АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
23 Май 2023, 12:30

Тәбиғи матурлыҡҡа ни етә?

Ҡала һәм ауыл мәктәптәрендә шаулап-гөрләп “Ҡыңғырау байрамдары” үтте. Шуға иғтибар иттек: мәктәп формаһы кейеп, аҡ алъяпҡыс һалынған, сәстәренә аҡ бантиктар таҡҡан 11-се, 9-сы класс ҡыҙҙары күпкә үҙ йәштәренән өлкәнерәк күренә. Ни өсөнмө? Сөнки, күбеһенең, айырыуса, ҡала ҡыҙҙарының сәстәре буялған, ҡаштары, керпектәре яһалған, тырнаҡтары үҫтерелгән. Ошондай яһалмалылыҡты ҡыҙҙар матур тип уйлаймы икән!? Улар бит үҙҙәре йәп-йәш, балалыҡтан яңы ғына сығып килгән матур, һылыу ҡыҙҙар. Тәбиғи матурлыҡтары күпкә килешә, ә был яһалмалылыҡ уларҙы олоғайта, ҡартайта, йәп-йәш кенә көйө ҡатын сырайлы итә. Өлкәнәйергә нишләп ашығырға?! Һеҙгә бит ҡабат бер ваҡытта ла кире 16-17 йәш булмай! Өлгөрөрһөгөҙ буянырға, төҙәнергә! Бала сағығыҙ, йәшлегегеҙ генә кире ҡайтмаҫ!

Тәбиғи матурлыҡҡа ни етә?
Тәбиғи матурлыҡҡа ни етә?

Ярар йәштәргә ҡыҙыҡ, ти буяныу-һыланыу, өлкәнерәк күренергә тырышыу, тәнгә теләһә ниндәй наколка яһатыу. Ата-әсәләр нишләп балаларының тышҡы ҡиәфәтен шулай үҙгәртергә рөхсәт итә икән? Улар бит тормош һәр кемдең йөҙөнә үҙ эҙен һаласағын яҡшы белә. Хатта үҙҙәре уларға аҡса биреп тороп шулай тәбиғи матурлығын юйҙырта! Йәш саҡ-үҙе матур саҡ. Ҡыланмағыҙ, ҡыҙҙар, буянып! Алдағы ғүмерегеҙҙе уйлағыҙ! 50-60 йәштә битегеҙ, тәнегеҙ менән ни булыр? Ҡартайҙым тип үлеп булмай бит, шул төҫ-ҡиәфәт менән беҙгә ғүмер аҙағынаса йәшәргә! Әбей булғанда битегеҙҙән ни ҡалыр! Уйланығыҙ, ҡыҙҙар!

Ҡыҙҙар ғына түгел, хәҙер малайҙар ҙа буянырға аптырамай. Милохин, Моргенштерндарҙың теләһә ниндәй видеоларын күреп үҫкән йәштәр шулай булып ҡылана ла инде. Хәҙер егеттәрҙең дә сәсе төрлө төҫкә буяулы, етмәһә оҙон. Тырнаҡтары ла ҡыҙҙарҙыҡынан кәм түгел. Ошо көндәрҙә генә Мәләүез ҡалаһында үҫмер ата-әсәһе сәсеңде киҫтерт тигәнгә генә тәҙрәнән ташланып һәләк булды. Был нимә? Тәрбиә юҡлыҡлы әллә интернет тәрбиәһеме? Ауыр хәл. Йәш ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбиғи матурлығында, егеттәребеҙҙе мыҡты ир-егет итеп күрге килә.

Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Фото Интернет селтәренән.

Автор:Гульдар Кадаева