АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Август , 23:40

УНЫҢ БИТ ӘСӘҺЕ ЮҠ...

Ҡала урамынан китеп барһам, таныш апайҙы күреп ҡалдым. Ниндәйҙер ир менән һөйләшеп тора, уныһы асыулы, ҡулын улай-былай болғап ебәрә. Бына хәҙер-хәҙер теге апайға һуғып ебәрер кеүек. Таныш апай артҡа сигенеп барып, хушлашып киттеп барҙы ла минең ҡаршыға килеп сыҡты.

УНЫҢ БИТ ӘСӘҺЕ ЮҠ...
УНЫҢ БИТ ӘСӘҺЕ ЮҠ...

Ҡала урамынан китеп барһам, таныш апайҙы күреп ҡалдым. Ниндәйҙер ир менән һөйләшеп тора, уныһы асыулы, ҡулын улай-былай болғап ебәрә. Бына хәҙер-хәҙер теге апайға һуғып ебәрер кеүек. Таныш апай артҡа сигенеп барып, хушлашып киттеп барҙы ла минең ҡаршыға килеп сыҡты.

--Һаумыһығыҙ. Әллә һеҙҙе әрләйҙәр инде?—тигән булдым һиҙмәҫтән.

--Һаумыһығыҙ. Эйе, хәлен һорашып тороп әрләнеп ҡуйҙым.

--Хәл белешһәң дә әрләйҙәрме ни?

Шул саҡ апай түбәндәгеләрҙе һөйләне:

--Күптән күрмәгән танышым ул. Бынан ун йыл элек ҡатыны мәрхүмә булып ҡалған икән. Улы менән йәшәй икән әле. Улы инде ҡырҡҡа етеп бара, кәләш алмаған. Шуға бер танышымдың бер бала менән айырылған ҡыҙын димләй башланым. Имеш, йәше бара, яңғыҙ йөрөмәһен, ғаиләле булһын, тип үҙемсә изгелек эшләргә булғайным. Ҡыҙҙы ла китте атай кеше. “Аптырап бараһығыҙмы әллә? Ниндәй кәләш ти ул? Ул бит әсәйһеҙ! Кем туй үткәрә? Мин уны нисек өйләндерәйем?”—тимәһенме? Әллә, мин әйтәм, балалы ҡатын димләгәс оҡшатманымы икән тинем дә: “Йәш бара бит, кейәүгә сыҡмай йөрөгән ҡыҙҙар ҙа бар. Өйләндерер кәрәк бит һуң”,--тинем тағы. Танышым йәнә ҡыҙҙы: “Һеҙ аңлайһығыҙмы?”—тип ҡулын һуҙып-болғай башланы. –“Уның әсәһе юҡ, аңлайһығыҙмы, әсәһе. Ниндәй кәләш ти ул!”—тине өҫтәп. Быларҙы ишетеп ялтара башланым, ҡуй һүҙҙе ҡуйыртмайым тип хушлашып киттем...

 

Апай менән оҙаҡ ҡына аптыранып һөйләшеп торҙоҡ. Теге атай кеше үҙе әсә тәрбиәһендә генә үҫкән булған. Ғаилә ҡорғас та ғаиләлә күп нәмәне ҡатыны хәл иткән. Әле ҡатыны үлгәс, хатта улына кәләш алырға ла “мөмкин түгел” килеп сыҡҡан икән...

 

Әле лә шул хәл хаҡында уйланып йөрөнөм. Ҡырҡҡа етеп барған “малай”ҙарға ла ғаилә ҡорор өсөн әсәй кәрәкме икән ул? Әлбиттә, нисә йәштә булһаң да әсәй кәрәк. Әммә тормошта төрлө һынау осрай, яҙмыштар ҙа төрлөсә. Кемдер иртә китә...Әммә тормош дауам итә. Һәр кем был донъяла ғаилә ҡороп, парлы булып, балалар үҫтереп матур йәшәргә тейеш. Тормоштоң мәғәнәһе лә шунда һымаҡ. Тик, ҡырҡҡа етеп барғанда ла атай фекеренә ҡарап, әсәй юҡлыҡҡа һылтанып ғаилә ҡормаған “малай”ҙарға ни әйтергә һуң? Был йәштә һәр кемдең үҙ ҡарашы, үҙ фекере булырға һәм үҙ аллы булырға тейештер бит. Ғөмүмән, минеңсә был йәштә һәр кем – ғаиләлеме ул, ғаиләһеҙме ата-әсәнән айырым йәшәргә тейеш һәм яҙмышын үҙ ҡулына алырға бурыслы. Юғиһә, ҡартайғансы “бәпәй” булып йәшәргә тура киләсәк... Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?


Фото интернеттан.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: