АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Сентябрь , 17:15

Ҡас һин унан!

...Баш балабыҙ беренсе класта уҡығанда ирем, ҡайны-ҡәйнә менән күрше ауылға китте. Шул саҡ келәттең асҡысын табып алып, фарш индереп улыма кәтлиттәр бешереп ашаттым. Булған һауыт-һабаны йыуып, бөтә нәмәне улар ҡайтҡансы йәшерҙем, һиҙеп,  белеп ҡалмаһындар, тип. Сөнки келәттә ит тә, фарш та күп ине. Баяғы балам тотторҙо бит әй! Әсәй, мин теге ваҡыттағы кеүек тәмле кәтлит ашағым килә тимәһенме!? Ирем урлашаһың, тип үсегеп, айырым йоҡлап йөрөнө.

Ҡас һин унан!
Ҡас һин унан!

Социаль селтәрҙә бер ҡыҙ: "Егетем туй күлдәген һатып алырға рөхсәт бирмәй",- тип яҙған ине. Етмәһә, ҡыҙҙың үҙенең аҡсаһына. Һылыу, никах уҡытҡанбыҙ тигәнһең, шуға ҡарамаҫтан, ҡас һин унан! Мин ғүмер буйы һарандар араһына тормошҡа сығып ыҙалап йәшәнем. Ауылда иремдең туғандарын һарандар тип йөрөтөүе ҡыҙ саҡта ҡыҙыҡ ине. Әммә һуңынан! Көлкөмдөң бер нәмәһе ҡалманы. Ҡәйнәм менән ҡайным бар аҙыҡты келәттә бикләп тотто. Асҡысы үҙҙәрендә. Ҡәйнә келәттән сығарып биргән аҙыҡты самалап бешерәһең. Бер бәрәңге әрсеп ултырғанда ирем ултырғыстан этә төрттө. Бәрәңгене юнып әрсейһең, тип. Ауырлы сағымда нисек асыҡҡанымды белһәгеҙ! Ашап булмай, аҙыҡ бикле. Иҫләйем: бер әсәйҙәргә киттек ҡунаҡҡа. Мин эй ашайым, эй ашайым. Әсәйем минең ябығып киткәнде күреп: “Насар йәшәйһегеҙме әллә?” - тип һораша башланы. Юҡ, тигән булдым. Сөнки ата-әсәйемде тыңламай һарандарға үҙем көсләшеп сыҡтым. Баш балабыҙ беренсе класта уҡығанда ирем, ҡайны-ҡәйнә менән күрше ауылға китте. Шул саҡ келәттең асҡысын табып алып, фарш индереп улыма кәтлиттәр бешереп ашаттым. Булған һауыт-һабаны йыуып, бөтә нәмәне улар ҡайтҡансы йәшерҙем, һиҙеп,  белеп ҡалмаһындар, тип. Сөнки келәттә ит тә, фарш та күп ине. Баяғы балам тотторҙо бит әй! Әсәй, мин теге ваҡыттағы кеүек тәмле кәтлит ашағым килә тимәһенме!? Ирем урлашаһың, тип үсегеп, айырым йоҡлап йөрөнө. Эй, хәҙер яманлағым килмәй. Береһе лә юҡ инде хәҙер яҡты донъяла, ирем дә, ҡайны ҡәйнә лә, барыһы ла иртә үлде. Өҫтәлдә ултырған бал йә кәнфитте ҡабып ебәрәм дә ялп итеп ишеккә боролоп ҡарай инем һәр саҡ. Ҡәйнәм әрләмәҫме, тип. Бына нисек бит ул... Ә бер үк кейемде нисәмә йыл кейеп ауыл бисәләренең көлкөһөнә ҡалғанымды яҙып та тормайым. Шуға һылыу, уйла, һаран кеше менән йәшәүе бик ауыр. Әгәр ғаиләһендә лә шулай булһа, тормошоң тамуҡҡа әйләнәсәк.

мәғлүмәт һәм фото Интернеттан алынды

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: