Әгәр берәй үлән кешенең өйө янында йә баҡсаһында ҡотороп үҫә, һыу ҡоймаһа ла, утап, тамырынан ҡороторға тырышһа ла, әрһеҙләнеп ҡабат баш ҡалҡыта икән — тиккә түгел, был үҫемлек унда йәшәүсе кешегә ниндәйҙер сирҙән ҡотолорға ярҙам итергә теләй, тип уҡығайным шифалы үләндәр тураһында бер төркөмдә. "Борон кешеләр күберәк яланаяҡ йөрөгән, торлағы янындағы тупраҡ уларҙың тирен һеңдергән һәм был эргә-тирәлә ниндәй үлән үҫеүенә тәьҫир иткән. Хәҙер яланаяҡ бик һирәк йөрөйҙәр, шулай ҙа кеше менән тәбиғәт араһында энергетик бәйләнеш һаҡлана, үҫемлектәр интуитив рәүештә теге йәки был кешегә ынтыла", - тип яҙылғайны.
Бына бер нисә йыл элек беҙҙең участокка ла мокрица (звездчатка) эйәләште бит. Электән яратмай инем шул үләнде: утауға ҡыйын, үҙе бәләкәй, сибек кенә булһа ла, тамырҙары хәтәр ныҡ, анһат ҡына йолҡолоп сыға һалмай. Башҡортса исеме лә бушҡа ҡырҡаяҡ түгелдер инде. Баҡһаң, ул бик шифалы үлән икән: иң мөһиме, йодҡа ныҡ бай, диңгеҙ кәбеҫтәһен алмаштыра ала, ҡалҡан биҙе (щитовидка) менән проблемаһы булған кешеләргә бик файҙалы.
Мине лә бит бер нисә йыл элек ошо ауырыу борсой башланы. Тимәк, мокрица ихатама бушҡа эйәләшмәгән. Үткән-һүткән һайын өҙөп ҡабып йөрөй торғайным, быйыл сәскә ултырта торған ерҙе түшәк кеүек ҡаплап алды теге. Ахры, интернеттан ҡарап, ҡышҡыһын сәй итеп эсеп була икәнен белгәс, киптерергә тип ҡайсы менән ҡырҡҡылап алдым әле. Туңдырырға ла мөмкин икән. Быйыл сәй ҙә ферментировать итеп булмай бит: ҡарағаттың япраҡтары туңды, һарғайып, көҙ көнөндә кеүек ултыралар, ҡурай еләге сәскә атып маташа, шуға тунарға йәлләйем.
* * *
Бер һүҙ башлағас, үрҙә әйткән посты тулыһынса ҡуяйым әле, бәлки, кемделер ҡыҙыҡһындырыр (руссанан үҙем тәржемә иткән инем):
ҠАФТАУ АРТЫНДАҒЫ, ДИҢГЕҘ АРЪЯҒЫНДАҒЫ ТҮГЕЛ,
Ә ҮҘ ИХАТАҢДА ҮҪКӘН ҮЛӘН ШИФАЛЫ
Элек үләндәр менән дауалаусылар үҙҙәренә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең ихатаһында ниндәй үҫемлектәр күберәк үҫеүенә иғтибар иткән. Баҡһаң, кешегә һауығырға ярҙам итеүсе үҫемлектәр өйөнөң янында, баҡсаһында үҫә икән. Уларға берәү ҙә һыу ҡоймай, киреһенсә, утайҙар, ҡотолорға тырышалар, ә тегеләр әрһеҙләнеп яңынан баш ҡалҡыта.
Борон кешеләр күберәк яланаяҡ йөрөгән, торлағы янындағы тупраҡ уларҙың тирен һеңдергән һәм эргә-тирәлә ниндәй үлән үҫеүенә тәьҫир иткән. Хәҙер яланаяҡ бик һирәк йөрөйҙәр, шулай ҙа кеше менән тәбиғәт араһында энергетик бәйләнеш һаҡлана, үҫемлектәр интуитив рәүештә теге йәки был кешегә ынтыла.
Берәүҙең ихатаһын арыҫлан ҡойроғо (пустырник) баҫҡан, уны тамыры менән аҡтарып ырғыталар, ә үҙҙәренең атаһының йөрәге сирле. Эх, уны ошо шифалы үләндең һыуы менән дауаларға ине лә бит. Икенселәрҙең балаһының ҡалҡан биҙен дауалар кәрәк. Уларҙың ихатаһында витаминдарға һәм йодҡа бай мокрица келәм булып түшәлеп ята. Юҡ, был әрһеҙ нәмәне тамырынан ҡорота алмай ыҙалайҙар, ә үҙҙәре магазиндан йодлы тоҙ, диңгеҙ кәбеҫтәһе һатып алалар.
Тирә-йүнегеҙҙәге үҫемлектәр донъяһына иғтибар итегеҙ. Улар һеҙгә күп нәмә һөйләр. Һеҙҙә анемиямы, гемоглобинығыҙ түбәнме? Ҡарағыҙ әле, моғайын, ихатағыҙға кесерткән ихлас һөжүм итәлер. Ашҡаҙанығыҙ насар эшкәртәме? Улай булһа, ихатағыҙҙа дегәнәк йә юл япрағы үҫмәһә ғәжәп тойолор ине.
Ә эргәлә бөйөрөндәге таштарға зарланған күрше йәшәй. Уның ихатаһында бөйөрҙәрҙе бик шәп таҙартыусы бәпкә үләне үҫкәненә иманым камил.
Ҡомалаҡ тынғыһыҙ, үҙ-үҙен бөтөргән кешеләр янында үҫеп сыға, гүйә, был йортҡа тыныслыҡ, йоҡо саҡырырға теләй. Һөйәл үләне тире ауырыуҙарына бирешеп барыусылар, бауыр сирлеләр янына эйәләй.
Культуралы үҫемлектәр менән дә шул уҡ хәл: берәүҙең кишере уңа, һуғаны юҡ, икенсенең һуғаны уңа, ә бына кишер менән эше хөрт. Шулай үҫемлектәр кемгә нығыраҡ кәрәк булыуын үҙҙәре тойоп белә тигән һығымта яһарға ҡала.
РӘХИМӘ МУСИНА.