Бөтә яңылыҡтар
Фекер
6 Апрель 2023, 18:05

ТӘҘРӘЛӘРҘЕҢ ИКЕ ҠАТЫ

Көндәр йылыға туйыуға , тәҙрә ҡаттары алыныр ине. Түҙмәгәндәр, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, йылы һөйәктәр май айына тиклем һуҙып, эшләп ҡуя ине был эште. Үҙенә күрә мәшәҡәтле бер эш ине. Күңелле эш ине. Иҫләһәң, моңһоу булып китә.Бөгөнгө балалар тәҙрә ҡатлауҙың нимә икәнен дә белмәй.

ТӘҘРӘЛӘРҘЕҢ ИКЕ ҠАТЫ
ТӘҘРӘЛӘРҘЕҢ ИКЕ ҠАТЫ

Көндәр йылыға туйыуға , тәҙрә ҡаттары алыныр ине. Түҙмәгәндәр, ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән, йылы һөйәктәр май айына тиклем һуҙып, эшләп ҡуя ине был эште. Үҙенә күрә мәшәҡәтле бер эш ине. Күңелле эш ине. Иҫләһәң, моңһоу булып китә.
Бөгөнгө балалар тәҙрә ҡатлауҙың нимә икәнен дә белмәй.

Ике тәҙрә уртаһына мотлаҡ мамыҡ һалып ҡалдырырға кәрәк ине. Мамыҡтың ап-ағын, аптеканан алынғанын. Уның өҫтөнә елка уйынсыҡтары теҙелә. Төрлө биҙәүестәр булһа ла бата. Тәҙрә яңағы менән рам араһындағы йырыҡ иркенерәк булһа, бысаҡ менән сепрәк тығып бөтәһең әле ул. Уныһын ҡапларлыҡ итеп клеенка ҡырҡып йәбештерелә. Боронғо клеенкаларҙы иҫләйһегеҙме? Ныҡ ине бит. Сифатлы сепрәккә ултыртылған ине. Хәҙер генә ул. Күҙҙең яуын алып торған шыптырҙаҡ.
Шул клеенка буйҙарын ҡамыр клейы менән йәбештереп ҡуяһың. Ул ҡамыр клейы универсаль ине. Обойҙар ҙа шуның менән йәбештерелде.
Клеенка урынына гәзит тә, пластилин да бата ине. Ә ике ҡатлы тәҙрә тарихындағы иң һуңғы ноу-хау - ҡағыҙ скотч. Уныһын яҙ көнө һыҙырам тиһәң, тәҙрәңдең буяуы менән килеп сыға әле ул.
Ҡорғандарын, ҡатын алып, тәҙрәләрҙең эсен-тышын шап-шаҡтай итеп йыуып алғас, өй эсенә ҡояш үҙе килеп инә! Ул көндә яп-яланғас тәҙрәнән дә матур урын булмай өй эсендә.
Көҙөн тәҙрә төбөнә һыймаған гөлдәр, ҡыш буйы төрлө мөйөштә зарыҡҡан гөлдәр, урындарына барып ултыра. Ҡояш менән, һағындырған урам менән нимә тип аралашҡан булдылар икән?
Быны үҙем, ул замандағы ғәмһеҙ берәү, бөгөн шул хәтлем белгем килә...
Бөгөнгө халәтем бөтөнләй икенсе бит.
...Замана тәҙрәләре бер ҡат (бер ҡатлы?..)
Ҡуйҙың – оноттоң. Йылдар буйы хеҙмәт итә.
Уларға ла ҡояш ҡуна. Итәктәрендә йыл әйләнәһенә гөлдәр үҫә.
Тик улар өйҙөң бер йыһазы ғына. Кемдеке ҡыйбат, кемдеке осһоҙ. Берәүҙеке киң, икенсенеке тар.
Ярты йылға айырып алған йән киҫәктәре юҡ уларҙың...

 

Нәйлә ХӘМБӘЛИЕВА

Автор:
Читайте нас: