Бөтә яңылыҡтар
Фекер
5 Март , 09:25

Абруй—ирҙең ҡеүәте

Беҙ үҫкән саҡта атайҙарға, ағайҙарға хөрмәт менән ҡарарға өйрәткән тәрбиә эләкте. Бәләкәй генә малайҙыңда юлын ҡыйып үткәртмәй торғайны өләсәйҙәр. Улар ил эше менән китеп бара, тигән була торғайныларшуларҙы ололап. Доғаларында иң тәүҙә илгә тыныслыҡ, ирҙәргә именлек, аҡыл теләй торғайнылар. Бөгөнгенә аңлайһың шул теләктәрҙең мөһимлеген.

Абруй—ирҙең ҡеүәте
Абруй—ирҙең ҡеүәте

Тирә-яҡ хәлдәрен күҙәтеп йөрөйөм дә тормошобоҙға йылдан-йыл матриархат үтеп инә барыуын күреп борсолам. Минеңсә, был бик хәүефле. Ябай ғына күренештәрҙе алайыҡ: ҡунаҡтарҙа иң беренсе ҡатын-ҡыҙҙар һикереп тора, һүҙ әйтә, ҡотлай. Ирҙәр артта ғына шым тора ла: “Ҡушылам”,—тип
ҡуя. Йыйылыштарҙа, кәңәшмәләрҙә лә иң беренсе гүзәл зат һүҙ тота. Ҡайҙа һуң ир-егеттең үҙе, һүҙе?
Улар тирә-яҡ тормошҡа вайымһыҙ булып бөткәнме, яуаплылыҡтан ҡасамы, әллә гүзәл зат тормош
“дилбегәһен” үҙ ҡулына алғанмы? Ошо хаҡта замандаштарыбыҙ ни уйлай?

Айбулат Уразбахтин, эшҡыуар, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы:
—Тормошта лидер булырға тейеш ир-егеттең бөгөн аң, аҡыл, рух көсө юғалған йәки көсһөҙләнгән. Уның сәбәбе тышҡы күренештәрҙә лә түгелдер. Әлбиттә, йәмғиәттә лә ғәйеп бар, әммә төп сәбәп—эске донъяла.
Матди байлыҡ төп фактор булған заманда ир-егет юғалып ҡала, кесерәйә. Хәҙерге заманда бөтә уңайлыҡтар
бар, был ир-егеткә ныҡ тәьҫир итә. Көслө зат инфантиль булып китә,
йәғни бала һымағыраҡ ҡылана. Маҡсатһыҙ ир янында ҡатын “игәү”гә әйләнә. Был, билдәле, ғаиләләрҙә конфликт тыуҙыра. Шунлыҡтан бөгөн ғаиләләрҙең 70 %-ы тарҡала. Тарихҡа күҙ һалайыҡ: патриархат мәлендә ғаиләлә физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө шәхес лидер булған—ул ир. Бөгөн ирҙәргә рухи көс етмәй.
Тормошобоҙ шул тиклем уңайлы, ә уңайлы мөхиткә эләккән ир-егет оло ҡәнәғәтлек кисерә. Ә ҡәнәғәтлек
тойғоһо ир өсөн ныҡ ҡурҡыныс. Ул ауырлыҡтар менән көрәшеп, уларҙы еңеп йәшәгәндә генә үҙен ысын ир итеп таныясаҡ. Әлбиттә, көсһөҙ ирҙе ҡатын-ҡыҙ игәй, бер туҡтауһыҙ мыжый, был иһә ирҙе “ҡаҡшата”. Шул уҡ ваҡытта “көсһөҙ” ирҙән дә аҡыллы ҡатын “көслө” ир яһап ала ала. Бының өсөн аҡыл һәм ул аҡылды дөрөҫ ҡуллана белергә
кәрәк. Мәҫәлән, Клеопатра һәм Цезарь тарихы. Клеопатра Цезарҙан император яһай, аҙаҡ үҙе үк юҡ итә.
Беҙҙең халыҡта ла “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын” тигән әйтем бар. Ирҙә, бәлки, әллә кем булырлыҡ һәләт тә юҡтыр, әммә ҡатын-ҡыҙ уны үҙ аҡылы менән күтәрә ала.
Көслө зат, ысынын әйткәндә, тормош мәғәнәһен тулы кимәлдә аңламай.
Ул—матди донъяның “табаны аҫтында”. “Балыҡ һәм балыҡсы” әкиәтендәге кеүек. Эшләй, нимәгә эшләгәнен дә
аңламай, вахтаға бара ла ҡайта тигән һымағыраҡ. Тормош асылын төптән аңларға ынтылмай ҙа ул. Рухи
ҡыҙыҡһыныуы булмағас, уңайлы матди донъяла, күңел “бушлығын” тултырыу өсөн, деградацияға килтерерҙәй
ғәҙәттәрҙе үҙ итә: эсә, тарта, дөрөҫ туҡланмай, аҙ хәрәкәт итә һәм башҡалар. Әлбиттә, бындай ир ҡатынҡыҙҙарға бала кеүек күренә һәм ул уны тәрбиәләргә, тәнҡитләргә тотона.
Ә аҡыл кимәлендә тормош асылын аңламаған ирҙе тәрбиәләү еңел түгел.
Иршат Байрамғолов, эшҡыуар:
—Минеңсә, электән ир-егет абруйы булған һәм бар. Ул һәр кемдең үҙенән тора. Әгәр ҡатын-ҡыҙҙы ир-егет
күтәрһә, ирҙәрҙе, киреһенсә, ҡатын күтәрә. Бер-береңә ихтирам булғанда, ғаиләлә балалар алдында үҙеңде
дөрөҫ тотҡанда абруйлы ирҙәр үҫтерә алабыҙ әле. Балалар—улар губка кеүек, бөтә нәмәне бәләкәйҙән һеңдерә бара. Ғаиләлә атайҙы атай урынында күргән әсәй булһа, әсәй кешегә ихтирам күрһәткән атай булһа, йәш быуын
шуны өлгө итеп ала. Тимәк, бөтә нәмә бәләкәйҙән, ғаиләнән килә. Әлбиттә, алама ғәҙәттәрҙе үҙ иткән, тормош
асылын юғалтҡан көслө заттар ҙа бар. Ир булған өсөн генә уларға абруй өҫтәп, “йәбештереп” булмай. Элегерәк
ғаилә хужаһы ҡулында ҡамсы булған, улар йоҙроҡ менән дә эш итеп ебәргән.
Бөгөн был алым бармай. Сөнки өҫтәл туҡмап ҡына ир булып булмай. Көслө зат физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан
да көслө булырға тейеш. Тәртип һәм әҙәп кәрәк. Ғаиләңә, балаларыңа, күршеләреңә, яҡындарыңа үрнәк булһаң, тимәк, йәмғиәттә абруйлыһың.
Әлбиттә, тормошта ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә осрап ҡуя. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ эсә икән, был иргә оҡшамай һәм ҡайтып
ғаиләһендә болара икән, хоҡуҡ яҡлаусылар йәберләнгән һәм ғариза яҙған ҡатын яҡлы буласаҡ. Шуға ла,
алдан әйтеүемсә, тәртип ғаиләнән, әҙәптән башлана. Ир—ир урынында, ҡатын—ҡатын урынында булырға
тейеш.
Гөлсәриә Әбилева, журналистика ветераны:
—Ат тауҙа, егет яуҙа һынала, ти халҡыбыҙ мәҡәле. Үкенескә күрә, йәмғиәтебеҙҙә ир-егеттәргә булған
вайымһыҙ ҡарашты ошо мәҡәл ваҡыты-ваҡыты менән дөрөҫләтеп тора. Тиҫтерҙәребеҙ иңенә төшкән Афған, ҡустыларыбыҙ ауған Чечня, уландарға бөгөнгө утлы нөктәләр һынау өҫтөнә һынау, ә беҙгә һабаҡ.
Беҙ үҫкән саҡта атайҙарға, ағайҙарға хөрмәт менән ҡарарға өйрәткән тәрбиә эләкте. Бәләкәй генә малайҙың
да юлын ҡыйып үткәртмәй торғайны өләсәйҙәр. Улар ил эше менән китеп бара, тигән була торғайнылар
шуларҙы ололап. Доғаларында иң тәүҙә илгә тыныслыҡ, ирҙәргә именлек, аҡыл теләй торғайнылар. Бөгөн
генә аңлайһың шул теләктәрҙең мөһимлеген.
Ирҙе ир иткән ҡатын-ҡыҙ, тиҙәр бит. Шундайҙарҙан булырға яҙһын беҙгә лә.
Ғәлиә Салихова, психолог:
—Хәҙерге ваҡытта йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә ир-егеттәрҙең абруйы кәмей бара, ҡайһы бер осраҡтарҙа
ҡатын-ҡыҙҙар артыҡ алғы планға сығып, көслө заттарға һүҙ әйтергә лә ирек бирмәй тигән юҫыҡтағы уйфекерҙәрҙе, ошо темаға арналған мәҡәләләрҙе Интернет киңлектәрендә йыш ҡына осратырға тура килә.
“Абруй—ирҙең ҡеүәте”, ти халҡыбыҙ мәҡәле. Халыҡ аҡылы менән килешмәйенсә булмай, тик абруй тигән нәмәне лә яулап алыр кәрәк бит әле, ул үҙенән-үҙе генә барлыҡҡа килмәй, атанан улға мираҫҡа ла ҡалмай. Бының өсөн кешегә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмаҫҡа, һөйләгән һүҙҙәре ысынбарлыҡтағы эштәре менән тура килергә, биргән вәғәҙәләрен тоторға кәрәк. Ир-егеттең атай һәм тормош иптәше булараҡ абруйы тураһында һүҙ барғанда, ул ғаиләһе өсөн
яуаплылыҡ алыуҙан тыш, яҡындарын яҡларға һәм һаҡларға ла һәләтле булыуы мөһим. Малайҙарҙа, егеттәрҙә
бындай сифаттар иң беренсе сиратта ата-әсә тарафынан тыуып-үҫкән ғаиләлә һалына. Аҙаҡтан үҙе ҡорған
ояһында ғаилә башлығы булараҡ абруй яулаған икән, уны тота ла белер кәрәк. Был юҫыҡта ҡатын кешенең
дә ир абруйын, атай абруйын төшөрмәй, тормош иптәше менән бер һүҙле булып, донъя теҙгенен ышанып
көслө затҡа тапшыра белеүе лә, кәрәк саҡта хуплап-маҡтап ебәреү нескәлектәре лә ҙур роль уйнай.
Рәмил Туйсин, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
—Миңә, сәнғәт кешеһе булараҡ, сәнғәткә ҡағылышлы тема яҡыныраҡ. Бындай донъяуи темаларға яуап бирергә теләгем әллә ни юҡ, сөнки һәр әйтер фекерең кешегә ниндәйҙер яңылыҡ индерерҙәй, файҙа бирерҙәй төплө булырға тейеш. Улай түгел икән, уны әйтеүҙән ни мәғәнә? Шулай ҙа ҡыҫҡа ғына әйтеп үтәм:мин ир-егеттең һүҙен баһалайым.
Әйткән икән—эшләһен ул, эшләй алмай икән—әйтмәһен. Абруйға килгәндә, уны тәрбиәләп буламы икән
ул? Абруйы булмағанды ихтирам итеп, күтәрмәләп алып йөрөүҙән файҙа юҡ. Кеше башҡаларға өлгө булғанда ғына абруйлы. Мәҫәлән, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙә шундай тәрбиә булған: балаларҙы аталары эштән ҡайтмайынса өҫтәл янына
яҡынлатмағандар. Үҙҙәренсә ғаиләлә атай кешенең абруйын күрһәтергә тырышҡандар. Әммә абруйы булмаған, йәғни эсеп, ҡайҙалыр йөрөгән атайҙы бала көтөп ултыра алмай! Тимәк, өлгө булыу—тәү шарт. Һәм һүҙҙе лә шул өлгөлө кеше генә әйтә ала.
Айгөл Айытҡолова, шағирә:
— Һуңғы йылдарҙа ирҙәр абруйы тураһында йыш фекер йөрөтәбеҙ, йәмғиәттә көслө заттың абруйын күтәреү мөһимлеген билдәләйбеҙ. Әллә ниндәй саралар үткәреп, ойошмалар ойоштороп та бөтәбеҙ. Ә бит дөрөҫөн
генә әйткәндә, абруй бит үҫтерә, тәрбиәләнә торған сифат түгел. Ул йә бар, йә юҡ. Абруй ир затына тыумыштан, тәбиғәт тарафынан һалына. Ундайҙарҙы гүзәл зат үҙе лә һиҙмәҫтән ихтирам итә, үҙе лә һиҙмәҫтән баһалай, абруйын күрә, сөнки башҡаса мөмкин дә түгел. Һәм үҙ абруйын, үҙ баһаһын белмәгән көслө затты ҡатынҡыҙ күтәрмәләргә тейеш тә түгел. Юғиһә, ҡатындарға арҡаланған ирҙәр ҙә осрап ҡуя.
Фәниә Сыңғыҙова, банк хеҙмәткәре:
—Ир абруйы—ирҙәр ҡулында. Мәҫәлән, мин үҫкән ғаиләлә атай баш булды. Барыбыҙ ҙа уның
ауыҙына ҡарап торҙоҡ. Ул эсмәне лә, тартманы ла, ғаиләбеҙҙе аҡса менән тәьмин итте. Беҙҙе, балаларын һәм әсәйебеҙҙе, ҡаҡманы-һуҡманы. Әммә уның бер ҡарашынан “ҡурҡып” тора инек. Шул “ҡурҡыуыбыҙҙы” бөгөн аңлайым: ул—ихтирам булған. Атайым 22 йәшендә үк өйләнеп, 23 йәшендә өй һалып сыҡҡан. Бөгөн ундай ирҙәр һирәк. 40 йәшкә еткән ирҙәрҙең ғаиләһе лә, йәшәр ере лә юҡ. Улар кафе-барҙан сыҡмай, ҡатындан-ҡатынға йөрөп
ғүмер үткәрә. Йәшәү асылын аңламай, үҙ нәҫелен ҡалдырырға, матур ғаилә ҡорорға ашыҡмай. Хатта фатиры, машинаһы булған ҡатындарға инеп йәшәргә әҙерҙәр. Был ирлекме ни?!
Ирмен тигән ир ҡатын-ҡыҙҙан физик һәм рухи яҡтан көслөрәк булырға тейеш. Ғаиләһен тәьмин иткән, ҡатынын ҡәҙерләгән, эшләп йөрөгән ирҙең, әлбиттә, абруйы бар. Ундайҙар, ҡыҙғанысҡа күрә, һирәк.
Авторҙан: бына ошондай күп төрлө фекерҙәр ишеттек. Нисек кенә булмаһын, һәр кем ирҙәрҙең абруйлы булыуы яҡлы. Ирҙәр үҙ ғаиләһенең, йәмғиәттең “хужаһы” булғыһы килә, ә ҡатындар шул хужаға арҡаланырға теләй. Тимәк, бөгөн һәр ғаилә киләсәк өсөн ысын “хужа”лар тәрбиәләргә тейеш. Һәр кем үҙ урынында булһа, ғаилә институты ныҡлы булыр.


Резеда Усманова.

фото: ru.pinterest.com

Автор:Резеда Валиева