Бөтә яңылыҡтар
Фекер
10 Март , 20:30

ҠОЛАРЫМДЫ БЕЛҺӘМ...

Студент сағымда бер егет менән йөрөп алып киттем. Сәскәләр, бүләктәр, кафелар... Бөтәһе лә булды. Бер нисә айҙан ауырлы икәнемде әйткәйнем, яратам, өйләнәм, тип йөрөгән егетем юҡҡа сыҡты. Ғәрлегемдән ни тиклем илағанымды яҙып та тормайым. Атайым менән әсәйемә әйтеү ҡайҙа был турала, эсемде күреп ҡалмаһындар, тип ауылға ла ҡайтманым хатта.

ҠОЛАРЫМДЫ БЕЛҺӘМ...
ҠОЛАРЫМДЫ БЕЛҺӘМ...

--Студент сағымда бер егет менән йөрөп алып киттем. Сәскәләр, бүләктәр, кафелар... Бөтәһе лә булды. Бер нисә айҙан ауырлы икәнемде әйткәйнем, яратам, өйләнәм, тип йөрөгән егетем юҡҡа сыҡты. Ғәрлегемдән ни тиклем илағанымды яҙып та тормайым. Атайым менән әсәйемә әйтеү ҡайҙа был турала, эсемде күреп ҡалмаһындар, тип ауылға ла ҡайтманым хатта. Ни генә эшләһәм дә, бала төшмәне. Бөтә тормошҡа булған пландарымды- маҡсаттарымдың емерелеүенә баланы ғәйепләп, күрә алмай инем уны!!!!үҙемде!!!атаһын!!! Шул ваҡытта уҡ баланы дауаханала ҡалдырырға ҡарар ҡабул иткәйнем инде. Акушерға ла был турала аңғарттым, табиб та белде. Улар минең менән һөйләшергә теләп, яныма килһәләр, ҡаты ғына итеп кире борор инем. Баланы һыҙланып тапҡас та, йөрәгем иремәне. Ике көндән мин ҡыҙ баланы ҡалдырып сығып киттем балалар табыу йортонан. Йыраҡҡа. Уҡыуымды шул ҡалала дауам иттем, бер кем менән аралашманым. Бала бер нисә тапҡыр төшөмә инде, имеш ап-аҡ күлдәктә, үҙе лә аҡ ҡына тәнле икән, сәстәре бөҙрәләнеп, шат йылмайып миңә ҡарай ине. 25-тә кейәүгә сыҡтым, ике балабыҙ бар. Уларҙы үҫтергәндә, гел генә теге ҡыҙ менән сағыштырыр инем. Эстән генә, быларҙың апаһы нисек: өҫтө бөтөн, тамағы туҡмы икән, тип һыҡрар ине күңелем. Иремдән ныҡ уңдым, ышаныслы кеше ул, шуға күрә лә бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Аңланы, ғәфү итте, эҙләп табырға тәҡдим итте. Барҙыҡ. Опека органдарына ебәрҙеләр. Бер нәмә лә әйтмәнеләр. Ул бала күптән ғаиләлә, борсомауығыҙҙы һорайбыҙ, тинеләр. Ни тиклем инәлһәм, ялбарһам, илаһам да – яуап “ юҡ” булды. Имеш, улар закон тарафынан тыйылған мәғлүмәтте кемгәлер әйтә алмайҙар. Кемгәлер???? Мин бит әсәһе, тип ҡысҡырғым килде лә.... Ауырымаған ауырыуым ҡалманы, һыҙланмаған ерем юҡ. Йөрәк һыҙлауы шулай алйытамы икән? Мин йәшлегемдә ҡылған гонаһым өсөн ошолай ҙа әсе яуап тоторомдо белмәнем бит!  Миңә нисек йәшәргә??? Опека органдары миңә мәғлүмәт бирергә тейеш түгелдәрме ни? 

 

Йәш әсәгә ҮҘ БИТЛӘҮЕНДӘ психолог АЛЬМИРА ИСХАҠОВА ошондай кәңәш бирә:

 

--Күңел ғазаптарына дусар булыуыбыҙҙы алдан күҙаллай белһәк икән...”Ҡоларымды белһәм – яҫтыҡ түшәр инем”, - тип тиккә генә әйтмәгән боронғолар, тигән уйға киләһең ошолай йөрәк әрнеткес хаттарҙан... Ҡурсалау (опека) органдары белгестәре закон тарафынан тыйылған – улар һеҙгә бер ни әйтмәйәсәктәр. Ә башҡа ҡайҙан алырға була ҡыҙығыҙ тураһында осмот ҡына хәбәрҙе? Кем еткерер, кем бышылдар балағыҙ тураһында??? Бер кем дә. Һәм был – бөгөнгө факт. Йәғни ни тиклем өҙгөләнһәгеҙ ҙә – т ү ҙ е р г ә генә ҡала. Тормошта үҙгәртеп булмаҫ хәлдәр була. Был шуларҙың береһе. һуңланығыҙ һеҙ, аңлайһығыҙмы? Нисек тыныс йәшәргә, тип һорайһығыҙ минән. Эсендә йөрәге булған кешенең балаһы өсөн өҙгөләнеүе тәбиғи күренеш, әммә һеҙҙең хәлдә... Һеҙҙе нимә борсой? Балағыҙ тураһында бөтөнләй бер нәмә лә белмәү? Уның насар йәшәй, тип уйлаумы? Әллә тик алдында ғәфү үтенер өсөн генәме был эҙләнеүҙәр? Зинһар, сәбәптәрен үҙегеҙ өсөн аныҡ ҡына билдәләгеҙ, йәме. Сөнки ауыр булһа ла әйтәйем: бер ни белмәй бәхетле генә йәшәп ятҡан ҡыҙығыҙҙың тормошондә һеҙгә урын түгел, һеҙҙең турала уйы ла юҡтыр бит?!. Һеҙ үҙ гөнаһығыҙҙы беләһегеҙ, балағыҙ – ташландыҡ икәнен белмәй. Шул турала ныҡлап уйларға тәҡдим итер инем. Үткәндәргә әйләнеп барып, ҡылған хатаһын төҙәткән бер генә кешене беләһегеҙме? Их, булһа икән! Терһәк яҡын, тик тешләп кенә булмай... Үткәндәрҙе борсомаҫҡа тырышығыҙ артабан. Бөгөнгөһөн ҡәҙерләп өйрәнегеҙ. Янығыҙҙа ирегеҙ, ҡәҙерле балаларығыҙ бар, онотолоп китмәгеҙ. Айырма шунда: был балалар һеҙҙең менән, янығыҙҙа! “Әсәәәәй,” – тип йән атып ҡына тораларҙыр. Зинһар, үткәндәрҙе бәпләп, илаулап, һыҡтап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ. Тынысланығыҙ. Бөгөнгөһөнә шөкөр ҡылығыҙ. Зәлиә, әсә һүҙе балаға иң ҙур фатиха, гел изгелектәр генә юллағыҙ уларға: йыраҡтағына ла, эргәгеҙҙәгеләргә лә.



Фото интенеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас: