәйерле

--Түҙемлектәрем ҡалманы, етте, айырылам мин унан, баларымды алам да сығам да китәм,--тип һыҡтаны йәш ҡатын.—Ул вахтанан ҡайттымы беҙгә көн бөтә. Бөгөн төндө лә саҡ үткәрҙек. Мин эштә, балалар мәктәптә саҡта көнө буйы йоҡлай ҙа, ҡараңғы төштөмө, эсеп иҫереп ала ла «концерт» ҡуя башлай. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, барығыҙҙы ла үлтерәм тип теҙеп баҫтырып ҡуя. Үҙе лә йоҡламай, беҙҙе лә ыҙалата. Унан ҡалһа, тышҡа сығып китә лә машинаны онтайым тип ҡулына нимә етте шуны ала. Улымдың да, ҡыҙымдың да ҡоттары осоп бөттө…

Ҡала үҙәк дауаханаһы бүлектәренең береһендә шәфҡәт туташы булып эшләгән Фирүзәнән ошондай аһ-зарҙарын йыш ишетәм. Әммә гел генә уға: «Ҡуй, улайтма, ирең бөткән кеше түгел, ситкә китеп эшләп, донъяғыҙҙы бөтәйтә. Теләгән ереңә барырға өр-яңы машинағыҙ бар. Тормошоң етеш. Балаларыңды тере етем итмә, ир боларыр ҙа бөтөр»,--тип ҡаршы төшөп килдем. Ысынлап та, Вилүрҙең эштән ҡайтыуына аҙна-ун көн үтһә, тегеләр һин дә мин йәшәп китә. Ең һыҙғанып өйҙәрен рәтләргә, эргә-тирәһен тәртипкә килтерергә тотоналар. Ул вахтаға киткәндә матур ғына сығып китә лә, ҡайтҡанында ләх булғансы эсеп, эшләгән аҡсаһының арыуығын тотоноп, бөтә ғәләмгә үсле булып ҡайтып инә. Енләнеүенең сәбәбе шунда: ул йәш ҡатынын айҙар буйына яңғыҙын ҡалдырып китә лә, үҙе өйҙә юҡ та бисәһе теләһә кем менән теттерә, уның аҡсаһына «гулять» итә, тип уйлай. Былай үҙ хәләлен икенсе ир ҡосағында ятыуын үҙ күҙҙәре менән күргәне, түшәктә тотҡаны юҡ. Шулай ҙа кеше һүҙе кеше үлтерә бит. Дуҫыңа ҡарағанда дошманың күп заманда йәшәгәндә бигерәк ҡурҡыныс. «Изге уйлы»лар бының ҡайтҡанын ғына көтөп тороп бисәһен ошаҡларға керешәләр. Машинаңдан төшмәй, һин юлға сыҡтыңмы, ирһеҙ йөрөгән иптәш ҡыҙҙары йыйыла башлай… Саҡ торған иргә етә ҡала. «Мин ғаиләнән айырылып, ситкә аҡса эшләй китәм, ә һин бында «маз» булаһың»,--тип ҡатынын йәберләргә тотона. Айыҡ баш менән бәйләнә алмай бит инде, карточкаһы ҡулында--бара ла араҡы ала. Араҡыға һыра ҡушмай эсһәң, аҡса елгә оса тип уныһын да һемерә. Иренең өйҙә ятып ҡалған телефонына әйбер һатып алды тип СМС-хәбәрҙәр килгәнен күргән ҡатын аҡсаһын шулай спиртлы эсемлеккә туҙҙырғанына йәне көйә. Ире алдында аҡланып та ҡарай, ирешеп тә еңә алмай. Кәрәк ерендә һүгеп, юхаланып саҡ ирен ипкә һалып алһа, уныһына китергә ваҡыт етә. Шулай эт менән бесәй шикелле йәшәүҙәренә биш йылға яҡын ваҡыт үтеп бара. Бергә лә йәшәй алмайҙар, йыйған малын бүлешеп айырылышырға ла теләмәйҙәр. Әлбиттә, ғәйеп атта ла бар, тәртәлә лә. Ысынлап та, ирен аҡса эшләүсе агрегат итеп кенә күрә шул ҡатын. Ире булмаһа ла ай һайын уға 50-60 мең аҡса үҙенән-үҙе килә тип уйлай ул.Ҡырға барып эшләмәҫ тә ине ире, бында эшләгән аҡсаға ашаһаң кейенеп булмай, кейенһәң, ай буйы ҡоро сәй эсергә тура килә. Шулай оҙон аҡсаға ҡыҙығып ситкә китәләр ҙә, мал табам да тир түгәләр. Ҡатындары ла яңғыҙ ваҡыттарын бушҡа уҙғармай. Ошо сәбәпле, ғаиләләр тарҡала. Был юлы ла танышымдың ятлап бөткән ялыуҙарын тыңланым да йоҡо күрмәгәнлектән, күп илауҙан шешенеп бөткән күҙҙәренә ҡарап: «Сыҡһаң, сыҡ та кит. Донъям тип йәбешеп ятыуҙан файҙа юҡ. Тыныс йәшәүгә бер ни етмәй. Иҫереп алъяғанында, ысынлап та, йән ереңә һуғып, үлтереп ҡуйыр. Балаҡайҙарыңды уйла»,--тинем.

Шундай аҡыл бирҙем, сөнки күптән түгел генә ҡалабыҙҙа йәп-йәш ҡатынын ире туҡмап үлтерҙе. Ҡырҡ йәше тулып аҙна үтеүгә ҡәбер эйәһе булды, меҫкенкәй. Самара тарафтарынан килен булып төшкән ҡатындың ерләргә килгән туғандары: «Нишләп түҙеп йәшәнең икән һин уның менән? Берҙән-бер улыңды ла һиңә ҡаршы ҡуйып бөткән бит!»,--тип түгелеп иланы. Ошондай күренештең шаһиты булғандан һуң Фирүзәгә: «Имен сағыңда иреңдән ҡасып ҡотол!»--тип әйтергә йөрьәт иттем.

Тағы ла үҙебеҙ йәшәгән ҡасабала ғына нисәмә ир ҡатынының башына етте. Беҙ йорт һалып сығып йәшәй башлаған ғына осорҙа ҡот осҡос хәл булды. Ҡатынының эштән ҡайтыуын һағалап торған ир, хәләл ефете ҡапҡаһын асыу менән балта менән сапҡан. Гел эсеүҙән аҡылдан яҙған ирҙе төрмәгә яптылар, улдары, кес кенә ҡыҙҙары етем ҡалды. Тырышып-тырмашып йорт төҙөп, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан йәш ғаилә шулай күҙ алдында юҡҡа сыҡты.

Был хәл онотолдо тигәндә, былтыр өс бала әсәһен ире шулай уҡ сапҡылап үлтерҙе. Төшкө аш мәлендә өйөндә иҫерек ҡалған ирен ҡайтып ҡарайым тип кенә эштән сығып киткән ҡатынды хеҙмәттәштәре оҙаҡлағанға эҙләп барһа, ҡанға батҡан үле кәүҙәһен табалар…

Унан һуң да ҡатын-ҡыҙ ҡорбан булған фажиғәләр күп булды. Икенсе улыма йөклө саҡта бала табыу йортонда үҙебеҙҙең ҡасабанан Айзилә исемле ҡатын менән бергә яттыҡ. Ул һомғол буйлы, ҡара һылыу, ауырлы булыуы уға тағы мөләйемлек өҫтәй ине. Уның һөйләүҙәренән иренең класташы булыуын аңланым. Тәҙрәнән күҙен алмай көтә уныһын, тегенеһе килһә килә, килмәһә юҡ. Мин тәжрибәле кеше булараҡ (икенсегә бала табам бит) Айзиләгә: «Көтмә иреңде, кемделер көтһәң, бала тыуымға килмәй»,--тигән булам. «Әй, апай, ситкә йөрөй, тип ҡурҡам. Шундай холҡо бар. Ҡайҙан белдем, әйтәйемме? Тыуған көнөмә алтын алҡа алып бирәм тигәс ювелир магазинына индек. Һатыусылар ирем менән күптәнге таныш кеүек һөйләшә. Хатта береүһе уның күҙенә туп-тура ҡарап: «Һеҙ бит теге юлы ошондай ҡашлы балдаҡ алдығыҙ. Бына уның алҡаһы»--тимәһенме?! « Ә бит ул миңә балдаҡ бүләк итмәне»,--тип һөйләп һалды, ҡапыл асылып. Бер мәлдәрәк улдар табып алдыҡ. Йыш ҡына күрешеп торҙоҡ. Улдарыбыҙға өс йәштәр тирәһе булғандыр, автобуста бергә ҡайтып килә инек, Айзилә үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Етмәһә, иҫкесә Яңы йыл ине, ирем дә ҡаршы булмағас, өйҙәренә индек. Усаҡлығы иркен, эсе тулы йыһаз. «Матур йәшәйһегеҙ икән»,--тиеүемә: «Апай, мал ни ул нимә, табыла торған нәмә. Мөхәббәтле булып, килешеп йәшәмәгәс, нимәгә ул был донъя... Ошо усаҡлыҡты эшләгәнсә, анау оҫтаханала йәшәнек. Ирем урам аша йәшәгән бер яңғыҙ ҡатынға әүрәп алды ла, шунан ҡайтышманы. Йәй шулай үтте. Ҡышты бала менән таш оҫтаханала сығып булмай ҙа инде, төҙөлөштө йәһәтлә тип тылҡыйым. Тегенем төн булһа, юҡ була ла ҡуя. Артынан эҙләп барып, һөйәркәһе йәшәгән өйҙөң тәҙрәләрен онтап бөттөм. Ҡайтһа, уның артынан эйәреп барған өсөн туҡмалам. Саҡ йәһәтләп эшләп индек ошоно. Өр яңы машинабыҙҙы һатып, әле бер йылға ер сигенә эшкә сығып китте. Ә мин нисек яңғыҙ йәшәргә тейеш? Зарланырға түгел, аҡса ебәрә, бала ҡараулы, һуң бит мин йәш!? Иң һөйөлгө, яратылғы килгән сәскәләй ваҡытым! Ә ул мине бер йылға ҡалдырып китте! Шарап шешәһенең башын асып, бер кем дә эсмәй ул тип юлға ултыртып киткән кеүек инде.

Йәй көнө Айзиләне урамда осраттым. «Ирем ҡайтты, апай, бер миллион һум аҡса алып ҡайтҡан!»--ти ҡыуанып. Уның һөйләүҙәренән ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртыуҙарын, яңы машина һатып алғандарын белдем. Буласаҡ йорттарына нигеҙ һалғандар. Матди яҡтан етеш булһалар ҙа, барыбер берегеп китә алманылар. Ире шул ситкә йөрөүенән туҡтаманы, Айзиләне лә хыянатта ғәйепләне. Яйлап үҙе ҡатынын эсергә өйрәтте. Йәшникләп араҡы алып эсереп, эскелек һаҙлығына батырҙы ла, балаһын тартып алды. Берҙән-бер йыуанысынан—улын бағыуҙан да мәхрүм ҡалғас, йәшәүҙән бөтөнләй ваз кисте Айзилә. Ҡатынынан еңел ҡотолдо ла ул, әммә Аллаһы Тәғәлә бар бит әле. Айзилә иҫән саҡта әле, үҙе әйтмешләй, «ҡыҙҙан» кәләш алды. Айзиләнең вафатына күп тә үтмәне, элекке ире эштә ҡазаланды—ҡаты йән йәрәхәттәре алып, түшәккә ятты. Йәш кәләшенең түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне, бер яҡтан кеше балаһын ҡарарға, икенсе яҡтан хәрәкәтһеҙ ятҡан ирҙе бағырға кәрәк. Яҙмыштың бындай боролоштарына әҙер булмаған ҡыҙ күрше егеткә әүрәп китте. Берҙән-бер көн иренең яңы машинаһына ултырып, һөйәре менән ситкә сыҡты ла китте. Бына шулай һәмәйҙе ҡатынының ҡәҙерен белмәгән ир. Иргә ҡатын табылыр, ә бына балаға әсәһен бер кем дә алмаштыра алмай. Хас әсәһенә генә оҡшап торған үҫмерҙе күргән һайын йөрәгем әрней. Аҙғын тормошто алға ҡуйған атаһы уны иң ҙур бәхеттән--әсә наҙынан мәхрүм итте.

Был тарафтарҙа ҡатын-ҡыҙ шулай йәбергә дусар булып, бахыр булып көн итә тип уйлап ҡуймағыҙ. Төрлө ғаиләләр бар, әммә ҡайһы бер «бәләкәй генә дәүләттә» нишләптер гел гүзәл зат ҡыйырһытыуға дусар. Үҙ ҡәҙеребеҙҙе үҙебеҙ белмәйбеҙме, әллә ир-егеттәр бәҫебеҙҙе шулай төшөрҙөмө? Ирҙәр түгел, эскелек, яман ғәҙәттәр, иманһыҙлыҡ юҡҡа сығара ҡатын-ҡыҙҙы. Ҡасабала эсеп, аҙып-туҙып йөрөгән ҡатындар ҙа юҡ түгел. Араҡының аҙағы үлем икән билдәле. Һуңғы арала ғына 5-6 ҡатын эсеп үлде. Быйыл яҙ ғына еңел тормош яратыусы ете балалы ҡатын гүр эйәһе булды. Ете балаһын ете яҡҡа тараттылар. Балаларҙың алтауһы ҡыҙ бала булыуын әйтһәк, тағы ла ҡот оса. Ҡыҙҙарға бит әсәй кәрәк. Мин үҙемдән генә сығып әйтәм. Өйҙә әсәй булмаһа, йорттарыбыҙҙың йәме, балаларыбыҙҙың кәйефе, ирҙәребеҙҙең көйө юҡ. Ҡатын-ҡыҙ тотоп тора бит донъяны.

Өлкән генә йәштә яңғыҙ йәшәгән бер ағайҙы беләм. «Өйөмдө ялт итеп таҙалап, йыйыштырып, йыуыштырып торам, әммә барыбер йортомда нимәлер етешмәй. Берәй йомош табып күрше ҡатын инә лә, мин йыйыштырғандың өҫтөнән бер нисә генә әйберҙе урынынан шылдыра, урын өҫтөндәге яҫтыҡтарҙы ҡабартып ултырта, түшәктәрҙе матурлай, һауыт-һабаны урынлаштыра… Шул арала өйөм китә ҡотайып, тирә-яҡта нур уйнай башлай. Бына ҡайҙа ҡатын-ҡыҙ ҡулының тылсымы!»,--тип иҫе китеп һөйләй. Көндөң яҡтылығы–ҡояшта, күктең матур­лығы–йондоҙҙарҙа, ерҙең гүзәллеге–ҡатын-ҡыҙҙарҙа, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. 

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Беҙ ҙә ирем менән талашып, тартышып алабыҙ. Элегерәк һүҙгә килешкән һайын ирем: «Донъялағы иң яһил ҡатын миңә эләккән»,--тип әйтә торғайны. Ун биш йылдан ашыу бергә йәшәгәндән һуң ул әлеге мәлдә яйы сыҡҡан һайын: «Минең хәләлем кеүек яҡшы ҡатын башҡа берәүҙә лә юҡ»,--тип ҡабатлай. Юҡ, мин артыҡ үҙгәрмәнем, ирем иманына ҡайтты. Шуға ла уның миңә генә түгел, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәте хәҙер бөтөнләй икенсе. Ул дини мәжлестәрҙә, аяттарҙа ҡатын-ҡыҙға ҡағлышлы бик күп вәғәздәр һөйләй. «Ислам дине гүзәл затты нисек ҙурлағанын белһәгеҙ ине. Ҡатын-ҡыҙҙарға динебеҙ ҡушҡанды үтәп, ирен тыңлап йөрөһә, ожмахтың ете ишеге лә асыҡ»,--ти ул яйы сыҡҡан һайын.

Ысынлап та, Ислам ҡатынды, әсәне юғарылыҡҡа күтәрә. Изге «Ҡөрьән Кәрим»дә нескә заттың бурыстары, хоҡуҡтары билдәләнгән айырым сүрә лә бар. «Ән-Ниса»ла көнкүрешкә бәйле барлыҡ мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә үҙенең мөбәрәк хәҙистәрендә ҡатын-ҡыҙ тураһында күп тапҡыр иҫкә алған. Шулар араһынан «Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында» тигәне генә лә бихисап һорауға яуап.

Бер егет өлкән йәшкә еткән әсәһен хажға йөкмәп алып килгән. Хәле бөткән, аяҡтары ҡаты, сәнскеле үҫемлектәрҙән ҡанап бөткән... «Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткән ул, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде күреп.–Әсәйемдең бөтөн әйткәндәрен үтәп торам. Хатта ки үҙен хаж ҡылырға алып килдем. Уның хаҡын үтәй алдыммы?» Пәйғәмбәребеҙҙең яуабы иһә–һәр беребеҙ өсөн ҙур һабаҡ. «Әсәйҙәрҙең беҙҙе донъяға килтергән ваҡытта тотҡан бер тулғағының да хаҡын үтәү мөмкин түгел», – тигән ул.

Ошо хәҙистәрҙе иҫкә төшөргәндә лә, әсәйҙәрҙең, ҡатын-ҡыҙҙарҙың ни ҡәҙәр бөйөклөгөнә йәнә бер ҡат инанабыҙ.Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла иғтибарҙан айырмайыҡ. Улар беҙҙең яратыуҙы тойоп, бөтөн күңелле булып үҫергә тейеш. Ир менән ҡатын бер-береһенә ихтирам күрһәтмәһә, быны тойоп буй еткергән ҡыҙға үҙ тормошон ҡороу ауырға төшәсәк. Һөйөү мөхитендә үҫмәгәнлектән, яңылыш юлға баҫыуы ла ихтимал. Шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙға айырыуса иғтибарлы, ихтирамлы булыу зарур.

Гүзәл заттың иң ҙур бурысы–нәҫелде дауам итеү. Демография мәсьәләһе тап уға бәйле. Ә ғаиләнең, илдең иҡтисади нигеҙе, ҡеүәте өсөн ир-ат яуаплы. Ул яҡындарына йәшәү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тейеш.Ҡатын-ҡыҙ ауыр эш башҡарырға тейеш түгел. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бының киреһен күрергә мәжбүрбеҙ. Тормоштоң ауыр йөгөн тартып барған байтаҡ гүзәл зат вәкилдәренең ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхетенән мәхрүм булыуы айырыуса аяныслы. Тыуым кәмеүенең, һөҙөмтәлә белем усаҡтары ябылыуҙың, бәғзе ауылдарҙың нигеҙе ҡороуының сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа. Аллаһы Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө, бала тыуҙырыусы итеп яралтҡан икән, ошо юлдан тайпылыу яҙыҡ булыр. Ғаиләне, илде иһә ир тоторға тейеш.

Нисек тә килешеп, үҙ балаларыбыҙҙы үҙебеҙ бағып, ҡорған донъяларыбыҙҙың мәнфәғәтен күреп, аҙғынлыҡты, насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәй, тыныс йәшәргә тырышайыҡ, әхирәттәр. Ир йәшәрлек икән, ипкә һалырға була. Тиран икән, үрҙә яҙып уҙған меҫкен ҡатындар хәленә ҡалмаҫ өсөн, унан ваҡытында ҡотолоу хәйерле. Әйткәндәй, Рәсәйҙә «Ғаилә-көнкүреш йәберләүҙе профилактикалау тураһында» закон проекты әҙерләнә. Әгәр ул бойомға ашһа, низағ булған ергә саҡырылған полиция хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәрҙе һаҡ аҫтына алырға һәм хәүефһеҙ урынға илтеп ҡуя аласаҡ. Урындағы властар ауыр тормош хәленә тарыусылар өсөн махсус үҙәк булдырырға тейеш. Полиция ғауға ҡуптарыусыға туғандарын, яҡындарын тыныслыҡта ҡалдырыу тураһында әмер бирә аласаҡ. Рәсми рәүештә «стоп-сигнал» алған кешене иҫәпкә алып, махсус психологик курстарға йөрөтәсәктәр. Уға ҡорал менән эш итергә рөхсәт ителмәй. Суд әмерҙәре лә буласаҡ. Тағы бер мөһим бер факт: уҡытыусылар ғаилә йәбере факттары шаһиты булһалар, был хаҡта улар мотлаҡ хоҡуҡ органдарына хәбәр итергә тейеш. Закон проектын тәҡдим итеүселәр һүҙҙәренә ҡарағанда, илдә 40 процентҡа яҡын ауыр енәйәттәр ғаиләлә ҡылына. Аш-һыу бүлмәһендә башланған талаш, бысаҡ менән барып тамамланып ҡуя.

(әхлаҡи күҙлектән сығып исемдәр үҙгәртеп алынды).

ФОТО ИНТЕРНЕТТАН

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: