Бөтә яңылыҡтар
Фекер
31 Май , 09:00

ҺУҢЛАМА

Кистән дарыуын эсмәгәненә үҙен тиргәй- тиргәй, тауыш -тынһыҙ ғына баҫып дарыуҙарын эсеп сыҡты. Һиҙәм, барыбер ҡайһылыр ере тын алыуын ауырлаштырғансы сәнсә. Тағы һүҙ ҡушам:- Апай, ҡайһы ерең ауырта?- Эсем яна инде, билем, эсемдең аҫты. 4-5 йыл элек башланғайны шикелле, оҙағыраҡ булмаһа... Бер нисә тапҡыр барҙым мин дауаханаға, медосмотр үткәндә лә табиптар йүнәлтмә биргәйнеләр. Ауыл тормошон үҙең беләһең – мәшәҡәттәргә әүрәй ҙә китәһең, йә ваҡыт етмәй, йә, саҡ ҡына һыҙланыу баҫылһа, онотола ла ҡуя. Әле ныҡлап тикшереп алып киттеләр, яман шеш, тиҙәр. Операцияға әҙерләнергәме икән, әллә ләхет таҡтаһынамы...

ҺУҢЛАМА
ҺУҢЛАМА

Бала саҡ хәтирәләрендә тыныс, сикәләре алланып ҡына йылмайып хәтерҙә ҡалған апайымды оло тормошҡа аяҡ баҫҡас бер нисә тапҡыр күрергә насип булды. Хатта ҡайһы бер күрешеүебеҙ бик үк күңеллеләрҙән булмаһа ла – эшем шулай булғас, тип һылтанырға ғына ҡала хәҙер. Апайымдың сирләп киткәнен ҡыҙынан ишеттем. Әлбиттә, онкология дауаханаһына яҡын йәшәгәс, үҙемә саҡырҙым. Оҙаҡ йылдар күрешмәгән туғанымды күреү, шикһеҙ, төрлө “төҫкә” мансылған хәтирәләргә сумдырҙы. Инде был донъяла булмаған яҡындарыбыҙҙы көлөп тә, илап та иҫебеҙгә төшөрҙөк. Шулай бер төн тикшеренеүҙәр үтеп, хәле бөтөп йөрөгән апайымдың төндә йоҡлай алмағанын ишеттем.
- Апай, ҡайһы ерең ауырта?
- Уф алла, Әлмирүш, уяттым да ҡуйҙыммы әллә? Уй, ғәфү ит инде, бәпесем, тауышланмаҫҡа тырышып ятҡан булам бит әле, - тип ул үҙен әрләй башлағанына шаҡ ҡаттым.
- Нимә һөйләйһең ул апай?! Ҡуйсы, минең йоҡом сос ул, борсолма, - тип йыуатырға тырышам.
Кистән дарыуын эсмәгәненә үҙен тиргәй- тиргәй, тауыш -тынһыҙ ғына баҫып дарыуҙарын эсеп сыҡты. Һиҙәм, барыбер ҡайһылыр ере тын алыуын ауырлаштырғансы сәнсә. Тағы һүҙ ҡушам:
- Апай, ҡайһы ерең ауырта?
- Эсем яна инде, билем, эсемдең аҫты. 4-5 йыл элек башланғайны шикелле, оҙағыраҡ булмаһа... Бер нисә тапҡыр барҙым мин дауаханаға, медосмотр үткәндә лә табиптар йүнәлтмә биргәйнеләр. Ауыл тормошон үҙең беләһең – мәшәҡәттәргә әүрәй ҙә китәһең, йә ваҡыт етмәй, йә, саҡ ҡына һыҙланыу баҫылһа, онотола ла ҡуя. Әле ныҡлап тикшереп алып киттеләр, яман шеш, тиҙәр. Операцияға әҙерләнергәме икән, әллә ләхет таҡтаһынамы...
- Ҡалай ҡурҡыныс әйттең бит...
- Ағайыңа әйтеп киттем әле, Өфөгә юлланғас. Кемебеҙ алдан үлер икән, ҡустым, тиһәм, уным: “Юҡ, Әлфиә апай, мин “китһәм” ярар ине, һине үҙемдән алда күмгем килмәй”, тигән булды. Уның көнө һанаулы ғына ҡалған, сәпсим дә хәле бөттө. Тамаҡтан ҡалғанына ла арыуыҡ, ҡоро һөйәк тә тире генә, бахырым....
- Апай, ә һин беләһеңме, уға ла бында килергә кәрәккәндә, мин уға үҙемдә туҡтарға рөхсәт бирмәнем....
- Беләм, уйлама ул турала. Үҙ бәҫен үҙе төшөрөп бөттө бит инде, меҫкенкәй...Йәл шул, йәл булһа ла ҡалай итергә, дөрөҫө шул булғас...
Атайымды, олатайымды, инәйемде, ҡәртәсәйемде хәтергә алып, төрлө мәҙәктәрен бышылдап ҡына һөйләшеп ята торғас таң да атты.
- Уй, Әлмирүш, минең хәбәргә әүрәп сәпсим йоҡламаның бит! Нисек эшләп ҡайтырһың инде, и аллам... Мин ней тыңлаусы булғас һөйләнеп тик яттым, һыҙланыу беленмәй бит шул ваҡытта,- тип тағы ла мине ҡайғыртып көйәләнеп киткән апайымды саҡҡа тынысландырҙым.
💔Унан бер көн алда ғына апайымдың ҡыҙы менән күрше бүлмәлә илашып ултырғаныбыҙҙы белмәй ине ул. Табиптан ҡот осҡос хәбәр менән килеп ингән һеңлекәшемде йыуатырлыҡ бер генә һүҙ ҙә тапмай ҡурҡып ҡалғайным. Тормоштоң шул тиклем дә ҡыҫҡа икәнен үҙ күҙҙәрең менән күреү, апайымдың дауаханаға бик һуң мөрәжәғәт итеүе уйландырып ҡына ҡалдырманы, йоҡонан яҙҙырғайны шул....
“Ярай, Әлмирүш, рәхмәт бәпесем. Тағы ла бер нисәне килергә кәрәк булыр, тинеләр, күрешкәнгә тиклем,”- тип, ап -аҡ тештәрен емелдәтеп йылмайып, ҡайтып китте апайым.
Һуң.
Нимәнелер үҙгәртергә.
Һуң!
Сирҙе туҡтатырға.
Һуң....
Йәшәргә....
Миңә ошо һүҙҙең айышына төшөндөрөр өсөн килдеме икән апайым? Һаулығын ҡаҡшауын һиҙеп, белеп йөрөмәгән, тип әйтеп булмай. Битарафлыҡ түгел был. Был – тормошто үҙ ағышына ла ҡуйыу түгел. Тик ниңә? Ниңә һыҙлауығының һытылып һүле аҡҡансы йөрөй икән кеше? Нимәгә өмөтләнә икән ул? Әлбиттә, миңә сирҙең төп “сере” аңлашыла. Ә шулай ҙа! Тәнең “аҡһай” башлағас та ҡотолорға МӨМКИНселеге бар бит һәр бер кешенең! Бының өсөн йәшәргә теләгең булыуы ғына мөһим! Теләк кәрәк!!!
........ҠАЙҘА ЮҒАЛТАБЫҘ БЕҘ ЙӘШӘҮ ДӘРТЕН, әйтегеҙсе......

АЛЬМИРА ИСХАҠОВА.

фото: poembook.ru

Автор:
Читайте нас: