Бөтә яңылыҡтар
Фекер
18 Апрель 2023, 15:45

Ир-егеттәр: ниндәй улар?

Ир-егеттәрҙе төрлө төрҙәргә, типтарға бүлеп ҡарау кәрәкме-юҡмы тигән һорауға күптәребеҙ ыңғай яуап бирер, моғайын. Сөнки был психология өлкәһендә эшләгән белгестәргә генә түгел, күпселек ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә ҡыҙыҡлы тема. Ирҙәргә лә үҙҙәренә иғтибар биреп, күңел донъяһына күҙ һалып, үҙҙәрен анализлап китеү ҡамасау итмәҫ. Ошоларҙы иҫәпкә алып, шартлы рәүештә булһа ла, көслө заттарыбыҙҙы типтарға бүлеп ҡарап китәйек.

Ир-егеттәр: ниндәй улар?
Ир-егеттәр: ниндәй улар?

 

Тиран, диктатор. Дуҫлашып йөрөгән ваҡыттарында һөйгәндәренә үҙҙәренең ҡырыҫ холҡон күрһәтмәй, агрессияһын йүгәнләп тотоп йөрөгән хәлдә лә, ғаилә ҡорғандан һуң ҡатынын ҡаты ҡулсаға алып, уны урынлы-урынһыҙға көнләшеп, бар яҡтан контролдә тоторға, хатта ата-әсәһе, дуҫ-иштәре менән аралашыуын да сикләргә тырышасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош та быны дәлилләп тора, физик көс ҡулланыуға, ҡул күтәреүгә тиклем дә барып етә. Ҡул күтәрмәгән осраҡтарҙа психологик баҫым яһай, ҡатынының үҙбаһаһын төшөрөргә тырыша, ауыр һүҙҙәр менән йәберләй йә иһә финанс яғынан ҡыҫа башлай: тотонолған һәр тин өсөн яуап тоторға тура килә. Күпселек осраҡта бындай ауыр холоҡ иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу арҡаһында тағы ла ҡатмарлаша төшә.

Ҡайһы бер осраҡта бындай кешенән еңел генә ҡотолоп та булмай. Унан айырылып киткән хәлдә лә ҡатынының эшенә, йәшәгән еренә барып, ҡурҡытып, янап, ғауға ҡуптарып ҡаҡшатасаҡ, йә иһә “башҡа ундай хәл ҡабатланмаҫ, мин үҙгәрҙем, үҙ хатамды аңланым” тип ялған вәғәҙәләр менән ант итеп ялынасаҡ.

Альфонс. Ҡатын-ҡыҙ иҫәбенә йәшәргә күнеккән ир-егет. Күпселек ваҡытта бындай ир-егет татлы телле була, гүзәл заттарҙың эс-бауырына инә белә, йылы һүҙҙәрен йәлләмәй, тәүге мәлдәрҙә романтик юҫыҡта ҡоролған эш-ҡылығы, йомартлығы менән ҡатын-ҡыҙҙың аңын томалап, әүрәтергә һәләтле. Ундайҙар үҙҙәренә ҡорбан итеп йәшкә олораҡ, социаль статусы, матди хәле юғарыраҡ булған ханымдарҙы һайлай. Туйҙан йәки бергә йәшәй башлағандан һуң уның бер нәмәһе лә булмауы, йә иһә ҡыл үңәстән бурысҡа батҡанлығы асыҡлана. Күпселек осраҡта бындай ситуациялар ике төрлө юл менән хәл ителә: йә ул ҡатыны иҫәбенә паразит кеүек йәшәүен дауам итә, йә хәләл ефетенең барлыҡ байлығын туҙҙырып бөткәндән һуң, үҙенә яңы ҡорбан табып, сығып олаға.

Әсәһенең улы. Власть яратҡан, көслө рухлы, ҡаты ҡуллы әсә тәрбиәһендә үҫкән ир-егет. Үҫкән ваҡытында уның өсөн бөтөн ҡарарҙарҙы ла әсәһе ҡабул итһә, ғаилә ҡорғас, был бурыс ҡатынының елкәһенә менеп ятасаҡ. Яуаплылыҡтан ҡурҡа, ҡәтғи генә бер ҡарарға килеп, үҙ һүҙен әйтә алмай. Әсәһе кеүегерәк, утты-һыуҙы кисергә һәләтле ҡатынға өйләнгән осраҡта, артабан да тормошон һәүетемсә генә дауам итәсәк. Балаларына иғтибарлы, яғымлы атай булған хәлдә лә, берәй конфликт килеп сыҡҡан осраҡта, ҡатыны менән мөнәсәбәттәрен боҙоуҙан ҡурҡып, әсәләре алдында уларҙы яҡлап хәләл ефетенә ҡаршы сыҡмаясаҡ.

Атай, опекун. “Әсәһенең улының” ҡапма-ҡаршыһы. Ул дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын, аҙаҡтан ҡатынын атайҙарса хәстәрлек, иғтибар менән солғап ала, бар яҡтан әпәүләп кенә тора, бөтөн ҡарарҙарҙы ла үҙе ҡабул итә. Өйләнгәндән һуң ҡатынының ғаилә усағын һаҡлап, өйҙә генә ултырыуын, эшләмәүен хуп күрә. Әлбиттә, тәүге мәлдәрҙә ҡатын-ҡыҙға был хәл-тороштоң бик оҡшауы ла мөмкин, сөнки артыҡ уйланырға ла, проблемаларҙы нисек хәл итәйем тип баш ватырға ла түгел. Әммә тора-бара, ниндәйҙер ваҡиғаға, хәл-әхүәлгә үҙ ҡарашы, уй-фекере булған, эшсән, социаль яҡтан әүҙем ҡатын-ҡыҙ был хәл менән килешә алмауы ла бар. Бындай ирҙәр инфантиль, кеше фекере менән тиҙ генә килешеп барған, ниндәйҙер ҡарарға килә алмай ыҙаланған йомшаҡ күңелле ҡатын-ҡыҙҙар менән ныҡлы ғаилә ҡора ала.

Мачо (эгоист, нарцисс). Үҙ-үҙен ҡарап ҡына бөхтә, матур ҡиәфәттә йөрөргә яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән күрмәлекле ир-егет. Үҙенең матур, ыҫпай образы янында шулай уҡ төҫкә-башҡа сибәр, буйға һомғол ҡатын-ҡыҙҙы күрергә теләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта уның өсөн гүзәл зат – эргәһендәге матур ҡурсаҡ, имиджына өҫтәлмә, зауыҡлы аксессуар, әммә шәхес булараҡ уны ҡыҙыҡһындырмай, иң мөһиме – тышҡы ҡиәфәт, кешеләр алдында тыуҙырылған тәьҫорат. Ҡатын-ҡыҙҙың төҫ-башы үҙгәреүгә етди иғтибар бирә, саҡ ҡына артыҡ ауырлыҡ йыйған осраҡта ла, ябығырға, үҙ өҫтөндә эшләргә кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ғаилә ҡороп, балалары тыуғас та, ошо талаптарҙы уларға ла ҡуйыуы мөмкин: тышҡы ҡиәфәт мөһим роль уйнай. Әммә был уны насар атай булараҡ ҡылыҡһырлай тип әйтеп булмай, сөнки балаларына дуҫ-иптәш була алырлыҡ яҡшы атай булыуға өлгәшә ала.

Карьерист. Эшенә, карьераһына мөкиббән киткән ир-егет. Күп осраҡта юғары уңыштар, ҙур үрҙәр яулай, аҡса-мал табып, ғаиләһен етеш тормошта йәшәтә белә. Әммә ҡатынына, балаларына иғтибар биреп еткермәй, уның өсөн беренсе урында – эш! Бындай ир-егет менән яҙмышын бәйләгән ҡатын-ҡыҙ уның ошо яғын ҡабул итеп, балалар тәрбиәләү, йорт-ҡураны тәртиптә тотоуҙы үҙ өҫтөнә алһа, көслө заттың карьера баҫҡыстары буйлап бик юғары күтәрелеүе мөмкин.

Донъясыл ир-егет, ысын хужа. Ғаиләһендә ышаныслы тормош юлдашы, өлгөлө атай, эшендә яҡшы хеҙмәткәр була белгән ҡәҙимге ир-егет. Эш менән ғаилә араһындағы алтын урталыҡты таба белә. Балаларына яратҡан атай ғына түгел, кәрәк саҡтарҙа дуҫ та була, улар менән мауыҡтырғыс уйындар ҙа уйнарға, экскурсия-походтарға барырға ла һәләтле. Йортонда ысын хужа, ҡатынына өй эштәрендә ярҙамлашыуҙы яҙыҡ һанамай.

Әлбиттә, был типтар шартлы рәүештә генә билдәләнгән. Тәғәйен бер ир-егетте айырым бер типҡа, бәлки, индереп тә булмайҙыр. Билдәле бер хәл-ваҡиғалар ваҡытында, йәшәйешебеҙҙән, тормош тәжрибәһенән сығып, улар үҙҙәрен төрлөсә тотоуҙары ла ихтимал. Ә шулай ҙа, һәр бер шаяртыуҙа хәҡиҡәт остоғо бар тигән кеүек, был мәҡәләлә лә ниндәйҙер рациональ орлоҡ барҙыр, кемдәргәлер ул файҙалы, фәһемле булыр тип ышанғы килә.

 

Ғәлиә СӘЛИХОВА,

психолог.

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: