Хоҙай юҡҡа ғына ир менән ҡатынды бергә йәшәһен, тормош көтһөн тип, бер бөтөн итеп яралтмағандыр. Яңғыҙлыҡ бер Хоҙайға ғына килешә. Әммә йылдан-йыл яңғыҙҙар һаны
арта бара. Был—көнүҙәк мәсьәлә. Ошо проблеманың сәбәптәрен эҙләп ҡарайыҡ әле.
Психологтар нимә ти?
Ысынлап, донъябыҙ һуңғы йылдарҙа шул тиклем ныҡ үҙгәрҙе: ҡараштар, рухи ҡиммәттәр, традициялар, ғөрөф-ғәҙәттәр бөтөнләй башҡа. Әлбиттә, был ғаилә институтын да урап үтмәне. Бөгөн яңғыҙҙар бик күп. Психологтар был тәңгәлдәге проблеманы өйрәнеп, ир-егет яңғыҙлығының төп һигеҙ сәбәбен асыҡлаған.
Үҙбаһаның булмауы. Үҙен баһалап етмәгән көслө зат ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәт ҡора алмай. Йә яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡып, үтә ныҡ ҡыҙғана. Айырыуса интернетта социаль селтәрҙәрҙәге «асыҡ» тормош кире йоғонто яһай. Уңышлы, бай, матур кешеләрҙең тормошо менән үҙеңдекен сағыштырып, тағы ла үҙеңде булдыҡһыҙ тип уйлайһың һәм йомолаһың. Әйткәндәй, ирҙәр үҙҙәре оҡшатҡан ҡатындың аралашыуҙан, осрашыуҙан баш тартыуын тойһа, тағы ла нығыраҡ ышанысын юғалта.
Йөҙ-ҡиәфәт. Гүзәл зат ҡына түгел, ир-егет тә тышҡы ҡиәфәтенән ҡәнәғәт булмай. Ошо сәбәпле, ул үҙенә бер кем дә ҡарамай тип уйлай һәм яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күрә.
Оялсанлыҡ. Аралаша белмәйҙәр, хата ебәреүҙән ҡурҡалар. Ҡатын-ҡыҙ осрашыуҙан баш тартһа, ҡайһы ир-егет өсөн был оло трагедия.
Бушамау. Күп ир-егеттәр ваҡыт юҡлыҡҡа һылтана. Психологтар фекеренсә, эш—һылтау ғына. Үҙ донъяһына сумып, үҙ уйҙарында йөҙөп йәшәүҙе генә үҙ иткәндәр бар. Был уларға ҡулайлы.
Насар тәжрибә. Бер тапҡыр «ауыҙҙары бешкән» егеттәр башҡаса мөнәсәбәткә инергә теләмәй. Шуға ла етди уйҙар менән бер кем менән танышмай, осраҡлы осрашыуҙар менән сикләнә. Яңғыҙлыҡҡа өйрәнгән ирҙең ҡайтанан ғаилә ҡороуы бик икеле.
Финанс юғалтыу. Ир менән ҡатын айырылһа, закон ҡатын менән бала яҡлы булыуы билдәле. Өҫтәүенә ир алимент түләйәсәк. Мөлкәтен ҡалдырып, әле булһа тәүге ғаиләһен ҡарарға бурыслы булған ир ҡайтанан ЗАГС-ҡа барырға ҡурҡа.
Яуаплылыҡтан ҡурҡыу. Психологтар билдәләүенсә, әле миллениалдар быуыны, йәғни улар ата-әсә йортонан айырылып китә алмай, үҙаллы булырға ҡурҡа. Уңайлы мөхиттә йәшәйҙәр, нимә булһа ла үҙгәртергә теләмәйҙәр. Ә өйләнеү—ул үтә яуап-лы эш. Ҡатыныңды, балаларыңды үҙаллы ҡарарға, тәьмин итергә кәрәк буласаҡ. Был аҙымға барырға шөрләп, ата-әсәһе менән йәшәүҙе, яңғыҙ ҡалыуҙы өҫтөн ҡуялар.
Ғәҙәт. Ғаилә институты һуңғы 10 йылда ғына күп үҙгәреш кисерҙе. Йәштәрҙе йәш саҡта донъя күр, сәйәхәт ит, ғаилә ҡорорға өлгөрөрһөң тип үҫтерәләр. Был, әлбиттә, уларҙың аңына һеңә һәм «сәйәхәтле тормош» башлайҙар. Ә ғаилә ҡорорға ваҡыт тип киҫәтә башлаһалар, улар әле булһа күңелле тормоштан айырылырға теләмәй.
Димсе диңгеҙ кистерәме?
Элек абруйлы, аҡыллы, һүҙе үткән генә инәйҙәр ипләп кенә үҙҙәре күреп, белеп йөрөгән егет менән ҡыҙҙы таныштырған, ҡауыштырған. Бөгөн иһә был тәңгәлдә һәләттәре булғандар социаль селтәрҙә төркөмдәр асып, яңғыҙҙарҙы димләй. Уларҙың бер нисәүһе менән әңгәмәләштек.
—Яңғыҙаҡтар күплеген иҫәпкә алып, «Бәйләнештә» социаль селтәрендә ғинуар айында төркөм асып, бер ниндәй хаҡ алмай димләргә ҡарар иттем. Тәүҙә төркөмдә кеше бик аҙ ине, һәр береһен белә инем. Бер заман улар һаны артып китте, өлгөрә алмай башланым. Шуға ла үҙемә ярҙамсылар эҙләнем. Әле миңә Күгәрсен районында йәшәүсе Ира Романова ярҙам итә. Димселек эше еңелдән түгел. Ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға тура килә. Һәр береһенең тарихын тыңлайһың, уларға тап килерҙәй кеше эҙләйһең. Эйе, ауыр яҙмышлы кешеләр бар, хатта улар тормошон өйрәнеп китап яҙырлыҡ. Ундайҙарға ипле, аҡыллы йәрен осратыуын, ысын күңелдән бәхет теләйһең. Был донъяның кеме юҡ, күңел ҡырғандары ла осрай, ете төн уртаһында шылтыратҡандары ла бар. Хәҙер телефонымды төнгә һүндерә башланым,—ти Сибай ҡалаһынан димсе Фирҙәүес апай Әминева.
—Ире йә ҡатыны менән айырылып, йә иһә тормош иптәше мәрхүм булып яңғыҙ ҡалғандар аңлашыла һымаҡ, ә бына бер тапҡыр ҙа өйләнмәгәндәрҙең, кейәүгә сыҡмағандарҙың яңғыҙлыҡ сәбәбе ниҙә икән?
—Матди байлыҡҡа алданыуҙары. Өй һалайым әле, машина алайым әле, сәйәхәт итеп туяйым әле... Ә бит ғүмер үтә. Бер мәл бер аҡыллы егеткә бер ҡыҙҙы димләргә тотондом. Ҡыҙ 30-ҙы уҙған. Ниңәлер ыңғайламай. Сәбәбен һорайым, ә ул: «Фатир алғас»,—тип яуапланы. «Фатирҙы бит бергә алырға мөмкин»,—тип әйтеүемә, «Ә айырылып ҡуйһаҡсы?»—тип һораны. Кейәүгә сығып өлгөрмәгән, айырылыуын уйлай. Ғаиләле булыу, балалар үҫтереү—был әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур бәхет, рухи байлыҡ. Тик йәштәр рухи байлыҡтан матдиһен өҫтөн ҡуя.
—Димсе төркөмөн ойоштороуығыҙға бер йыл булып бара. Ошо арауыҡта тағы ниндәй проблемалар күҙәтелде?
—Балалы ирҙәр күп. Хәҙер ире менән балаларын яңғыҙ ҡалдырыусы ҡатындар артҡан икән. Һәм иң аптыратҡаны шул: балалы ҡатындар балалы иргә барырға теләмәй. Был—бер. Ауылдан сығырға теләмәгән ирҙәр, ауылға барырға теләмәгән ҡатындар күп. Был—ике. Ҡайһы бер ир-егеттәр инде ҡартайып бара, үҙҙәре бәйләнешкә инмәй, улар урынына ата-әсәһе килен йә кейәү эҙләй. Шулай уҡ улын янынан ебәрергә теләмәгән әсәйҙәр күп, әсәһенең итәгенән «ысҡына» алмаған егеттәр бар. Эйе, әлбиттә, әсәй—иң ҡәҙерле кеше. Тик әлегә ҡәҙерлең үҙаллы донъя көтә ала икән, кит, сыҡ «донъяға», тирә-яҡты байҡаштыр. Хәҙерге заманда килендәр ҡәйнә менән йәшәргә теләмәй. Ғаилә тормошоноң нимә икәнен дә аңламаған ҡыҙҙың ауылға, етмәһә ҡәйнә янына барыуы бик икеле шул.
—Эскәндәре лә барҙыр?
—Бар, төрлөһө бар. Эскегә һалышҡанды бер кем дә йәр итергә ынтылып тормауы билдәле. Дини юлдағылар күп. Уларҙың талап башҡасараҡ. Мин уларға әллә ни йәр таба алмайым. Был юҫыҡта айырым димселәр кәрәктер, бәлки, мәсет янында берәй ойошма... Шулай уҡ яңғыҙ инвалидтар бар. Уларға ла башҡа танышыу, осрашыу ысулын эҙләргә кәрәк. Ғөмүмән, яңғыҙлыҡ проблемаһы ҙур ғына, уны хәл итеү юлдарын эҙләргә кәрәк.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе йәш димсе Гөлсәсәк тә социаль селтәрҙә төркөм асып, ике йыл дауамында ҡауыштырыу юлдарын эҙләне.
—Интернет бер яҡтан уңайлы, әммә үҙенә күрә ҡытыршылыҡтары ла бар. Иң яратмағаным ялған битләүҙән ултыралар, исемдәре лә, фамилиялары ла фейк, фотолары ла юҡ. Уларҙа мин етдилек тә күрмәйем, ундайҙар менән аралашыуҙы өнәмәйем. Эшләү дәүеремдә 8 пар барлыҡҡа килде, шуларҙың 7-һен нәҡ мин таныштырҙым, берәүһе төркөмдә ултырып-ултырып үҙе тапты. Рәхмәт әйтәләр, мин улар өсөн шат. Әммә интернетта ултырыу, кешегә пар эҙләү күп ваҡытты ала. Шуға әле был эшемде туҡтаттым, әммә төркөм эшләй, уны ышаныслы ҡулға тапшырҙым. Яңғыҙаҡтарға килгәндә, шуны әйтер инем: төрлө яҙмышлы кешеләр бар. Кемдер эскелек арҡаһында айырылған, кемдер ҡәйнә-ҡайны менән уртаҡ тел тапмауҙан. Яңғыҙ ҡатындар бик көслө, әммә ишһеҙ йәшәү бер кемгә лә еңел түгел. Һәр кем донъя көтөрлөк пар эҙләй, әммә күпселек күсергә әҙер түгел. Себергә йөрөп эшләү сәбәпле аралары һыуынған, шул рәүешле айырылғандар ҙа байтаҡ. Берҙе лә кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар ҙа бихисап, уларҙың фатиры ла, машинаһы ла бар һәм улар бик ныҡ һайлана,—ти Гөлсәсәк.
Йәш димсе яңғыҙҙарға кәңәшен дә бирҙе: интернет аша һөйләшеп, фото күреү—бер, мотлаҡ осрашып, аралашып ҡарарға кәрәк. Был тәңгәлдә ир-егеттәр инициативаны үҙ ҡулына алырға тейеш, үҙенә оҡшаған ҡатын-ҡыҙҙа бер кафеға ғына саҡырып, өҫтәл артында сәй эсә-эсә һөйләшеп ҡараһындар.
Яңғыҙ ҡыҙҙың һөйләгәндәре
Гүзәлиә—ауыл ҡыҙы, тулы ғаиләлә буй еткергән, университет тамамлаған, үҙе һөнәре буйынса эшләп йөрөй, ҡалала йәшәй. Әле 34 йәштә. Унан ниңә яңғыҙ булыуын һораныҡ.
—Атай—баш, әсәй түш булған, күп балалы ғаиләлә үҫтем. Өйҙәге проблеманы атай хәл итә ине, әсәйем ғаилә ҡотон, йылыһын һаҡлаусы ҡатын. Һәр ҡыҙ атаһына оҡшаған ир, һәр егет әсәһенә оҡшаған кәләш эҙләй тиҙәр бит әле. Был аңлы рәүештә шулай эшләнмәһә лә, русса әйткәндә «подсознание» кимәлендә шулай. Атайыбыҙ уҫал, талапсан булды. Уҡып бөтмәйенсә кейәүгә сыҡмаҫҡа ҡушты. Шуға студент саҡта егеттәр ҡайғыһы булманы ла тиерлек, «ятып» тигәндәй уҡыныҡ. Эшкә урынлашҡас, торор урынды ҡайғырта башланым. Ипотекаға бер бүлмәле фатир алдым. Уны түләйем тип, ике эштә эшләнем. Әле праваға уҡыйым, машина алырға ла уй бар. Шулай итеп, эшкә сумылып йәшлегем уҙып бара. Инде һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарайым, һайланам. Егеттәр менән аралашып ҡарайым, ошо йәшкә етеп тә етди була белмәгәндәре бик күп. Фатирым барлығын белгәс тә «Ҡасан ҡунаҡҡа саҡыраһың, ҡасан киләйем?—ти башлайҙар. Ә мин йүнләп белмәгән егетте өйөмә индереп ултырғым килмәй. Бөгөн аҙым һайын кафе бар, шунда саҡырырға мөмкин. Мин бит эсәйек тимәйем, берәй салат ашап, һут эсеп тә сығырға мөмкин. Кинотеатр, театр, парктар бар. Юҡ инде, бер егет тә унда саҡырманы. Аптырағас, «дилбәгәне» үҙ ҡулыма алып, йәйгеһен береһенә күлгә һыу төшөргә йә иһә урманға еләккә алып барыуын һораным. «Әхирәттәрең менән генә бар инде, мин кис сәйгә килермен»,—тип яуаплағас, бөтөнләй бәйләнеште өҙҙөм. Әлегә бар проблеманы хәл итерҙәй, инициативалы егетте осратманым. Фатирлы, машиналы әхирәттәремдең күбеһе яңғыҙ. Ә ниңә ҡыҙҙар эшләй ҙә, фатирын да, машинаһын да ала, ә егеттәр һаман тормошҡа әҙер түгел ул? Миңә атайым кеүек көслө ир заты кәрәк, әсәм кеүек иркәләнеп кенә йәшәргә теләйем...
Егеттәр аҙ һүҙле
Яңғыҙлыҡ мәсьәләһен ир-егеттәр араһында ла күтәрҙек. Уларҙың асылып һөйләргә теләгәндәре булманы тиерлек.
31 йәшлек Рияз бер ҡасан да өйләнмәгән, бының сәбәбен күңеленә ятҡан ҡыҙҙың осрамауы менән аңлатты.
38 йәшлек Ришат ҡасандыр 2 балалы ҡатын менән йәшәп ҡарауын, аҙаҡ был ҡатын уны кәләш алмаҫлыҡ итеп сихырлатыуын белдерҙе («Ҡайҙан беләһең һуң сихырлағанын?»,—тигән һорауға, фәлән-фәлән ауылдағы күрәҙәсе әйтте тип яуапланы). 37 йәшлек Айрат димселәргә әллә күпме тапҡыр мөрәжәғәт итеп тә файҙа тапмағас, әле өшкөрөлөп ҡарарға ҡарар иткән һәм балаһыҙ ҡатынды осратып, ғаилә ҡорорға өмөтләнә. 41 йәшлек Илдар ауылда әсәһе менән йәшәй, ҡатыны менән айырылған, миҙгелле эштә эшләй. «Атамдан ҡалған йортта әсәйемде ҡарап йәшәйем. Машинам юҡ. Хәҙер ҡыҙҙарға фатир, машина кәрәк. Ауылға килгеләре килмәй»,—тине ул. 32 йәшлек Хәбир—юғары белемле, фатиры ла, машинаһы ла бар. Һораша торғас, өйләнмәүенең сәбәбен аңланыҡ. Хәбиргә үҙе кеүек юғары белемле сибәркәй кәрәк икән. Буласаҡ кәләшенең оҫта хужабикә булыуынан тыш, нескә билле, оҙон сәсле һылыу булыуы, эсмәүе, тартмауы шарт.
ЙОМҒАҠЛАУ
Башта әйткәйнек инде: йылдан-йыл яңғыҙҙар һаны арта бара. Ысынлап та, ғаилә институты, ғаилә традициялары юҡҡа сыға башлаған. Бында ниндәйҙер кимәлдә ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ роленең алмашыныуын да һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк. Аҙғынлыҡтың көслө булыуы ла йәштәрҙе ғаилә ҡорорға «ҡабаландырмай». Быларҙың барыһы ла ғаилә тәрбиәһенә барып тоташа.
Бөгөн ғаилә башлығы булырҙай ысын ир-егет, ғаилә усағын һаҡларҙай ысын ҡатын-ҡыҙ үҫтерергә кәрәк.
Милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ислам дини ҡағиҙәләрен һанламаған быуын яңғыҙҙар һанын тағы ла арттырмаҫ тимә.