Бөтә яңылыҡтар
Фекер
1 Март , 16:05

ҺАҒЫНЫУҘАР АСЫҒЫУҘАН ЯМАН...

Элек кешеләр һыйырҙары һыуалһа, бер-береһенә һөт бирешеп, ярҙам итеп торорҙар ине. Үҙебеҙҙең һыйыр быҙаулағансы, әсәйем мине Бибисара инәйҙән һөт алып торорға йомошҡа ебәргеләне. Ул өндәшеү менән, банкамды тотам да, ике ҡанат, бер ҡойроҡ, аяғым ергә теймәй, йәһәт кенә сығып йүгерәм. Ҡыҙы, Хөснә апай, һыйырҙы һауып кергәнсе, ҡаштары, күҙҙәре ҡәләм менән һыҙып ҡуйылған һымаҡ ҡыйылып торған был һылыу инәйҙең күҙҙең яуын алып торған аллы – гөллө балаҫтар һуҡҡанын күҙәтеп ултырыу минең өсөн үҙе бер мөғжизә ине. Бибисара инәйҙең уфтанып:– Эх, һағыныуҙары асығыуҙан да яман шул,--тип, күҙҙәре дымланып, үҙалдына һағышланып, һөйләнеп алғаны әле лә хәтерҙә. Нисек инде ул һағыныу асығыуҙан да яман булһын? Һағынһаң да йәшәп була, ә бына икмәк ашамайынса ҡайһылай итеп йәшәмәк кәрәк тип, эсемдән генә уның менән килешмәй ултырам. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен мин бик һуң, үҙем олоғайғас ҡына, аңланым.

ҺАҒЫНЫУҘАР АСЫҒЫУҘАН ЯМАН...
ҺАҒЫНЫУҘАР АСЫҒЫУҘАН ЯМАН...

Мәҡсүт ауылының һылыу ҡыҙы Әхмәтйәнова Бибисара Ноғоман ҡыҙы 1934 йылдың март айында Ғәлиәкбәр ауылына килен булып төшә. Исламбаев Ниғмәтулла Абдулла улы менән матур тормош ҡоралар. Ниғмәтулла бабай “Ҡыҙыл байраҡ” промартелендә ветврач булып эшләй. Бер ни тиклем ваҡыт уға һатыусы булып та эшләргә тура килә. Белореттан ат менән әйберҙәр алып килеп, ауыл халҡына һата. Бибисара инәй һөйөклөһө менән ни бары ете йыл да ун ай ғына йәшәп ҡала. Ниғмәтулла бабай 1941 йылдың декабрь айында һуғышҡа китә. Юлға сығыр алдынан, иң һәйбәт атҡа атланып, Нөгөш буйына төшөп, ауылды бер урап сыға ул. Бибсара инәй береһенән – береһе бәләкәй биш йәшлек Әсмә, өс йәшлек Сәғит, ҡорһағында бер айлыҡ ҡына булған өсөнсө балаһы Хөснә менә тороп ҡала. Ниғмәтулла бабай Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт итә, унда ла, һөнәренә тоғро ҡалып, аттар тәрбиәләп йөрөй ул. Аяғынан яраланып, Мәскәү госпиталендә алты ай дауаланғандан һуң йәнә һуғышҡа инә.
Әсмәһе атаһын һағынып, иҫән – һау ҡайтырына өмөтләнеп:
Шыбыр –шыбыр ямғыр яуа,
Тимер ҡапҡа буйлатып.
Атаҡайым ҡайтып килер,
Менгән атын уйнатып, - тип, гел һамаҡлап йырлап йөрөй. Эх, өмөттәр аҡланмай шул, үкенесле: Ниғмәтулла бабайға тыуған яғын, өҙөлөп көткән ҡатынын, ғәзиз балаҡайҙарын ҡайтып күрергә насип булмай. Кейәүгә бирерлек ҡыҙ йәшендә, егерме өс йәшендә генә, тол ҡалған Бибисара инәйгә Нөгөш йылғаһы буйлап бүрәнәләр ағыҙырға, ҡап һуғырға, ауыл советында, магазинда йыйыштырыусы булып эшләргә, «Ҡыҙыл байраҡ» промартеле бөтөрөлгәс, леспромхозда икмәк бешерергә тура килә. Инәй көндөҙ эштә булһа, кисен йөн иләй, күҙҙең яуын алып торған матур – матур биҙәкле балаҫтар һуға. Һәр эшкә лә маһир инәйебеҙ Еңеүҙең 30, 40, 50 йыллығы айҡанлы миҙалдар менән наградлана. Яҡшы ҡатын – ярты ырыҫ. Бөтә ауырлыҡтарға ла түҙә Бибисара инәй, балаларына матур тәрбиә бирә. Сәғите леспромхозда шофер булып эшләй, ете бала тәрбиәләп үҫтерә, үҙе олатай. Хөснәһе–уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Бәлә ағас башынан йөрөмәй шул, кеше башынан йөрөй. Һыу һөлөгө кеүек һылыу ҡыҙы, Әсмәһе генә, йөрәгенә ҡан һауҙырып, төҙәлмәҫлек ҡаты сиргә һабаша. Ғәзиз балаһын шәбәйтер өсөн ниҙәр генә эшләмәй ул: больницаға ла һала, өс тапҡыр Шәмиғол хәлфәгә алып бара. Бибисара инәй ғүмеренең һуңына тиклем хәстәрлекле әсәй, өләсәй булды. Хөснә апайҙың балаларын ҡарашты, ейән – ейәнсәрҙәрен ойоҡ – бейәләй бәйләп ҡыуандырҙы. Егерме өс йәшендә генә ирҙән ҡалһа ла, тоғролоҡ һаҡлап, башҡа бер тапҡыр ҙа тормошҡа сыҡмай ул. Анау хәтлем эшһөйәр, уңған, һылыу ҡатынды һоратмағандар тиһегеҙме? Һоратҡандарҙыр. “Эх, һағыныуҙар асығыуҙан да яман шул,” – тип, аслығын да, өҙөлөп һағыныуын да үҙ иңендә татыған, ғүмер буйы ирен көтөп, йөрәгендә мөхәббәт уты йотҡан кеше генә иңрәп шулай тип әйтә алалыр. Ҡол Ғәли һүҙҙәре менән әйткәндә: “Хәсрәт кеүек мәңге ҡала шул мөхәббәт”.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.
БӨРЙӘН РАЙОНЫ.

Автор:Резеда Валиева