АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
8 Декабрь 2022, 20:30

ТОРМОШҠА КҮҢЕЛ КҮҘЕ МЕНӘН ҠАРАҒЫҘ!

Боронғо яҙмаларҙа, атап әйткәндә Ҡөръән, Библия һәм башҡаһында әйтелә: кеше үҙ тормошоноң «заказсыһы». Тирә-яҡта барған нәмәне ул үҙе тыуҙыра, тик быны аңламай, һиҙмәй. Быға ышанмаҫтар. Кеше ауырыһа, мин үҙемә сиргә заказ бирмәнем тип уйлар. Аҡсаһы етмәһә лә үҙенә хәйерселек һорап ултырмауын әйтер. Ғаиләһендә, коллективта мөнәсәбәте насар булһа ла үҙен ғәйепләмәҫ. Был насар күренештәр, алама хистәр, эйе, уға кәрәк түгел. Киреһенсә һәр кем һау, бай, бәхетле булырға теләй... Әммә

ТОРМОШҠА КҮҢЕЛ КҮҘЕ МЕНӘН ҠАРАҒЫҘ!
ТОРМОШҠА КҮҢЕЛ КҮҘЕ МЕНӘН ҠАРАҒЫҘ!

Сибай ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Айбулат Алик улы Уразбахтиндың психология, философия, психогенетика менән ҡыҙыҡһыныуын, уны өйрәнеүен, тренингтар үткәреүен яҙғайныҡ инде. Бөгөн дә уның менән ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

—«Донъяны өйрәнер алдынан үҙеңде өйрән. Сөнки кеше ул—макро йыһан, беҙҙе уратҡан бөтә нәмә макро йыһан. Кешелә булған нәмә—тирә-яҡта бар». Был боронғо фәйләсүф Сократ һүҙҙәре. Аҡыл эйәһе менән килешәһегеҙме?

—Эйе. Беҙ башлыса тирә-яҡты өйрәнергә ынтылабыҙ, ә үҙебеҙ менән ҡыҙыҡһынмайбыҙ. Һөҙөмтәлә көрсөк килеп тыуа. Үҙ-ара мөнәсәбәттә, иҡтисадта, экологияла, идара итеүҙә, хатта глобаль финанс йүнәлешендә көрсөк тыуа. Хәҙер беҙҙең илдә, Европала, бөтә донъяла нимә бара? Былар барыһы ла үҙ-үҙебеҙҙе өйрәнмәүҙән, аңламауҙан.

—Тәрәнерәк, киңерәк итеп аңлатһағыҙ?

—Боронғо яҙмаларҙа, атап әйткәндә Ҡөръән, Библия һәм башҡаһында әйтелә: кеше үҙ тормошоноң «заказсыһы». Тирә-яҡта барған нәмәне ул үҙе тыуҙыра, тик быны аңламай, һиҙмәй. Быға ышанмаҫтар. Кеше ауырыһа, мин үҙемә сиргә заказ бирмәнем тип уйлар. Аҡсаһы етмәһә лә үҙенә хәйерселек һорап ултырмауын әйтер. Ғаиләһендә, коллективта мөнәсәбәте насар булһа ла үҙен ғәйепләмәҫ. Был насар күренештәр, алама хистәр, эйе, уға кәрәк түгел. Киреһенсә һәр кем һау, бай, бәхетле булырға теләй. Бына математика тигән фән бар. Унда ниндәйҙер мәсьәләне сисер өсөн фәндең нигеҙен, ҡағиҙәләрен, ҡабатлау таблицаһын белергә, унан формуланы өйрәнергә, аҡылды эшкә егергә кәрәк һәм беҙ яуапты алабыҙ. Йәғни белем нигеҙен белмәйенсә, мәсьәләне хәл итеп булмай. Беҙҙең тормошта ла шундай хәлдәр бара. Ғәҙәти булмаған тормош формулаһы бар. Уның да үҙ фәне—ул матди булмаған фән, күңел, аң рәүешендәге.

—Тимәк, «Кем мин?» тигән һорауға яуап табырға, формуланың асылын аңларға кәрәк, шул саҡта үҙ тормошоң менән идара итеп буласаҡ?

—Эйе. Кешене аң кимәлендә өйрәнергә кәрәк. Табиптар, биологтар уны физиологик яҡтан өйрәнә, ә беҙгә зиһенгә иғтибар итеү мөһим. Аң мөһимерәк. Ул—тормошобоҙ менән идара итеүҙең төп механизмы. Кешелә физик органдарҙан тыш, йәнә 5 орган бар. Улар—аҡыл, тойғо, еҫ белеү, ишетеү һәм тәм. Тирә яҡты күреү, ишетеү һәм башҡалар аша беләбеҙ. Бөтә күргәндән, ишеткәндән АҠЫЛ юғарыраҡ. Унда әллә күпме мәғлүмәт, образдар һаҡлана, әммә уның функцияһы бик ябай. Ул күңелгә ятҡанды ҡабул итә, күңелгә ятмағанды кире ҡаға. Русса әйткәндә, приятно—хочу, неприятно—не хочу. Аҡыл зыянлы менән файҙалыны айырмай. Мәҫәлән, бер кем дә мәктәптә йә ҡайҙалыр уҡырға теләмәй, әммә аҡылы менән төшөнә: уҡырға кәрәк, юғиһә беҙ наҙан ҡаласаҡбыҙ һәм лайыҡлы йәшәй алмаясаҡбыҙ. Икенсе миҫал да килтерәйем. Мәҫәлән, алкоголь ҡулланыу. Аҡыл уны ҡулланғандан һуң еңел, күңелле буласағын, тартыныу, оялыу юҡҡа сығасағын белә. Тик йыш ҡулланһаҡ кем булабыҙ? Алкоголик! Аҡыл үҙ теләктәренең сиген белмәй, сөнки ул тойғо органдары менән бәйле. Тәмле ризыҡ ашағыҙ әле. Бер тәрилкә, унан ике, өс... Аҙаҡ күңелегеҙ болғаныр, уҡшырһығыҙ. Йәки яңы машина алдығыҙ ти, ҡыуанаһығыҙ, өс аҙналап ултырғығыҙ ғына, йөрөгөгөҙ генә килеп торор. Аҙаҡ иһә ғәҙәти булып китә—аҡыл менән тойғоғоҙ туя. Ғаилә мөнәсәбәтендә лә шулай. Бына ғашиҡ булдығыҙ, яраттығыҙ, йөрәктә ут дөрләй, «унһыҙ йәшәй алмайым» тип уйларһығыҙ—былар тойғо һәм аҡыл кимәлендәге мөхәббәт һәм ул тиҙ һүрелә. Ә нисек уйлайһығыҙ: ни өсөн йәштәр ғаилә ҡора ла 1,5-2 йылдан мөхәббәт юҡ була. Ҡайҙа була ул? Мөхәббәттән нәфрәткә бер аҙым. Тойғо кимәлендәге һөйөү тиҙ һыуына һәм ғәҙәтигә әйләнә. Интернеттағы, телевидениелағы рекламаларға иғтибар итегеҙ: барыһы ла кеше аҡылына һәм тойғоһона, тойғо органдарына тәьҫир итеүгә йүнәлтелгән. Аҡылға һәр ваҡыт нимәлер кәрәк. Әйткәндәй, беҙҙең замандың барлыҡ техноген цивилизацияһы—аҡылдың эше. Шулай уҡ беҙҙең шәхси тормош та шул аҡылдың эше. Аҡыл ул—трансформатор. Энергия трансформаторы кеүек, эмоция тыуҙыра, әйберҙәрҙе, ваҡиғаларҙы материаллаштыра. Мәҫәлән, һеҙ ҡурҡаһығыҙ, шул саҡ ҡанығыҙҙа адреналин барлыҡҡа килә. Шул саҡ үҙегеҙҙе ҡулға алһағыҙ, адреналин монадреналинға әүерелә. Көнләшәһегеҙ икән—ҡанда ағыу, мөхәббәт—наркотик. Йәғни уны бит үҙ аҡылығыҙ менән булдыраһығыҙ.

Аҡыл һәм тойғо—ул биологик платформа. Ул хайуандарҙа ла бар. Ул хистәр ҡәнәғәтлеге өсөн бирелгән. Шулай уҡ ул кешене матди йәшәйешкә лә бәйләй. Был алдатҡыс бер платформа һәм ул һыҙланыуҙар, нимәгәлер ҡайғырыуҙар ебәрә. Грибоедов яҙғанса, Горе от ума. Шуға ла заман психологтары аҡылды контролгә алырға кәңәш итә. Исламда, мәҫәлән,  нәфсе һүҙе бар. Үҙ нәфсеңде ныҡ тотмаһаң, кеше бәхетһеҙгә әйләнә, деградацияға юл алған тормош башлай.

МӘҠӘЛӘНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫ ГӘЗИТЕБЕҘҘЕҢ 48-се ҺАНЫНДА.

Автор:Резеда Валиева