Уҡытыусыларҙың ҡанын эсә торғас, урам буйынан уҡытыусылар эҙләр хәлгә еттек. Ул ғына ла түгел, байтаҡ мәктәптәр директорһыҙ ҡалды. Килергә теләмәйҙәр. Һәм мин уларҙы аңлайым.
Яңыраҡ шундай бер йәмһеҙ күренешкә тап булдым. Бер әсә бөтөн ғәм алдында уҡытыусыға ташланды. "Попробуйте ещё моему ребёнку..." Әллә ниҙәр әйтеп бөттө. Уҡыусылары, коллегалары үтеп йөрөй, ул уҡытыусы ни хәл генә күтәрҙе икән шул мәсхәрәне?!
"Балалар менән эшләү бер ни түгел, ата-әсәләр менән эшләү ауыр", тиҙәр. Шулайҙыр. Ҡырҡ атанан тыуған ҡырҡ баланы тәрбиәлә, өҫтәүенә туғыҙ-туҡһан ата-әсәһе менән эшлә.
Ул чаттар - колхоз баҙары. Кем кемгә төрткән, кем кемдең сәсен тартҡан, кем нимә тигән. Ау, ата-әсәләр, беҙҙең үҙебеҙгә садиктан сығырға ваҡыт! 35-40 бала араһында ниндәй айырым иғтибар? Шәхси мәктәпкә бирегеҙ, унда һеҙҙең балағыҙҙың алдында ла бейерҙәр, артын да һөртөрҙәр. Аҡса ғына түләгеҙ! Мәктәп - ул йәмғиәт нигеҙе. Унда бала тормошҡа яраҡлаша, кеше менән мөнәсәбәт ҡорорға өйрәнә, үҙ аллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа нығына, ғөмүмән, ҙур донъяға үҙ юлын яра. Шунда ла, ошаҡ тыңлап, араларына тығылып йөрөйөкмө? Балалар ни талашыр ҙа ярашыр, ә һеҙҙең күңелдә төйөр ҡалыр. Сәс тартышҡан шул балалар аҙаҡ ғаилә ҡорһа, һеҙ ултырмаҫһығыҙмы йөҙ йыртышҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар булып?!
Балаһының ошағын тыңлап, бөтөн ергә ялыу ташып йөрөгән ата-әсәләр ғәҙәттә шул балаға баш була алмай, сөнки бала алдында педагогик абруй һалып тапала. "Әсәй хәл итәсәк, мин бында батша!" Шулай түгелме ни? Бала идара итә мәктәп менән. Унан әсәһе тағы йөрөй уҡытыусыларҙы ғәйепләп, башҡа ата-әсәләрҙе туҙҙырып, кеше балаһын тәрбиәләп. Һин үҙеңдән башла, балаңды тыңлата алмағанға башҡалар ғәйепле түгел. Балаларҙы "өф" итергә өйрәткән европа психологтарын тыңлай торғас, психиатрға барыр хәлгә еттек, шикелле.
Бына шундай карусель. Әйләнә лә баҫа. Кластың эсен тикшереп, уҡытыусы биләмәһенә кермәһәк ине. Кәрәк булһа, ул үҙе әйтә, эш территорияһындағы мәсьәләләрҙе үҙе хәл итә. Ә директорҙың бурыстары бүтән - ул ойоштороусы, ул хужалыҡ эштәрен хәстәрләүсе, коллектив менән идара итеүсе, финанс мәсьәләләрен яйлаусы. Һәр ата-әсәнең ошағын тыңлап ултырһа, үҙ бурыстарына уның нисек ваҡыты ҡалһын? Бөртөкләп йыйған уҡытыусылары алдында "Китмәгеҙ инде?!" тип тубыҡланып торор хәлгә етте бит инде улар.
Әҙ генә тотанаҡлы, әҙ генә ихтирамлы булһаҡ ине мәктәп хеҙмәткәрҙәренә. Урамдан йыйған педагогтарҙың эш сифатына, тәжрибәһенә аҙаҡ тағы үҙебеҙ зарланабыҙ бит. Уҡытыусы һәм ата-әсә ике ҡанат кеүек, баланы һәр яҡтан бергә үҫтерергә тейеш.
Бер балыҡ башы булһа ла, сәйнәнем инде. Юҡһа, гел "Балыҡ башынан серей" тибеҙ ҙә, әллә ҡайҙағы өҫтәгеләрҙе ғәйепләйбеҙ, ғәмәлдә төп серек үҙебеҙҙән башлана. Ағыуламаһаҡ, серемәҫ!
Светлана Насырова.
фото интернеттан