АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Октябрь , 16:05

Үҫәргән улы булыуым менән ғорурланам!

Хаҡ яҙмышыма шөкөр, атай әсәйем сабый сағымдан кемлегемде, нәҫел тамырҙарымдың ҡайҙан килеүен әйтеп, өйрәтеп үҫтерҙе. Атайымдың һүҙ араһында ғына: “Улым, ырыуың кем әле? Ораныбыҙ нисек? Ағасыбыҙ, ҡошобоҙ?” – тип ҡабатлауы, яуап бирә алмай, ҡыйынһынып ҡалһам, әсәйемдең әйтеп-төҙәтеп ебәреүе ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булғанлығын бөгөн тулыһынса аңлайым! Ысын халыҡ педагогикаһы булған бит бындай тәрбиә! Әсәйемдең, өләсәйемдең ҡарауыҙҙары, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Баянһылыу”, “Көтөл батыр”, “Көнһылыу”, “Мәскәй әбей һәм үгәй ҡыҙ” һәм башҡа бик күп әкиәт-легендалары, тарихи бәйәндәре сабый күңелендә әйтеп аңлатҡыһыҙ эҙҙәр ҡалдырҙы...Ҡыпсаҡтан Мәғәзирә ҡоҙағый Хәсәнованан ишеткән бихисап легенда-тарихтарҙы әле булһа ваҡыт-ваҡыт иҫләп алам. Атай-әсәйем Йылайырға барыр булһа, күрше ауылдан йәйәүләп килеп, улар менән район үҙәгенә барыр ине оло ғына йәштәге әбей. Арбаның арт яғына икебеҙ ҡушлап ултырып алабыҙ. Оҙон юл буйына ул ниндәй ҙә булһа берәй тарих һөйләй, ә мин ауыҙ асып рәхәтләнеп тыңлайым. Уның Һыҙғы байҙарының революция осоронда үҙ байлыҡтарын ҡайҙа йәшереүе, Яусапҡан ҡаяһында йәшәгән ҡасҡындар, Һыҙғы халҡының үҙенсәлекле холоҡ-фиғеле, уларҙың теге йәки был улына нисек кәләш алыуҙары хаҡындағы бәйәндәре әле булһа күңел төбөндә һаҡлана. Ир етеп, редакцияла эшләй башлағас, ошо бәйәндәр нигеҙендә эҙләнеү эштәре башларға ҡыҙығып та йөрөнөм бер осор... Тик донъя мәшәҡәттәре форсат бирмәне...

Үҫәргән улы булыуым менән ғорурланам!
Үҫәргән улы булыуым менән ғорурланам!

Үҫәргәндәр йыйынын ҡаршылап


Йылайыр районының Сәләх ауылы сағыштырмаса йәш ауылдарҙың береһе. 1920 йылдар аҙағында райондың йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ҡайраҡлы (Түбәнге Ғәле) һәм Аҡсура (Үрге Ғәле) ауылдарынан ун бишләп йәш ғаилә Әлекәй утарында нигеҙ ҡора. Әлекәй – Ғәле олатай Солтановтың йәйләүе була. Ауылға беренсе булып күсеп сыҡҡан Сәләх олатай Мортаев мәрхүмдең исеме бирелә. Башта ул ошо ауыл һыулаған Ҡараһаҙ йылғаһының исеме менән йөрөтөлә. Яңы ауылдың барлыҡҡа килеүендә алдынғы ҡарашлы шәхестәр Абдулла Рәмов, Әхмәҙей Солтановтарҙың роле ҙур була һәм күсенеү мәсьәләһендә нәҡ улар башлап йөрөүселәр булалар. Аҙаҡ Әхмәҙей олатайҙы Маҡар районына етәксе вазифаға үрләтәләр, ә Абдулла олатай мәрхүм һуңғы көнөнәсә Сәләхтә йәшәп, вафат була. Ул йәшәгән йорт әле лә бар...
Рәмовтар ҙа, Солтановтар ҙа оҙаҡ йылдар үҙ-ара бик татыу, аралашып йәшәнеләр. Байрам-туйҙар ауылдың олоһона ла, кесеһенә лә уртаҡ булды, тип әйтһәм, арттырыу ҙа, яңылышыу ҙа булмаҫтыр, моғайын... Бары советса йәшәү өлгөһө бөтөп, һәр кем үҙенсә йәшәй башлағас ҡына ауылдаштарҙың, хатта яҡын туғандарҙың араһы һыуына төштө. Шулай ҙа сәләхтәр бер-береһенә ярҙамлашып, күрше-тирәһенең хәл-әхүәлен белешеп, уртаҡ байрамдар ҡороп йәшәүҙән бөтөнләй үк ситләшмәгәндәр әле.
Хаҡ яҙмышыма шөкөр, атай әсәйем сабый сағымдан кемлегемде, нәҫел тамырҙарымдың ҡайҙан килеүен әйтеп, өйрәтеп үҫтерҙе. Атайымдың һүҙ араһында ғына: “Улым, ырыуың кем әле? Ораныбыҙ нисек? Ағасыбыҙ, ҡошобоҙ?” – тип ҡабатлауы, яуап бирә алмай, ҡыйынһынып ҡалһам, әсәйемдең әйтеп-төҙәтеп ебәреүе ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булғанлығын бөгөн тулыһынса аңлайым! Ысын халыҡ педагогикаһы булған бит бындай тәрбиә! Әсәйемдең, өләсәйемдең ҡарауыҙҙары, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Баянһылыу”, “Көтөл батыр”, “Көнһылыу”, “Мәскәй әбей һәм үгәй ҡыҙ” һәм башҡа бик күп әкиәт-легендалары, тарихи бәйәндәре сабый күңелендә әйтеп аңлатҡыһыҙ эҙҙәр ҡалдырҙы...
Ҡыпсаҡтан Мәғәзирә ҡоҙағый Хәсәнованан ишеткән бихисап легенда-тарихтарҙы әле булһа ваҡыт-ваҡыт иҫләп алам. Атай-әсәйем Йылайырға барыр булһа, күрше ауылдан йәйәүләп килеп, улар менән район үҙәгенә барыр ине оло ғына йәштәге әбей. Арбаның арт яғына икебеҙ ҡушлап ултырып алабыҙ. Оҙон юл буйына ул ниндәй ҙә булһа берәй тарих һөйләй, ә мин ауыҙ асып рәхәтләнеп тыңлайым. Уның Һыҙғы байҙарының революция осоронда үҙ байлыҡтарын ҡайҙа йәшереүе, Яусапҡан ҡаяһында йәшәгән ҡасҡындар, Һыҙғы халҡының үҙенсәлекле холоҡ-фиғеле, уларҙың теге йәки был улына нисек кәләш алыуҙары хаҡындағы бәйәндәре әле булһа күңел төбөндә һаҡлана. Ир етеп, редакцияла эшләй башлағас, ошо бәйәндәр нигеҙендә эҙләнеү эштәре башларға ҡыҙығып та йөрөнөм бер осор... Тик донъя мәшәҡәттәре форсат бирмәне...
Бер аҙ ситкә тайпылдым булһа кәрәк... Шулай, Сәләх ауылында башта үҫәргән ырыуынан сыҡҡан кешеләр генә нигеҙ ҡора. Тора бара Һыҙғы, Һаҡтау ауылдарынан күсеп килеүселәр өҫтәлә. Һуңғы йылдарҙа унда башҡа ауылдарҙан Сәләх ҡыҙҙарына өйләнеүсе ир-аттар төпләнде һәм фамилия яңыртты.
Мин белгәндә тыуған ауылымда Рәмовтар унлап өйҙө тәшкил итә ине. Бер туғандар кеүек аралашып йәшәне улар. Солтановтарҙан да бер нисә йорт “татарҙар” араһынан айырылманы. Бесән, ҡаҙ өмәләрендә, һуғым осоронда, картуф ултыртыу-алыу эшендә, яҙын баш итенә саҡырышыуҙа, туй, ҡунаҡ-төшөмдә арабыҙ һәр саҡ бергә булды.
Рәмовтарҙың үҙҙәренә күрә арҙаҡлы шәхестәре лә бар. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ошо эштең башында йөрөгән уҙаман Абдулла Әбделвәли улы Рәмов, мәҫәлән, заманында абруйлы, уҡымышлы кешеләрҙең береһе була. Уның улдары Айрат ағай менән Фәрит ағай күптәргә таныш шәхестәр. Айрат ағай ғүмерен офицерлыҡта үткәреп, хеҙмәт йылдарын хәрби хеҙмәткә бағышланы. Фәрит ағайыбыҙ, юғары уҡыу йортон тик бишкә генә тамамлаған ихтирамға лайыҡ уҡытыусы, ҡәләм оҫтаһы булып танылды.
Абдулла олатайҙың бер туған ҡустыһы Нотфулла олатайҙың улы Рәшит ағай ҙа хәрбиҙәр юлын һайлай – Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби ҡаласығында һынаусы-лётчик булып эш башлай һәм самолетты сираттағы һынау ваҡытында йәшләй генә һәләк була. Уға етәге Фазылйән ағайыбыҙ зоотехник һөнәренә эйә булды. Ул Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында үҙ һөнәре буйынса тир түкте. Әле пенсияла һәм Ҡырмыҫҡалыла йәшәй.
Әҙеһәм олатайымдың улдары Әбделмән, Әбделхәй һәм Хөснолхаҡ Рәмовтар ҙа ғүмерҙәрен намыҫлы хеҙмәт менән үткәрҙеләр. Бөйөк Ватан һуғышынан ғәрипләнеп ҡайтҡан олатайым Әбделмән, икенсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, пенсияға сыҡҡанынса көсөнән килгән эштән ҡалманы. Ғүмеренең һуңғы йылдарында беренсе төркөм инвалиды булып, ҡатыны Нәғимә инәйебеҙ тәрбиәһендә вафат булды. 42 йәшендә генә гүр эйә булған Әбделхәй ағайым менән Хөснолхаҡ ағайым механизаторҙар булдылар. Хөснолхаҡ Әҙеһәм улы алдынғы комбайнсы булараҡ та һәр саҡ маҡтаулы булды, исеме почёт таҡтаһынан төшмәне.
Атайым Зәкирйәндең күп ғүмере совхоз малдарын бағып үтте. Бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған йәйге лагерҙарҙа көн күреп, яҙғы-көҙгө ырашҡыларҙа мейесһеҙ будкаларҙа йоҡлап, таҡа-тоҡа менән тәғәмләнеп йөрөү уны һәм бергә эшләгән иптәштәрен йәшләй генә әхирәткә алып китте. Атайымдың бер туған ҡустыһы Батырйән ағайым да 39 йәшендә генә Ҡанифа еңгәйебеҙҙе ете бала менән тол ҡалдырҙы. Ул да совхоз эшен бер көн ҡалдырмай эшләне. Хатта үҙе үлгәс тә бәләкәй улдары, ул йөрөгән беларустең тауышын ишетһә: “Атайым ҡайтып килә!” – тип тәҙрәгә ябырылырҙар ине...
Марат ағайым Рәмов бар ғүмерен электр монтеры булып үткәрҙе. Бары һуңғы йылдарында ғына ауылға газ баллондары ташыусы булды. Ошо олатай-ағайҙарымдың улдары ла һәр ҡайһыһы үҙ урынында намыҫлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙандылар!
Йәшләй-йәшләй генә ауыл янындағы зыярат түңенә күсеп бөткән туғандарымды иҫләйем дә, ғорурлыҡ тойғолары кисерәм! Барыһы ла ғүмерҙәрен бушҡа үткәрмәгән! Һәр ҡайһыһынан ауыл, район, ил тарихында яҡты эҙ ҡалған, улар туғандары, ауылдаштары күңелендә әле булһа йәшәүҙәрен дауам итәләр!
...Ғүмерлек мөхәббәтем, яҙмышым бүләге булған хәләл ефетем Эльвира Әбделғәней ҡыҙы ла үҫәргән ырыуынан. Һабыр ауылының абруйлы шәхестәре Әбделғәней Ильяс улы менән Лима Миңлеғәзиз ҡыҙы Ҡоҙашевтарҙың татыу һәм матур ғаиләһендә баш бала булып донъяға килгән ҡыҙ ике ҡустыһына апай булып үҫә. Ҡайным аҙ һүҙле, эш өсөн йәнен биргән кешелекле һәм кеселекле ир булды. Уның бар белгәне ауыл кешеһенең мәңге бөтмәҫ ваҡ-төйәк эше ине. Төш мәлендә ҡыҫҡа ғына ялға туҡтаған арала ла нимә менәндер булышып, берәй эшен бөтөрөп, уныһын-быныһын оҫталап ултырыр ине ул. Шул арала үҙенең үткән тормошона байҡау яһап алырға ла ваҡыт тапты уҙаман:
–Балта эшенә, оҫталыҡҡа атайым Ильяс Утарбай улынан өйрәндем мин, кейәү. Бәләкәйҙән уға эйәреп, бура бурарға, йорт күтәреү, урҙа-өрлөк сабыу, ишек, тәҙрә яңаҡтары ултыртыу, рамдар яһау, атламалар ҡуйыу, ҡыйыҡ ябыу, һырлау-семәрләү эштәре менән булырға өйрәндем. Эшләгәнем кешегә булһа ла, өйрәнгәнем үҙемә булды, тормошта бик ярап ҡуя хәҙер!..
Һабырҙа һәм күрше-тирә ауылдарҙа күп йорттар Ильяс һәм Әбделғәней ҡайнымдарҙың ҡул йылыһын һаҡлай хәҙер. Хәйбулла районының Сәғит (Ҡалтай) ауылында йәшәүселәр үҙҙәрендәге иман йорто өсөн бөгөн дә ҡайным мәрхүмгә рәхмәттәр уҡый!
Ҡайнымдың тағы бер маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ яғы – техника менән дуҫ булыуы ине. Шуғалыр ҙа махсус белемһеҙ ҙә оҙаҡ йылдар механик булып эшләгән ул! Ниндәй генә техникаға тотонмаһын, рәтләп, йүнәтеп, сәғәт шикелле эшләтеп ҡуйыр ине мәрхүм. Республиканы һәм күрше өлкәләрҙе арҡырыға-буйға иңләп, меңәр саҡырым оҙон юлдар үтеп, запчасть йүнләгән бөтмөр механиктың машина йөрөтөүгә танытмаһы булмағанына иҫем китте! Мин кейәү булып, бер нисә йыл йәшәгәс кенә танытма ала алды ул. “Ағай, олоғайғанһың, һиңә танытма нимәгә?” – ти ҙә ҡуялар икән кәрәкле урындарҙа... Шулай Йылайырға килә-ҡайта йөрөүе бер нисә ҡабатланды... “Ҡайным нимәгә Йылайырға урата килә әле ул?” – тип ҡыҙыҡһынам ҡыҙынан. “Права ала алмай йөрөй...” – техника менән дуҫлығым булмаған миңә ҡатыным ырыя ғына яуап бирә. “Аһ, нишләп миңә өндәшмәйһегеҙ!? Дауна алып бирер инем...” Шул кисте үк ҡайным менән телефон аша һөйләштек тә, бер-ике көндән ул, айҙар буйы артынан йөрөгән танытманы кеҫәһенә һалып, ат менгәндәй булып, ҡыуанып ҡайтып китте...
Ҡайнағаларым – ҡайнымдың бер туған ҡустылары Юныс һәм Илдар Ҡоҙашевтар ҙа оҫталыҡ эшендә унан ҡалышмайҙар. Икеһенең дә донъялары әйләнеп сыҡҡыһыҙ! Үҙ ҡулдары менән заман уңайлыҡтары булдырып, башҡаларҙан бер ҙә генә ҡалышмай йәшәйҙәр, хатта күп нәмәлә уҙҙыраларҙыр ҙа әле... Айҙар менән Илнур ҡәйнештәремдең дә һәр эшкә ҡулдары яғылып бара. Уларға ла “техника ене” ҡағылған.
Әйткәндәй, Юныс ҡайнағам районда Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан берҙән-бер иҫән ветеран! Олпат йәштәге аҡһаҡалдың әле булһа егеттәрсә йөрөүенә, йәштәрсә дәрт менән йәшәүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!
Ҡырҡ йылдан ашыу педагогик стаж менән хаҡлы ялға сыҡҡан Илдар ҡайнағам да әле ҡул ҡаушырып ултырырға ашыҡмай. Район үҙәгендә бына тигән йорт бөтөрөп инде. Хәләл ефете – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шулай уҡ үҫәргәндәр ҡыҙы Фәндиҙә еңгәйебеҙ менән ең һыҙғанып донъя көтәләр. Икеһе лә йәмәғәт эшенең уртаһында ҡайнайҙар...
Беҙҙең Рәмовтар – “татарҙар” араһынан Бөйөк Ватан һуғышында унлап ир-уҙаман ҡатнаша. Күптәре ил азатлығы өсөн яу яланында баштарын һала. Йәнғәле, Әхмәтйән, Йомабай олатайҙар кәләш тә алып өлгөрмәгән йәш егеттәр көйө ғүмерҙәрен ҡорбан итәләр.
Абдулла, Әбделмән, Нотфулла, Йомағужа олатайҙарым утлы ғәрәсәттән иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтып, тыуған ауылдарында нигеҙ яңыртып йәшәнеләр. Ә бына Исмәғил, Әхмәтшакир, Ғилман олатайҙарымды күрергә яҙманы беҙгә, бары тик уларҙың хәләл ефеттәре Нәбирә, Разия, Сафия инәйҙәремдең күҙ йәштәре аша һөйләгәндәренән сығып ҡына әҙме-күпме танышмын...
“Беҙ – үҫәргәндәр бит әле! Күндәм, намыҫсан һәм бөтмөр нәҫел вариҫтары!” – атай-олатайҙарымдың айырым бер ғорурлыҡ менән әйткән был һүҙҙәре бөгөн дә беҙҙең өсөн тормош девизы булып яңғырай!
Мотал Рәмов,
РФ һәм БР журналистар берлеге ағзаһы, йырсы-шағир.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: