Фәриҙә Ҡоҙашова башҡарыуындағы "Почтальон" йырын бик күптәр ишетеп, тыңлап беләләрҙер. Минең яҙмамды асып ҡарарға теләгәндәргә тағы ла бер мәртәбә ошо йырҙың һүҙҙәрен иҫкә алыуҙарын үтенәм.
Ике араны бәйләп, бер-береңдең хәл-әхүәлен белеп тороусы яҙмалар, әлбиттә, хаттар ине бер заман. Тик-томалдан ғына тыумай бит ул хат яҙышыуҙар. Хатың төбәлгән кешең ул һинең үҙең кеүек үк фекер йөрөтә, донъяға ҡарашы ла, уй-хыялдары ла һинекенә оҡшаш. Юғиһә, ниңә ул да эш-хеҙмәтенән туҡтап яуабын яҙа һала. Һәм минең кеүек үк түҙемһеҙләнеп хат килеүен көтә. Ике араны бәйләп тороусы күҙгә лә күренмәгән еп сылбыры бар бит ул, уны бүтәндәр тоймай.
Хәҙер анһат ул, тигән берәү. Телефоныңды ҡабыҙаһың, әңгәмәләшсеңдең тауышын ғына түгел, үҙен дә күрәһең. Шәп замандар килде кешелек өсөн. Ҡәҙерен белеп йәшәргә лә йәшәргә, йәшәргә лә йәшәргә.
Темам почта хеҙмәткәре хаҡында ине бит әле. Уйҙар йыраҡҡа - заман төпкөлөнә алып китергә генә торалар.
1977-78 йылдар... Ул заманда ла, хәйер хәҙер ҙә, почта хеҙмәткәрҙәренең эше баһалап бөткөһөҙ маҡтауҙарға эйә. Беҙҙең ауылда ла көндә тип әйтерлек таңдан тороп, атын егеп, күрше почта бүлексәһенән арбаһына газета-журналдар тейәп ҡайта торған ине Асия апай мәрхүмә. Ҡыштың һалҡын буранында ла, көҙгө әсе елдәрҙә лә, йәйге ҡайнар ҡояш аҫтында ла ул һәр саҡ юлда.
Асия апай минең ҡәйнәмдең бер туған һеңлеһе. Ҡәйнәмдән ике йәшкә генә кесе ул. Һөйләшеп ултырырға, һинең һөйләгәндәреңде ихлас тыңларға ла оҫта ине бахырҡай. Минән ете йәшкә генә өлкән улы һәм уның ғаиләһе менән йәшәне ул. Үҙем туғандарымдан ситтә йәшәгәс уны яҡыным кеүек күрҙем.
Шулай йәшәнек тә йәшәнек, йәшәнек тә йәшәнек. Килһә, яҡты йөҙөм, яҡшы һүҙем булды.
Июнь айы ине. Илле йәшемде тултырырға ла бер ай тирәһе генә ҡалғандыр әле ул саҡ. Эштән ҡайтып ситке яҡта табын ҡороп йөрөйөм. Кухняның тәҙрәһенән юл аша ғына ауыл магазины бар. Уның эргәһенән үткән-һүткәндәр күҙгә салынып ҡала.
Өҫтөнә ҡыҙыл джемперен кейеп, сағыу сәскәле яулығын ҡупшы ғына итеп артҡа ҡайтарып бәйләп ҡуйған апайым еңел генә атлап юлдан китеп бара. Беҙҙең яҡҡа боролдо. Бүтән ҡайҙа барһын, әлбиттә, беҙгә килә. Икенсе сынаяғымды өҫтәлгә ҡуя һалдым. Әллә өҫтөндәге ҡыҙыл төҫтәре, әллә ашығып йөрөп ятыуы йөҙөнә лә һытылып китерҙәй ҡыҙыл нур япҡайны.
- Рәхмәт инде, һиңә, килһәм, апайым өйҙә юҡ тип тормайһың, сәйең ҡайнаған, буш сығармайһың, - тип, миңә ҡаршы яҡлап ултырғысҡа йәтешләне.
Һөйләшеп кенә сәй эсә лә башланыҡ. Газ плитәһе янымда ғына, сәйнүк аҫтындағы уты ла әкрен генә янып уны һыуындырмай, ҡайнар тота.
Ҡустыһының миңә мөнәсәбәтен һораша. Мин эс серҙәремде уртаҡлашам, бит асыҡтан асыҡ һөйләшер бүтән кешем юҡ янымда.
- Һине бәхетһеҙ иткән мин бит ул, - тине кинәт кенә Асия апай. (Әпәт ток һуҡты!)
Әле кейәүгә сыҡмаҫ борон булған хәл күҙ алдына килде. Был ауылға эшкә килгәс квартирға ингән әбейҙәрҙең өйө Асия апайҙың өйҙәре менән йәнәшә генә ине. Уларҙың урамына бер түгел өс тәҙрә ҡарай. 78-се йылдың майы ине. Минең менән осрашып йөрөгән егет (хәҙер ул минең ирем) Мәләүездә уҡып йөрөгән еренән кәләш апҡайтҡан һәм улар ҡултыҡлашып ҡына урамдан үтеп апайҙарҙың кәртәһенә инеп киттеләр.
Тик бында апайҙың ней ҡыҫылышы бар һуң?
Ул күренешкә минең дә ҡыҫылышым юҡ! Йәне теләгән йылан ите ашаған тиҙәрме беҙҙә?
Ана! Бибей әбей ҙә арҡамдан һөйөп, ҡотолдом, тип әйт, ҡотолдом , тип әйт, тип торасы. Ишетәм, әммә мәғәнәһенә төшөнмәйем. (Ниңә шул әбекәйҙәр турыһын ярып һалып һөйләшмәгәндәр икән.)
Тик ул ваҡиға бер нисек тә мине бәхетһеҙ итә алмаҫ та ине. Бәлки ул ҡыҙ бала бәхетһеҙҙер.
Сәй яңыртам. Апайым ҡыҙарып бешкән ҡаты сәй ярата. Үҙе лә ир бәхете күрә алманы шул. Ней әйтәһең. Һуғыштан һуң имен ҡайтҡан ир-ат та бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған шул. Апайҙарҙың күбеһе йөрәгендә һаҡлап йөрөткән мөхәббәтенә һыйынып йәшәһә, бүтәндәре яҡынын юғалтып ҡуймау йә иһә көндәшлек утында янмау теләге менән көн күргәндер. Ҡайһы төркөмгә ингәндер апайым - уныһы минең эш түгел.
Минең тын ғына уға ҡарап ултырыуым һиҫкәндерҙе, ахыры, сәйҙәшемде.
- Эштән ҡайтҡанһың бит, эс сәйеңде. Һыуынып ҡуймаһын!
Мин сынаяҡҡа үреләм. Өҙөлөп торған һөйләшеүҙе ҡай юҫыҡтан бәйләп китергә белмәй албырғап ҡалдым.
- Ғәфү итә алырһыңмы икән?
- Бәй! Шул тиклем ғәфү итә алмаҫлыҡ нимә булды һуң ул?
-Ошо йөрәгем сәнсеп йонсотто. Берәй ҡабым дарыуың булмаҫмы.
Берәй ҡабым дарыу ҡараштырғанда тағы бер хәл иҫкә төшә һалды. Эй... был йәшен тиҙлегендәге уйҙар. Ул мәлдә лә эштән ҡайтып ҡына тора инем. Сәғәт өстәр тулып киткәйне. Минең ҡәйнәмдең йортона килгәндең тәүге ҡышы ине. Ул йылдарҙа харап ҡарҙар күп яуа торғайны. Урамдарҙы көрт баҫа, тауҙар өйөлә. Өйөлгән ҡар тауҙарынан түбән төшөр өсөн баҫҡыстар яһап бөтәләр ине ауыл ҡарттары. Апайымдың да иңенә ауыр сумкаһын аҫып түбән төшөп кенә килгән сағы. Туңҡандай-туңҡандай. Аны-быны уйлап тормай, өҫтөмдө алыштырып алайым тип. пәрҙәне тарттым. Ҡәйнәм эштән туҡтамаған ине әле. Ауыл магазинында һатыу эшендә ҡайнай ине. Кис етеләрҙә ҡәйнәм ҡайтты ла әйтмәһенме, көпә-көндәҙ пәрҙә тартып йоҡлап ятмаһағыҙ, тип. Ипләп кенә аңлаттым. Миңә ҡыҙып һөйләшергә ярамай, бит мин уҡытыусы. Ололарҙы хөрмәт итеп кенә тыңларға тейешлемен. Һүҙ юллап та йөрөмәнем. Кем еткергән был хәлде, ҡай арала гәзит-журналдарын, хаттарҙы таратып сығып магазинға юлыҡҡан, ул хаҡта уйлап та ҡараманым. Минең белгәнде ул бит үҙе лә белмәне ул саҡ?
- Бәхет менән бәхетһеҙлекте ҡайһы үлсәм менән үлсәйҙәр икән? - тип һүҙҙе дауам итергә тырышам.
Оҙаҡҡа китте бит әле был сәй эсеү тип, үҙем борсола ла башланым. Башлаған сәйемде йотҡолап алам.
- Ғәйебем шунда: Һиңә һалдат егетеңдән килгән хаттарҙы бирмәнем, һинекен оҙатманым.
Кинәт йөрәгем туҡтағандай булды. Бер генә секунд! Ҡарашымды тәҙрәнән тышҡа йүнәлтәм. Был тиклем дә әшәкелекте уйлап та бирмәй инем бит. Башҡа һыймаҫлыҡ хәбәр!
Юҡ! Аңым барыбер был яманлыҡты ҡабул итмәй.
Тәрән итеп тын алам да йөрәк тибешемде тойорға тырышам.
Ниңә? Ни өсөн? Утыҙ йыл буйы эсенә һыйҙырғанды бөгөн килеп әйтергә уны нимә этәрҙе?
Апай һүҙен дауам итә.
- Һине инәйем бик оҡшатҡан. Ҡулдары ла йомшаҡ ҡына, тауышы ла яғымлы, тип маҡтаны.
Иҫемә төштө ул көн. Шул тәҙрәнән ҡарай ҡуйғайным. Кинәт ҡаршылағы йорттоң күтәрмәһенән берәү түбәнгә ҡолай. Мин уға ярҙамға ашығам. Һөйәкте генә ҡаплап торған йоҡа тиреһе аҡтарылып һалбырап төшкән. Тирене урынына ҡапланым да башымдағы аҡ яулығымды бүлгеләп әбейҙең ҡулын бәйләп ҡуйҙым. Баҡтиһәң, әбекәй бөтөнләйе тома һуҡыр икән. Күтәрмәнән кире менергә лә ярҙам иттем. Шул ғына хәл булғайны бит.
- Апайымды ла уйланым. Һәйбәт киленле булыр, йәнәһе.
- Булдыра алһаң, берүк ғәфү ит мине.
Тыныс күренергә тырышам. Әле генә ҡыҙара бүртеп ултырған кешемдең йөҙө ҡараңғыланып киткән. Яурындары ла аҫҡа тартылып киткәндәй, былай ҙа сибек кенә кәүҙәһе бөршәйә төшкән.
- Булғаны булған бит инде, апай. Миңә сит ҡан булһаң да балаларыма сит түгелһең бит. Балаларым хаҡына ғәфү итермен. Нишләп итмәҫкә? Һиңә рәнйеһәм, ул рәнйеш бүтәндәргә лә төшөр ҙәһа. Ҡан боҙоп ултырмайыҡ. Ҡайҙа, сәйеңде яңыртайым...
... Яңыраҡ май баштарында мәрхүмә әсәһе менән атаһының ятҡан ерен тәртипкә килтерергә тип килгән ҡәйнешемә иптәш булып мин дә зыяратҡа барҙым. Элегерәк төшөмә ингән аҡландың ысынлап та барлығына инандым, таҙа керҙәрҙең елферләп эленеп торған ҡайындың эргәһен барып ҡараным. Ул ҡайынды тирәләтеп ултырған ҡойманың эсендәге ҡәбер ташында Файза исемле мәрхүмә ҡатын-ҡыҙ ерләнгәне яҙылған. Март аҙағында ғына күршебеҙ Зифа ла донъя ҡуйған ине. Уны оҙатҡанда бер апай Файза әбейҙең кем икәнлеген һөйләп торған ине. Ул кендек әбейе булған икән, йөҙҙән артыҡ сабыйҙы ҡабул итеүсе ауылдың хөрмәтле инәһе булған.
Сыға торған ҡапҡа яғына ыңғайлап Асия апай мәрхүмәнең дә ҡәберенә юлыҡтыҡ. Ейәнсәрҙәре бик тәрбиәләп тоталар икән. Шау сәскәгә күмелгән ул апайҙың ятҡан ере. Миңә килеп ғәфү үтенгән йылды донъя ҡуйған шул: 9.09.2008. Тыныс йоҡла, апай! Һәммәбеҙ ҙә Аллаһ ҡушҡанды күрәбеҙ. Киләсәктәребеҙ имен булһын. Яҙмыштарыбыҙ ҡурсаулы, яҡындарыбыҙ аяулы булһындар инде.
Шулай итеп апай алдан ней булырын һиҙенепме, гөнаһтар тоҡсайын еңеләйтеп үҙ юлы менән китте. Бәхил булһын инде. Тыныс ятһын!
Ә беҙгә бәхетле күрмештәр насип булһын. Кемделер бәхетле итер өсөн кеше яҙмышының ҡуласаһына таяҡ тыҡмағыҙ.
ЗИЛӘ ХОҘАЙБИРҘИНА.
ФОТО ИНТЕРНЕТТАН.