АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Фекер
12 Сентябрь 2022, 16:35

ЫСЫН ИР-ЕГЕТ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?

Ғаиләлә ир—ул ҡалҡан. Ул табыусы, ул ғаиләһен ҡарай, өйөндә уңайлыҡ булдыра. Ә үҙе шул уңайлыҡтан (комфорттан) ситтә булырға тейеш. Ни өсөн? Уңайлы тормошта ир деградацияға бирелә, көсһөҙләнә һәм эсеү, тартыу, телевизор ҡарау, компьютерҙа уйындар уйнауға күнегеп ала. Шуға ир «һуғыш яланын»да булырға, ә ғаиләһенә ял итергә генә ҡайтырға тейеш. Бына ошоларҙың бөгөн булмауы, замана кешеһенең уңайлыҡҡа өйрәнеүе ғаиләләрҙе тарҡата. Уңайлы тормошта ҡатын-ҡыҙ үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡ һымаҡ хис итә, ә бындай тормош иргә килешмәй. Бөгөн ир менән ҡатын тигеҙ булырға теләй. Әммә был тигеҙлек рухи-әхлаҡи аспектта ғына ыңғай баһалана, ә матди тормошта бер ниндәй ҙә тигеҙлектең булыуы мөмкин түгел! Физиология яғынан алғанда ла һәр енестең үҙ фунциялары. Ундай ирҙе ҡайҙан алырға? Ысынлап та, ҡайҙан? Бөгөн яңғыҙ әсәйҙәр улдарын тәрбиәләй. Атайҙар деградацияға бирелгән һәм улдарына өлгө була алмай. Һөҙөмтәлә, әсә тәрбиәһе генә алып үҫкән ирҙәр лидер булып китә алмай.

ЫСЫН ИР-ЕГЕТ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?
ЫСЫН ИР-ЕГЕТ НИНДӘЙ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?

Ғаилә бәхете мөһим

Ғаилә—беҙ, йәғни кеше уйлап тапҡан төшөнсә түгел, ул йәшәү принцибы, «Аллаһ ҡоралы». Һорау тыуа: әгәр ул юғары көстөң ҡоралы икән, тимәк, был союзда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәһе лә булырға тейеш бит? Кем ул ир, ҡатын, балалар? Улар нимә өсөн? Беҙ былар хаҡында уйламайбыҙ һәм бик күп хаталар ебәрәбеҙ.

Аң бар. Ата-бабалар белгән. Әммә матди донъяны өҫтөн ҡуйып, фәнни-техник прогресс барышында беҙ уны юғалтҡанбыҙ. Аңыбыҙ өлөштәргә бүленгән, йәғни «донъяға колейдоскоп аша ҡарайбыҙ».

Үҙ-ара мөнәсәбәт—ғаиләнең нигеҙе. Беҙ бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашырға тейешбеҙ: ир менән ҡатын, ата-әсә менән балалар. Нәҡ ошо аралашыу ғаиләне берләштерә. Ниндәй кимәлдә мөғәмәлә итәбеҙ—ғаиләнең сифаты ла шул кимәлдә. Мәҫәлән, мөнәсәбәттә ихтирам, һөйөү, изгелек, аңлау өҫтөнлөк итә икән—был бер торош, әгәр инде туҡтауһыҙ кәмһетеү, үпкәләү, көйәләнеү, үс тотоу күҙәтелһә—быныһы бөтөнләй икенсе. Эйе, һәр ғаиләлә низағ сыға. Тик аралашҡанда, үҙ парыңды йә балаңды тыңлағанда ғына бер-береңде аңларға була, баланс тоторға, гармонияға килергә мөмкин. Һәр ғаиләлә яңы быуын тыуа, ата-әсәнең бер-береһенә булған мөнәсәбәте уларға бирелә. Тимәк, бала тәрбиәләү—үҙ-үҙеңде тәрбиәләүҙән башлана. Балалар беҙҙең тормошто, хатта яҙмышты ҡабатлай. Ғалимдар быны психогенетика тип тә атай.

Хәҙерге заманда ғаилә ҡиммәттәре боҙолған. Айырылыуҙар статистикаһы ла быны иҫбат итә. Ниңә шулай? Был һорауға яуап бирер өсөн «ғаилә» төшөнсәһен өйрәнергә кәрәк: ни өсөн ул бар, кем тарафынан булдырылған һәм уның маҡсаты ниҙә? Ғаиләлә ир баш булырға тейеш. Был көслө зат тарафынан уйлап сығарылған мин-минлек түгел, ә тәбиғәттән шулай һалынған. Ә хәҙер ғаиләләрҙә бәхәс: кем хужа, кем өйҙә лидер тип ирешәләр. Өҫтәл туҡмап, көслө булған өсөн генә лидер булмайҙар. Хужамын тигән ир үҙендә оло яуаплылыҡ йөрөтөргә тейеш. Әммә замана ирҙәре яуапһыҙ. Бында бәхәсләшеү ҙә кәрәкмәй. Ирҙәр яуаплылығы кәмегән икән, тимәк, ҡатын-ҡыҙ үҙенә яуаплылыҡты ала. Ошонан низағ килеп сыға ла инде: ғаиләлә ике лидер һәм улар: «Кем хужа?» тип бәхәсләшә. Һөҙөмтәлә, яуапһыҙ, «көсһөҙ» ир донъяны емерә, ғаилә ҡиммәттәрен юҡҡа сығара.

Ғаилә—ул династия принциптарын (мәҙәниәтте, телде, динде, рухи ҡиммәттәрҙе, шулай уҡ ниндәйҙер кимәлдә һөнәри сифаттарҙы) һаҡлаусы бәләкәй дәүләт. Шулай ҙа бында иң мөһиме—кешенең рухи-әхлаҡи образы.

Ир ғаиләлә лидер булырға тейеш. Беҙ был хаҡта әйттек. Уға ниндәй сифаттар хас? Беренсенән, ирҙең маҡсатҡа ынтылыусан булыуы мөһим. Маҡсат ҡуйырға һәм шуға табан барырға! Әммә быны аҡса эшләү, машина һәм фатир алыуға ғына ҡайтарып ҡалырға ярамай. Ул йәшәүҙең мәғәнәһен аңларға тейеш, ниндәйҙер кимәлдә фәйләсүф булыуы шарт. Тормош мәғәнәһе тураһында уйланырға, камиллыҡҡа ынтылырға бурыслы. Ә бының өсөн алама ғәҙәттәрҙән баш тартыу мотлаҡ.

Маҡсатҡа табан барғанда ҡурҡыу белмәүе, ҡыйыу булыуы ла кәрәк. Замана ирҙәре ҡурҡа, килеп сыҡмай ҡуйһа тип бик һаҡ ҡылана. Был сифат ысын ир-егетте биҙәмәй. Ҡурҡаҡлыҡ гүзәл затарға хас, ҡатын-ҡыҙ шулай булырға тейеш тә. Әгәр ул шундай икән, уның янында ысын көслө ир-егет пәйҙә була.

Йәнә бер сифат—һаран булмау. Быны ғаиләлә үк улды тәрбиәләгәндә булдырырға кәрәк. Малайҙы һаран булмаҫҡа өйрәтеү зарур. Өлкәнәйгән ирҙе тәрбиәләү ауыр буласаҡ.

Ғаиләлә ир—ул ҡалҡан. Ул табыусы, ул ғаиләһен ҡарай, өйөндә уңайлыҡ булдыра. Ә үҙе шул уңайлыҡтан (комфорттан) ситтә булырға тейеш. Ни өсөн? Уңайлы тормошта ир деградацияға бирелә, көсһөҙләнә һәм эсеү, тартыу, телевизор ҡарау, компьютерҙа уйындар уйнауға күнегеп ала. Шуға ир «һуғыш яланын»да булырға, ә ғаиләһенә ял итергә генә ҡайтырға тейеш. Бына ошоларҙың бөгөн булмауы, замана кешеһенең уңайлыҡҡа өйрәнеүе ғаиләләрҙе тарҡата. Уңайлы тормошта ҡатын-ҡыҙ үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡ һымаҡ хис итә, ә бындай тормош иргә килешмәй. Бөгөн ир менән ҡатын тигеҙ булырға теләй. Әммә был тигеҙлек рухи-әхлаҡи аспектта ғына ыңғай баһалана, ә матди тормошта бер ниндәй ҙә тигеҙлектең булыуы мөмкин түгел! Физиология яғынан алғанда ла һәр енестең үҙ фунциялары.

Ундай ирҙе ҡайҙан алырға? Ысынлап та, ҡайҙан? Бөгөн яңғыҙ әсәйҙәр улдарын тәрбиәләй. Атайҙар деградацияға бирелгән һәм улдарына өлгө була алмай. Һөҙөмтәлә, әсә тәрбиәһе генә алып үҫкән ирҙәр лидер булып китә алмай.

Ҡатын-ҡыҙҙың иргә ҡарата функциялары ла мөнәсәбәткә инә. Ғаиләлә гүзәл заттың роле бик ҙур. Ул ғаиләлә генә бәхетле. Мөнәсәбәтте һәр саҡ ҡатын-ҡыҙ көйләй. Шуға ла уға бик һығылмалы булыу кәрәк. Изге яҙмаларҙа ҡатын-ҡыҙҙың роле тураһында бик күп яҙалар. Ғәҙәттә 5 ролде айырып күрһәтәләр:

1-се роль—ҡатын роле. Ирен илһамландырырға тейеш, ә «игәргә» түгел. Бөгөн күптәр «игәй».

2-се роль—әсә роле. Ир ауырыһа, эшендә ҡатмарлыҡтар тыуһа, ҡатын әсәйгә әйләнә. «Һауыҡҡансы» ирен баға.

3-сө роль—апай роле. Ир онотоусан. 8 мартты ла, туй көнөн дә, тыуған көндө лә онотоуы ихтимал. Ҡатын апай роленә инә, нимәлер талап итмәй.

4-се роль—ҡыҙ роле. Ире асыуланғанда ошо образға инеү яҡшы. Әлеге заманда ҡатын-ҡыҙҙар асыулы ире менән бәхәсләшә башлай. Был хәүефле. Ҡул күтәреүгә барып етеүе ихтимал. Бәхәсләшмәгеҙ, уның ҡыҙы (ҡыҙ бала) роленә инегеҙ.

5-се роль—һөйәркә роле.

Был ролдәрҙе ҡатын-ҡыҙ бик сифатлы итеп башҡарырға тейеш. «Битлек кейеү» генә ярҙам итмәй. Ролдәр дөрөҫ башҡарылғанда мөнәсәбәт юғары кимәлдә була, ғаилә мөхите яҡшыра.

Ғөмүмән, беҙ был йәмғиәт ҡоролошо хаҡында тәрән уйланырға бурыслы. Ғаиләләрҙә сифат булһа, йәмғиәттә лә сифат һиҙеләсәк.

Мөнәсәбәттәр мәҙәниәтен үҫешкә илткән ғаилә принциптары бар. Улар бик юғары. Күптәр уны ҡабул итә алмаҫ, әммә мәғлүмәтле булыу ҡамасауламаҫ. Был принциптар аң таҙалығына, көслө аҡылға, саф мөнәсәбәткә, сәләмәтлеккә, оҙаҡ йәшәүгә этәрә.

  1. Организм өсөн таҙа аҙыҡ. Бында ит, балыҡ, йомортҡа инмәй. Туҡланыу тураһында оҙаҡ һөйләргә, хатта айырым мәҡәлә яҙырға мөмкин. Әммә Гиппократ һүҙҙәре менән ҡыҫҡа әйтәм: «Беҙ нимә ашайбыҙ—беҙ шул».
  2. Ғаилә менән алкоголдән, тәмәкенән, наркотиктан баш тартыу. Хатта составында кофеин булған кофе һәм сәйҙе ҡулланмаҫҡа.
  3. Ҡомарлы уйындарҙан, финанс манипуляцияларҙан баш тартыу.
  4. Зинанан, законһыҙ, никахһыҙ мөнәсәбәттән баш тартыу.

Бына ошо принциптар ғаилә ҡиммәттәрен тота һәм һаҡлай.

Ғаиләлә мин-минлек, йәғни эгоизм булмаҫҡа тейеш. Ул бар икән, ғаилә ҡасан да булһа тарҡала. Ә ғөмүмән алғанда айырылыу ярамай. Мәҫәлән, һеҙ ашарға бешерә ҡуйҙығыҙ (ғаилә ҡороу) һәм ул бешмәҫ элек уттан алһағыҙ (айырылыу), тимәк, аҙыҡ та юҡҡа сыға, үҙегеҙ ҙә ас ҡалаһығыҙ.

Көслө ғаиләләрҙең үҙенсәлеге һәр кемдең трансформацияланыуында. Аңды трансформациялау—ул ҡарашты башҡа кешегә, эргә-тирәңдә барған хәлгә ҡарата үҙгәртеү. Был үҙгәрештәр гармония булдыра, йәғни тирә-йүнгә позитив ҡараш тәрбиәләй. Бына ошонда ғаилә үҫеше күҙәтелә лә инде.

Айбулат Уразбахтин, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы.

Автор:Резеда Валиева