Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Апрель 2023, 19:10

ТУҠЛАНЫУ СЕРҘӘРЕ

«Урал батыр» эпосында «Хайуандарҙы үлтереү һәм уларҙың итен ашау һуғышҡа килтерә» тиелә. Ысынлап та, һуғыш агрессиянан килеп сыға. Ғаиләләрҙә лә ыҙғыштар (һуғыштар) сығып тора. Айырылышыуҙар һаны артҡандан-арта. Ғөмүмән, эпосты тәрән өйрәнеү мотлаҡ. Бында дөрөҫ йәшәү алымы өйрәтелә...

ТУҠЛАНЫУ СЕРҘӘРЕ
ТУҠЛАНЫУ СЕРҘӘРЕ

Фекер

Туҡланыу серҙәре

йәки ит ашау агрессия тыуҙыра

Нимә хаҡында ғына һүҙ алып бармайыҡ, ул—ир менән ҡатын мөнәсәбәтеме, маҡсатҡа өлгәшеүме, һаулыҡ хаҡындамы—һәммәһе лә кешенең аңы менән бәйләнгән. Кеше—аҡыл эйәһе, ул үҙе был хаҡта беләме, юҡмы, әммә шул хаҡ: ул тормошондағы һәр нәмәгә үҙе заказ бирә. Әгәр уның тормошондағы уңышһыҙлығында кемдер ғәйепле булып тойола икән, тимәк, ул билдәле бер ҡағиҙәләрҙе, ҡанундарҙы белмәй. Ул конституцияла, енәйәт кодексында ғына түгел, граждандар, ғаилә кодекстарында, йәғни кешелек ҡанундарында сағылыуы ихтимал.

Был ҡағиҙә һәм ҡанундар матди аспект түгел. Беҙ уларҙы изге китаптарҙан—Ҡөръәндән, Библиянан, Торанан, Будда уҡыуҙарынан, боронғо яҙмаларҙан йә заманса авторҙарҙың эзотерик китаптарынан уҡып белә алабыҙ. Уларҙан алған белем ваҡыт үтеү менән дә иҫкермәй, үҙгәрмәй. Мәҫәлән, һыу, һауа, ер, ут үҙгәрмәй, нисек яратылған—шул килеш. Шуның кеүек үҙгәрмәй торған нәмәләр була.

Шуныһы ҡыҙыҡ: кешелек менән идара итеүселәр (глобаль мәғәнәлә) был закондарҙы, ҡағиҙәләрҙе белә һәм ҡуллана. Кешегә, индивидҡа ҡағылғаны йәмғиәткә тарала. Закондар бер үк, шул уҡ.

«Донъяны өйрәнер алдынан—үҙеңде өйрән», ти Сократ. Йәғни ҡағиҙә һәм закондар айырым кешегә тәьҫир иткән кеүек, йәмғиәткә лә тәьҫир итә. Ошонда асҡыс йәшеренгән дә инде. Йәмғиәт менән ике көс идара итә. Уны кире лә, ыңғай ҙа, яҡты йә ҡараңғы итеп тә, илаһи зат йә иблис ракрусында ла, дини йә фәлсәфәүи күҙлектән дә билдәләргә була.

Әгәр кеше үҙен өйрәнмәй икән, абсолют асылды эҙләмәһә, был матди донъяла ниңә йәшәгәнлеген аңламай һәм ул кире көстәр тәьҫирендә идара ителә.

Ниңә быны белергә кәрәк? Яуап бик ябай. Ике көстөң дә маҡсаты бер: бер көс аҙаштыра, икенсеһе «сәскә аттыра», береһе аңды матдиләштерә һәм хәсрәт механизмын ебәрә, икенсеһе матдилектән азат итә. Берәүҙәр алдай, икенсеһе дөрөҫлөк яҡлы. Берәүҙәр «тәмле» ялғанды һөйләй, икенселәр «әсе» дөрөҫтө әйтә (Ҡөръәндә лә был хаҡта аяттар бар).

Шуны аңлар кәрәк: йәмәғәт мәғлүмәт аша идара ителә. Аңлау, нимәнелер эшләү, һайлау өсөн уға хоҡуҡ бирелгән. Һайлау хоҡуғы. Быны ул үҙ аңына таянып эшләй. Фекерләүе, анализлауы һәм дөрөҫ хәл итерлек ысул табыуы уның аңына бәйле.

Бөгөн беҙ бәхетле кешеләрҙе һирәк күрәбеҙ. Тимәк, кеше аңы аҡһай. Күптәренең һаулығы менән проблема, ғаиләһендә аңлашылмаусанлыҡ, уңышҡа өлгәшә алмай һ.б. Улар һәр саҡ ҡурҡып йәшәй. Улар кире көс менән идара ителә. Үҙ-үҙҙәрен өйрәнмәй тороп, улар быны үҙгәртә лә алмай.

Бөгөн мин ҡыҫҡаса кешенең аң кимәле, туҡланыу хаҡында һөйләгем килә.

Аң кимәле. Функциялары. Физик тәндә «5 ҡабул итеү органы» (тойоу, күреү, ишетеү, тәм, еҫ һиҙеү) һәм 5 хәрәкәт органы (ҡулдар, аяҡтар, анус, тел, енси орган). Юғарыла «Аҡыл» урынлашҡан. Уның функцияһы «күңелгә ятҡанды» һәм «күңелгә ятмағанды» айырыу. Әммә ул ана шул «күңелгә ятҡан йә ятмағандың» файҙалы йә зыянлы яғын уйламай. Әгәр күңеленә ята икән, ул зыянлы булһа ла ҡабул итә. Аҡыл хис-тойғо рәүешендәге энергияны бүлеүсе «трансформатор» булып тора.

Аҡылдан да юғарыраҡ АҢ бар. Аң файҙалы менән зыянлыны айыра. Исламда «нәфсе» тигән һүҙ бар. Уның 5 кимәле бар. Башланғыс, иң түбәнге кимәлдәге нәфсе кешенең көнсөллөк, һаранлыҡ, ғорурлыҡ, кирелек кеүек сифаттарына бәйле. Был «аҡыл» кимәле менән тойоу органдарының үҙ-ара тәьҫире. Нәфсенең иң юғары кимәле Аң менән Күңелде сағылдыра.

Аҡылды трасформатор тигәйнек. Ул хис-тойғоларҙы, йәғни энергияны бүлеп сығара. Мәҫәлән, ҡурҡабыҙ икән, ҡанда шунда уҡ адреналин бүленә. Әгәр ошо тойғоно аң менән контролгә алһаҡ, адреналин монадреналинға әйләнә. Көнсөллөк—ул ҡандағы ағыуға бәрәбәр. Тимәк, һәр төрлө эмоциональ хәлебеҙ ниндәйҙер энергия бүлә һәм беҙ ана шул хис-тойғолар менән йәшәйбеҙ. Һөҙөмтәлә, беҙ сәбәп-нәтижә бәйләнеше законы (энергияны һаҡлау законы, эшмәкәрлек законы, бумеранг законы, тартылыу законы, карма законы) аҫтында көн итәбеҙ. Йәғни «Нимә сәсәһең—шуны ураһың».

Бөгөнгө тема «Туҡланыу серҙәре». Кешенең физиологияһын өйрәнгәндә уны йыртҡыстарҙың һәм үлән менән туҡланыусы хайуандарҙың организмы менән сағыштырайыҡ. Беҙҙең физиология йыртҡыстарҙыҡына бөтөнләй оҡшамаған, тимәк, кеше тәбиғәте менән вегетарианец. Йәшелсә, емеш-еләк, ярма һәм һөт ризыҡтары еңел үҙләштерелә, эсәктәрҙә оҙаҡ ятмай һәм аш эшкәртеүҙә күпләп токсиндар бүлеп сығармай.

«Ҡарап ҡабул итеү» тигән төшөнсә бар. Урамда һыйыр китеп барһа, башығыҙға ниндәй уй килә? Дөрөҫ, һөт, ҡаймаҡ, май. Һеҙ бүре йә юлбарыҫ кеүек һыйырға ит тип ҡарамайһығыҙ. Тимәк, йыртҡыстарҙың «ҡарап ҡабул итеү»е лә башҡаса. Ә ҡыяр йә еләк күрһәгеҙ нимә уйлайһығыҙ? Тиҙ генә өҙөп ҡабыу теләге уяна. Тимәк, беҙ аңыбыҙ ҡабул иткән аҙыҡты ашарға тейеш.

«Нимә ашайбыҙ—беҙ шул». Ризыҡ—беҙҙең эшмәкәрлек энергияһы. Ә эске энергия аҡыл кәйефенә бәйле. Кәйефкә ашаған аҙыҡ та тәьҫир итә. Изгелек, шатлыҡ, һөйөү, ижад итеү теләген ҡуҙғытыусы ризыҡтар ҙа була. Шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу, асыу уятыусы, үпкәләүгә этәреүсе, һағышҡа батырыусы, апатияға килтереүсе «насар» аҙыҡтар ҙа бар. Ошоно аңлаһаҡ, баштан уҡ үҙебеҙҙең туҡланыуҙы көйләп алырға мөмкин. «Насар» аҙыҡтар исемлегенә итте, балыҡты, йомортҡаны, иҫерткес эсемлекте индерергә мөмкин.

Беҙҙә һәр саҡ ит ашағандармы? Был ысынмы, әллә бәләкәйҙән шуны күреп үҫкәс шулай уйлайбыҙмы? Эйе, белгестәр ит ашар кәрәк, ул беҙгә аҡһым биреүсе тип әйтә килә. Әммә бер нисә сәғәт буйына бешкән иттә бит аҡһым һәм башҡаларының структураһы боҙолоп бөтә. Ә бала саҡтан ит яратмаған кешеләр нисек көн күрә? Йәшәйҙәр бит һуң... Ә «вегетарианец» булған мал, йылҡы, фил? Ит ашамаһа ла  йәшәй!

Ит—агрессия тыуҙырыусы ризыҡ. Ни өсөн? Салынған мал үлер алдынан ҡурҡыу, үлемдән ҡотолоп булмау сараһыҙлығын кисерә. Уның ҡанында адреналин барлыҡҡа килә. Ә беҙ шуны ашайбыҙ?!

Йәмғиәткә күҙ һалайыҡ. Агрессия артты, кешеләр шул тиклем түҙемһеҙ. Хатта интернеттағы социаль селтәрҙә ирешеп китәләр, бер-береһен кәмһетәләр. Был бит ана шул ҡурҡыуҙан килеп сыҡҡан тойғолар: үҙ ғүмерең өсөн ҡурҡыу, эште юғалтырға ҡурҡыу, ҡартайырға ҡурҡыу, аҡсаһыҙ, өйһөҙ ҡалырға ҡурҡыу һ.б. Ҡурҡыу булғанда кешенең үҙ-үҙен һаҡлау функцияһы ҡалҡа—ул агрессия. «Мин һаҡланырға тейеш». Кәмһетеү, үсләшеү, асыу—һаҡланыу формалары. Әммә, үкенескә күрә, бының менән генә бөтмәй.

Ит ауыр эшкәртелә йә бөтөнләй эшкәртелмәй. «Урал батыр» эпосында ла был хаҡта әйтелә. Медицина ла инҡар итмәй. Ит ризыҡтарын иҫерткес эсемлектәр бик «еңел» ҡабул итә. Шуға ла ит ашаусылар алкоголь ҡуллана, ә бит ул беҙҙең организмға бөтөнләй кәрәкмәй. Спиртлы эсемлек мейене (нейрон, нейрон бәйләнештәрен) яйлап юҡҡа сығара һәм кеше тирә-яҡты таҙа килеш ҡабул итә алмай. Йәғни йоҡоло була, тупаҫлана һәм рухи донъянан ситләшә.

Ауыр ризыҡтар кешенең эсәктәренә «баҫа», улар баҫылып үҙ сиратында үҙенән аҫтағы енси органдарҙы ҡуҙғата. Хәҙерге йәмғиәткә ҡарағыҙ әле: һәр ерҙә аҙғынлыҡ. Ә уны үҙҙәренсә «матур» итеп «секс тәрбиәһе», «секс мәҙәниәте» тип кенә һөйләйҙәр. Хатта хайуандар менән бәйләнешкә инеүгә барып етәләр. Контролгә алынмаҫ хәлгә барып еткән был сексуаль энергия артыҡ күп сығарыла. Ир менән ҡатын араһында мөнәсәбәт үҙгәрә. Ирҙәр көсһөҙләнә, ҡатындар киреһенсә көслө була бара.  Иғтибар итегеҙ: хәҙерге ирҙәр шул тиклем көсһөҙ. Матриархат бара, барлыҡ ерҙә уңайлы шарттар тыуҙырыла. Уңайлы шартта йәшәгән ир юҡҡа сыға тип бер яҙғайным инде.

Элек көнсығышта шундай төрмәләр булған: унда енәйәтсене ит менән һыйлағандар. Кеше ошо ризыҡты ашап үлгән. Беҙҙең изге китаптарҙа ла—Ҡөръәндә, Библияла хайуандарҙы, йәғни итте ашауҙы тыйғандар. Буддизмда ла был бар.

Үҙ тәжрибәмдән сығып шуны ла әйтәм: идара итеү (көтөү менән) процесын берәү ҙә инҡар итеп, ҡулланыуҙан алып ташламаған әле. Киреһенсә идара итеү инструменттары һәм саралары арта ғына. Улар—киң мәғлүмәт саралары, гаджеттар, социаль селтәрҙәр, телевизор, компьютер. Быны һаман да яҡшылап аңлап етмәйбеҙ.

Алкоголь. Кәрәкме ул беҙгә? Аңы бар кеше «юҡ» тип әйтәсәк. Әммә йәмғиәт уны һаман ҡулланыуҙы дауам итә. Сама белеп эсһәң насар түгел ул, тиҙәр һәм тәрән яңылышалар. Алдан әйттеп, мейелә (нейрондар) боҙолоу процесы бара. «Ярай, миллиардлаған нейрон бар, миллионын юғалтыу ҡурҡыныс түгел» тиерһегеҙ. Әммә аңлағыҙ кеше ҡапыл ғына аңраға әйләнмәй. Әммә был буласаҡ. Кеше яйлап тупаҫлана (йоҡоло аң, өндәге төш). Бындай әҙәм тормош асылын аңламай, үҙ-үҙен өйрәнмәй, тирә-яҡтағы сәбәп-нәтижә законын аңламай. Бында кеше менән идара итеүе рәхәт, ул марионеткаға әйләнә, ә үҙе быны аңламай.

Алкоголде ҡулланыу үҙенсә «һаҡланыу» сараһы, йәғни эскән кешенең ҡурҡыуы, оялыуы бөтә. Тормоштағы уңышһыҙлығын, юғалтыуҙарын, насар мөнәсәбәттәрҙе лә шуның менән «йыуа». Нишләптер үҙ-үҙен өйрәнеп, проблемаларҙы хәл итеп, тормошон үҙгәртергә теләмәй кеше, ә «еңел» юл эҙләй, һаҡлауныу сараһын ҡарай һәм агрессияны һайлай. Алдан әйттем: агрессияны ауыр ризыҡ—ит, алкоголь тыуҙыра.

«Мясо» һүҙе санскрит телендәге «мамсо» һүҙенән. Ул «һин—мин» тигәнде аңлата, йәғни «миңә оҡшаған». Беҙ ана шул үҙебеҙгә оҡшаған нәмәне—итте ашап ғүмер итәбеҙме? Артыҡ ит ҡулланыу ҡурҡыу энергияһы бүлеп сығара—эште юғалтыу, һаулыҡты юғалтыу, яҡындарыбыҙ өсөн ҡурҡыу, ғүмеребеҙ өсөн ҡурҡыу. Тағы ҡабатлайым: ҡурҡыу агрессия (һаҡланыу сараһы) тыуҙыра. Әгәр агрессиябыҙ беҙ көткән һөҙөмтәне бирмәһә, депрессия башлана һәм беҙ икенсе һаҡланыу сараһы—алкоголь, тәмәке эҙләйбеҙ. Сығып булмаҫтай әйләнәгә баҫабыҙ.

Нимә ашайбыҙ—беҙ шул. Ризыҡ беҙҙең аҡылға тәьҫир итә. Ә ул энергия трансформаторы тигәйнек. Ниндәй энергия алабыҙ шундай энергия сығарабыҙ. Ауыр ризыҡ ҡулланып, агрессия бүләбеҙ. Ябай ғына сағыштырыу: автомобилгә яҡшы бензин ҡойһаң яҡшы йөрөймө, әллә алама бензинға ла китәме? Сағыштырығыҙ.

Ризыҡ—ул беҙҙең сәләмәтлек. Тән сәләмәтлеге генә түгел, мөнәсәбәттәр һаулығы ла. Шуға ла туҡланыуҙы көйләргә, уйларға, контролгә алырға кәрәк. Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ҙә бер хәҙисендә: «Һыйыр тотоғоҙ, һөтө шифалы, майы дауа,тик ите сир килтерә» тигән.

Боронғо яҙмаларҙа ике төр кешеләр—хайуандарҙы үлтереүселәр һәм уның итен ҡулланыусылар, үҙ-үҙенә ҡул һалырға уйлаусылар тормоштоң абсолют асылын аңламай тип яҙыла. Ә «Урал батыр» эпосында «Хайуандарҙы үлтереү һәм уларҙың итен ашау һуғышҡа килтерә» тиелә. Ысынлап та, һуғыш агрессиянан килеп сыға. Ғаиләләрҙә лә ыҙғыштар (һуғыштар) сығып тора. Айырылышыуҙар һаны артҡандан-арта. Ғөмүмән, эпосты тәрән өйрәнеү мотлаҡ. Бында дөрөҫ йәшәү алымы өйрәтелә.

Тағы ла шуны әйтергә теләйем: ит ашамаусылар, йәғни вегетарианецтар араһында генейҙар бик күп. Мәҫәлән, Пифагор, Єпикур, Платон, Овидий, Плутарх, Сенека, Сократ, Эйнштейн, Ньютон, Будда, Леонардо да Винчи, Вольтер, Руссо, Сергий Радонежский и Серафим Саровский, Адам Смит, Шелли, Байрон, Томас Мор, Шопенгауэр, Монтень, Б.Шоу, Л.Толстой, Д.Менделеев һәм башҡалар. Бернард Шоуға 70 йәш булғанда хәлен һорайҙар. Ул: «Барыһы ла яҡшы. Тик бына табиптар ит ашамаһаң үләһең тип йонсота»,—тип яуап бирә. 20 йылдан 90 йәшкә еткән ҡартҡа тағы шул һорауҙы бирәләр. Был юлы ул: «Барыһы ла яҡшы. Тик ит ашамаһаң үләһең тип йонсотҡан табиптар үлеп бөттө»,—тип яуап ҡайтара.

Шулай итеп, туҡланыу сәләмәт йәшәү рәүешенә туранан тура тәьҫир итә. Сәләмәт йәшәү иһә камиллыҡ, бәхетле йәшәүгә юл, тормош асылын аңлау, һөйөү. Бындай кешеләр көслө шәхес булып формалаша, уларҙың ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Һәр кем шундай матур тормошҡа ынтылырға тейеш.

Айбулат Уразбахтин.

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева