Көлөү, ысынлап та, ауыртыуҙы баҫырға һәләтле. Беҙ донъябыҙҙы онотоп шарҡылдаған ваҡытта вирустарҙы һәм башҡа ауырыу тыуҙырыусыларҙы үлтереүсе күҙәнәктәр барлыҡҡа килә икән. Шуға ла тормошҡа еңелерәк ҡараған оптимистарҙың йоѓошло ауырыуҙарға бирешеп бармауы билдәле. Хахылдап көлөү эске ағзаларға, шул иҫәптән, эсәктәргә лә яҡшы тәьҫир итә икән. Көлгән мәлдә беҙҙең 80 төр мускулдарыбыҙ ҡыҫҡара, тән температураһы артып китә, ҡан баҫымы үҙгәрә, ә мейегә эндорфиндар – “бәхет гормондары” ағыла. Шатланыу ҡан тамырҙарына ла ыңғай тәьҫир итә. Быларҙың барыһын өйрәнеп, көлдөрөп дауалау тигән йүнәлеш барлыҡҡа килгән. Был үҙенсәлекле ысул көндән-көн киңерәк таралыу ала. Донъяның төрлө мөйөштәрендә “клоундарҙың тиҙ ярҙамы”, “көлөү бүлмәләре” ауыр сирлеләрҙе дауалауҙың тәьҫирен арттырыу өсөн ҡулланыла. Бөгөн көлдөрөп имләүҙең бик һөҙөмтәле булыуы билдәле. Шул уҡ ваҡытта, байтаҡ дауалау ысулдарынан айырмалы рәүештә, уның бер генә лә кире йоғонтоһо юҡ, ти белгестәр.
Инглиз табибы, философ Уильям Ослер, көн һайын ун ете минут көлгән кеше ғүмерен бер йылға оҙонайта, тип иҫәпләй. Немец ғалимы Гюнтер Сикл, бер минут буйы көлөү егерме биш минут буйы физик күнекмәләр башҡарыуға тиң, тигән фекерҙә. Көлә белгән кеше тормош мәсьәләләрен дә еңелерәк хәл итә, йомартыраҡ та була, ярҙамсыллығы менән дә айырылып тора, тип ҡушыла башҡалар. Малайзияла студенттарға көлөүҙе хәтерләткән тын алыу күнекмәләре өйрәтәләр. Был курсты үткәндәр башҡаларына ҡарағанда имтихандарын яҡшыраҡ тапшыра, юҡҡа-барға борсолоуҙан туҡтай, ашау, йоҡолары ла яҡшыра төшә.
Көлөп-йылмая белеүҙең күтәрә алмаҫлыҡ һүҙҙең емергес тәьҫирен еңергә, хәл итә алмаҫтай күренгән мәсьәләләрҙе сисергә ярҙам итеүен һәр кем үҙ миҫалында татығандыр. “Ауыртыуҙы баҫыу – юморҙың төп тәғәйенләнеше, – ти психология оҫталығы мәктәбе белгесе Евгения Кузнецова. – Ул бик ауыр нәмәләргә дөрөҫөрәк ҡарарға, таныуы, ҡабул итеүе ҡыйын булған нәмәләрҙе күрергә ярҙам итә. Нимәнәндер көлә алаһың икән, уны ҡабул итеүе ул тиклем үк ауыр түгел”. Тап шуның өсөн дә табиптарға хас “ҡара юмор” ҙа йәшәй. Психологик яҡлау булмағанда, көн һайын үлем, яфаланыу менән осрашып йәшәү мөмкин түгелдер ҙә. “Көлкөгә әйләнгән нәмә хәүефле булыуҙан туҡтай”, – тигән бит Вольтер ҙа.
Юморотерапевт Евгения Кузнецова, шаярыуҙың байтаҡ осраҡтарҙа беҙҙе ҡотҡара, уңайһыҙ хәлдән сығырға ярҙам итә алыуына өйрәтеп миҫалдар ҙа килтерә. Әйтәйек, кемдер һеҙгә бәйләнә, насарлыҡ ҡылырға теләй икән, уның ниәтен һә тигәнсе юҡҡа сығара алаһығыҙ. Бының өсөн бөтөнләй ул көтмәгәнсә яуап бирергә кәрәк. Мәҫәлән, һеҙҙең кеҫәгеҙҙән аҡсағыҙҙы алалар, ә һеҙ, “Ҡотҡарығыҙ!” – тип ярҙамға саҡыраһы урынға, “Ура!” – тип ҡысҡыраһығыҙ. Енәйәтсе ҡаушап ҡала, һеҙ был мәлде кәрәгенсә файҙаланып өлгөрәһегеҙ.
Икенсе ысул “Хәлде ҡатмарлаштырыу” тип атала. Күрше ҡатын йәнегеҙгә тейергә маташа: “Ниндәй йәмһеҙ күлдәк кейгәнһең ул?!” Әлбиттә, йөҙөгөҙ ҡыҙарып китеүен һәм аҡлана башлауығыҙҙы көтә. “Эй, күршекәйем, һин уның эсенән нимә кейгәнде күрмәгәнһең әле!” – бындай яуабығыҙ уны телдән яҙҙырыр. Ҡотҡоға бирелмәйенсә, һеҙҙән көтөлмәгән аҙым эшләүегеҙ менән теләһә ниндәй хәлдән дә еңел генә ҡотолорһоғоҙ.
Табиптарҙың шундай һүҙе лә бар: “Нимә хаҡында шаяртҡаныңды һөйлә, мин һинең кем икәнлегеңде әйтәм”. Кемдер байлыҡ, ғаилә тормошо йә эскелек тураһында көләмәс һөйләй икән, уны әле тап ошо мәсьәләләр борсоуына шик юҡ. Тик был хаҡта туранан-тура һәм асыҡ әйтеп биреүе генә ауыр. Илдә “яңы урыҫ”тар барлыҡҡа килгәс, ҡыҙыл пинжәктәр хаҡында көләмәстәр ҙә тыуа. Кеҫәләге миллиондар хаҡында хыялдарҙың бушҡа сығыуына күнеү шулай еңелерәк булғандыр. Экрандарҙы ялтыр-йолтор баҫҡас, “һары сәсле ҡыҙҙар” тураһында шаярыуҙар арта. Ә сәйәси темаларға ҡағылышлы көләмәстәр буйынса Рәсәй башҡа илдәрҙе бик-бик артта ҡалдырған.
Иң бәхетле мәл ул – бала саҡ, тип ҡабатларға яратабыҙ. Бер хәстәрһеҙ, саф йылмайыуҙар мәле булғанға ла, бәлки, ул хәтергә шулай уйылып ҡалалыр. Бәләкәстәрҙең юҡҡа ғына шырҡ-шырҡ көлөшөүенә ғәжәпләнәһең дә, һоҡланаһың да. Тәү ҡарамаҡҡа һис сәбәпһеҙ ерҙән ҡыҙыҡ табып ҡыуаныуҙарында ололар көнләшерлек ниндәйҙер тәбиғи ихласлыҡ бар. Белгестәр иҫәпләүенсә, “иң бәхетле” осор алты йәшкә тап килә. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, был йәштә бала көнөнә 250 – 300 тапҡыр көлә һәм йылмая икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олоғая килә был матур ғәҙәтебеҙҙе юғалта барабыҙ. Ә бит бер нисә көнлөк сабыйҙың йоҡлағанда ирендәрен килешле итеп йылмайыуы ла әсә кешене сикһеҙ бәхетле итергә һәләтле! Бер нисә аҙнанан һуң инде бала ысынлап көлә башлай һәм, әйтерһең дә, ата-әсәһенә шатлыҡ килтереүенә үҙе лә ҡәнәғәт! Әммә кешегә шатлана белеү һәләте тыумыштан бирелмәй, балалар был донъяға килеүенең тәүге айҙарында ололарға ҡарап көлөргә өйрәнә, тип раҫларға тырышҡан ғалимдар ҙа бар.
Балаларға юморҙы аңларға өйрәтеү бик кәрәк, тип иҫәпләй педагогтар. Ә һеҙҙең Йылмайыу ордены хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Эйе, эйе, шундай орден да бар. Польшала барлыҡҡа килгән был бүләкте кемгә тапшырыуҙы балалар хәл итә. Килеп сығыу тарихы ошолайыраҡ. Дауаханала ятҡан поляк малайы үҙенең хәлен белергә килгән әҙибәнән: “Ни өсөн кешеләрҙе батырлығы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн бүләкләйҙәр, ә әйләнә тирәһендәгеләрҙең күңелен күтәреүселәрҙе, бәхетле итеүселәрҙе бүләкләмәйҙәр?” – тип һорау бирә. Яҙыусы был ваҡиға менән “Польша курьеры” гәзите редакцияһында бүлешә. Журналистар етешһеҙлекте бөтөрөргә хәл итә һәм бындай кешеләр өсөн ордендың эскизына бәйге иғлан итә. Йыл һайын балалар был орденға лайыҡлы кеше хаҡында хаттар яҙа һәм иң күп тауыш йыйыусы яҙыусы, артист, уҡытыусы, рәссамдарҙы бүләкләйҙәр. Тантана мәлендә бүләкләнеүсе лайыҡлылығын иҫбат итер өсөн бер стакан лимон һутын йөҙөн дә сирмайынса эсеп бөтөргә тейеш. Был орденды алыусы тәүге сит ил кешеһе СССР-ҙың халыҡ артисы, Ҡурсаҡ театрын юғары сәнғәт кимәленә күтәргән Сергей Образцов була. Замандаштары уның бөтә юғары исем һәм наградалары араһында тап Йылмайыу ордены менән айырыуса ғорурланыуын иҫләй.
Кешенең йәненә һәм тәненә көлөүҙең йоғонтоһон һәм уны дауалау ысулы булараҡ ҡулланыуҙы өйрәнеүсе махсус фән гелотология тип атала. Был фән менән шөғөлләнеүселәр көлкө тыуҙырыусы сәбәптәрҙе махсус эҙләй.
Гелотологияға америка ѓалимы Норманн Казинс нигеҙ һала. Әйткәндәй, асышҡа килтергән ваҡиғаның башы һис күңеллеләрҙән түгел. 70-се йылдарҙа була был хәл. Казинс бик етди ауырыуға дусар була. Бөтөнләй хәрәкәт итә алмай башлағас, түшәктә ятҡан килеш кинокомедиялар ҡарауҙан да мауыҡтырғысыраҡ шөғөл ҡалмай. Ул донъяһын онотоп көлә һәм бер мәл үҙәккә үтерлек һыҙланыуҙарының кәмей барыуына иғтибар итә. Яйлап бармаҡтары, аяҡ-ҡулдары хәрәкәткә килә. Бер ни тиклем ваҡыттан ул бөтөнләй һауыға. Улай ғына түгел, Лос-Анджелес университетының көлөүҙе өйрәнеү кафедраһын етәкләй. Шулай итеп, әжәлдең үҙен көлкө ярҙамында еңә алыуы менән тарихҡа инә.
Заратустра көнөнә ун тапҡыр көлөргә кәрәклеген әйтеп ҡалдыра. Кеше тип аталған йән эйәһенең көсөргәнештән сыға белеү кеүек үҙенсәлеге бик борон замандарҙа барлыҡҡа килгән һәм бөгөнгәсә һаҡланған. Һәр уй, ғәмәлдең беҙҙең халәтебеҙгә тәьҫир итеүен ата-бабаларыбыҙ ҙа яҡшы белгән һәм күңел төшөнкөлөгөнән һаҡланырға ҡушҡан. Көлкөлө-кинәйәле әкиәттәр, көләмәстәр, шаян йыр һәм таҡмаҡтар ижад иткән. Күңелдә йыйылған ярһыуҙы иһә бәйгеләрҙә көрәшеп, таҫыллыҡҡа көс һынашып сығарғандар. Тәбиғәттән йәшәүгә көс алған, йырлап-бейеп күңел асҡандар…
Әйткәндәй, төрлө халыҡтың уйын-көлкөһө бер-береһенән ярайһы уҡ айырыла. Американдар кешенең кәмселегенән, йәпһеҙ ҡылыҡтарҙан көлөргә ярата, инглиздәр һәм ирландтар һүҙ уйнатыуҙан ҡыҙыҡ таба. Австралияла ҡурҡыуға һәм эске көсөргәнешкә килтергәнерәк юморҙы оҡшаталар. Шуға ла донъялағы иң ҡыҙыҡлы көләмәс әлегәсә билдәләнмәгән.
Эмиль Золя: “Көлөү – хатта бөйөктәрҙе лә буйһондора ала торған көс ул”, – тигән. Иртә һайын көҙгөнән үҙебеҙгә йылмайһаҡ, көнөн-кисен эргәбеҙҙәге таныш һәм таныш булмағандарға йылмайыу бүләк итһәк, тәнебеҙ ҙә, йәнебеҙ ҙә һау булыр.