Бөтә яңылыҡтар
Фекер
22 Март 2023, 13:30

КӨСЛӨ ДОҒА

Марк исемле бик билдәле табип-онколог була. Бер көнө медицина өлкәһендәге премияны биреү өсөн уны икенсе ҡалаға саҡыралар. Ул самолетҡа ултырып оса. Әммә, ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп сығыу сәбәпле, самолет кәрәкле ҡалаға барып етә алмай, икенсе ҡалаға төшә. Табип ҡуртымға машина алып, кәрәкле конференцияға барып етергә уйлай. Тик бер аҙҙан һауа торошо боҙолоп китә, көслө ел сыға һәм ямғыр ҡоя башлай. Сит ҡалала табип аҙаша, етмәһә интернет булмай. Ни эшләргә белмәгән доктор бер йорттоң ишеген шаҡый һәм телефон биреп тороуҙарын үтенә. Ишекте асыусы ҡатын телефоны булмауын әйтә, әммә ят кешене йәлләй һәм һауа торошо яҡшырғансы өйөнә инеп торорға ҡуша. Юлда арыған, йонсоған табип баш тартмай. Ҡатын уның алдына сәй ҡуя ла китә. Табип ҡатындың бала карауаты янында тоноҡ шәм яҡтыһында Аллаһҡа табыныуын, ярҙам һорауын күҙәтеп ултыра. Аҙаҡ табип ҡатынға һорау бирә: —Ә һеҙ Аллаһы Тәғәләнән нимә һорайһығыҙ? Ул һеҙҙе ишетер тип ышанаһығыҙмы ни? Ҡатын моңһоу ғына йылмая ла:

КӨСЛӨ ДОҒА
КӨСЛӨ ДОҒА

Марк исемле бик билдәле табип-онколог була. Бер көнө медицина өлкәһендәге премияны биреү өсөн уны икенсе ҡалаға саҡыралар. Ул самолетҡа ултырып оса. Әммә, ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар килеп сығыу сәбәпле, самолет кәрәкле ҡалаға барып етә алмай, икенсе ҡалаға төшә. Табип ҡуртымға машина алып, кәрәкле конференцияға барып етергә уйлай. Тик бер аҙҙан һауа торошо боҙолоп китә, көслө ел сыға һәм ямғыр ҡоя башлай. Сит ҡалала табип аҙаша, етмәһә интернет булмай. Ни эшләргә белмәгән доктор бер йорттоң ишеген шаҡый һәм телефон биреп тороуҙарын үтенә. Ишекте асыусы ҡатын телефоны булмауын әйтә, әммә ят кешене йәлләй һәм һауа торошо яҡшырғансы өйөнә инеп торорға ҡуша. Юлда арыған, йонсоған табип баш тартмай. Ҡатын уның алдына сәй ҡуя ла китә. Табип ҡатындың бала карауаты янында тоноҡ шәм яҡтыһында Аллаһҡа табыныуын, ярҙам һорауын күҙәтеп ултыра. Аҙаҡ табип ҡатынға һорау бирә:

—Ә һеҙ Аллаһы Тәғәләнән нимә һорайһығыҙ? Ул һеҙҙе ишетер тип ышанаһығыҙмы ни?

Ҡатын моңһоу ғына йылмая ла:

—Карауатта улым ята. Унда яман шеш. Улымды Марк исемле доктор ғына ҡотҡара ала, тинеләр. Тик минең ул табипҡа бирерлек аҡсам юҡ, етмәһә ул онколог икенсе ҡалала йәшәй. Аллаһ минең үтенесемде ҡасан булһа ла ишетер һәм ярҙам итер, тип ышанам.

Көтөлмәгән яуапты ишетеп табиптың күҙҙәренән йәштәр килеп сыға һәм ул: «Аллаһ бөйөк»,—тип шыбырлай.

Табиптың күҙ алдынан бөгөнгө хәлдәр йүгереп үтә: самолет кәрәкле ҡалаға барып етмәй, көслө ел һәм ямғыр, аҙашыуы... Аллаһ уны үҙе алып килгән был өйгә. Матди донъянан тыш, доғанан башҡа бер нәмәһе булмаған кешеләрҙе күрергә ҡушҡан...

 

Автор:Резеда Валиева