Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Октябрь 2021, 14:31

Иртәгә ҡояш сығыр...

       Гел ҡараңғы ғына булып тормай, туннелдең осонда ла бер килеп яҡтылыҡ күренер әле, һис шикһеҙ күренер. Иртәгә, иртәнән һуңға, унан ары ла ҡояш сығыр, ул алтын нурҙарын һибеп беҙгә йылмайып бағыр, ҡараңғыға зар-интизар күңелебеҙҙе яҡтыртыр, өшөгөн, күшеккән тәндебеҙҙе йылытыр. Әйҙәгеҙ, шуға өмөт итеп йәшә-йек! 

Иртәгә ҡояш сығыр...
Иртәгә ҡояш сығыр...

                 Негатив. Тормошҡа кире ҡараш. Өмөтһөҙлөккә бирелеү. Дөйөм паника. Күңелдә өҙлөкһөҙ ҡурҡыу, өркөү йөрөтөү. Былар барыһы ла бөгөнгө йәшәйештәге хәл, өҫтәп әйтер инем – замана афәте! Ҡара таңдан һәммәбеҙҙе кире күренештәр эҙәрлекләргә керешә; коронавирус менән сирләүселәрҙең һаны көндән-көн арта, тегендә кемдер вафат булған, бында кемделер ерләгәндәр... Әҙәм балаһы үҙ донъяһына бикләнде, сикләнде. Мине лә әле хисаплап үткәндәр борсой, хафаға һала, сөнки һеҙ-ҙең араламын даһа, йәмғиәттә йәшәп тә уның яҙылмаған ҡанундарын инҡар итеү, ҡуйған талаптарынан ситләшеү мөмкин түгел. Шуға теләйбеҙме, әллә юҡмы, йәшәй-беҙ шулай де-прессияға бирелеп. Иң мөһиме – мыжымағыҙ, ни генә тиһәк тә башыбыҙға төшкән уртаҡ ҡаза, уны нисек тә еңергә, имен-аман үткәрергә кәрәк, бик те-ләһәк тә сит планетаға ҡасып йәшенә, боҫа алмайбыҙ.

                Медицина хеҙмәткәре булараҡ ошо ҡара киҙеүҙән һаҡланыу юлдарын да тәҡдим иткәй-нем бер тапҡыр, әлеге әйтерем - икенсе нимә, тән дауаһы түгел йән дауаһы хаҡында. Әҙәм бала-һын үлтереү кәрәкмәй ҙә, уның киләсәккә булған өмөтөн һүндереү ҙә етә, тиҙәр. Иң беренсе үтенесем, күңелегеҙҙәге һуңғы өмөт осҡонон өрөп һүндерә күрмәһендәр, ана шул сатҡыны ҡәҙер-ләгеҙ, һаҡлағыҙ, һис кемгә ҡағылдырмағыҙ. Икенсе тәҡдимем - йәшәү маҡсатығыҙ булһын. Маҡсатһыҙлыҡ – ҡара урманда ҡайҙа барып бәрлегергә белмәй аҙашып йөрөгән кешегә оҡшаш. Нин-дәй маҡсатмы? Әгәр уҡып йөрөйһөгөҙ икән, уны уңышлы тамамлауҙы ҡайғыртығыҙ, йәш-һегеҙ икән, өйләнеү, кейәүгә сығыу, сәләмәт, матур балалар табып уларҙы тәрбиәләү хаҡында уйлағыҙ, эшһеҙһегеҙ икән, йәнегеҙ ятҡан шөғөл эҙләгеҙ, сөнки эшһеҙ-лек, аптыранып ҡул ҡаушырып ултыр-ыу үҙ сиратында юғарыла атап үткән кире тойғоларҙы яралта. Ауылыбыҙҙа кинәйәле хәбәр һөйләргә әүәҫ бер олатай йәшәне, уның әйткәне иҫкә килеп төштө ошо ерҙә: “Берәй эш таба алмаһам, исмаһам һыҙлауы баҫылыр тип тубыҡтарымды булһа ла ыуып ултырам ул... ” Оло быуынға әйтер-ем шул: дүрт тарафтан ҡыҫылмаҫ өсөн дүрт стенағыҙға бикләнмәгеҙ – Һаҡланыу сараларын үтәп саф һауала күберәк йөрөгөҙ, тәбиғәт матурлығына һоҡланығыҙ, ба-шҡалар ҡаштарын емергәндә донъяға йылмайып бағығыҙ, эргәгегеҙҙәге ейәндәр, ейәнсәрҙәрегеҙҙе яратығыҙ, әле ҡулығыҙға алып өлгөрмәгәнһегеҙ икән, киләсәктә уларҙы күреү, һөйөү хаҡында хыялланығыҙ. Ижад кешеләре, билдәле, ижад менән янып йәшәргә бурыслы, бөйөк Дмитрий Шостакович блокадалағы боҙбармаҡ булып ҡатҡан Ленинградта үҙенең үлемһеҙ 9-сы симфонияһын яҙған, шуның ише.

               Беҙҙәге бер тома һуҡыр әбей көн һайын иртә таңдан стеналарын һәрмәп ҡуңалтаҡ өйөн уратырға керешә торғайны. Көнө буйы йөрөй шулай. Бер тапҡыр ул хыялындағын асып һалды: “ Йәйәүләп бынан ҡырҡ-илле саҡрымда ятҡан тыуған ауылыма ҡайтып урарға йыйынам әле, шуға әҙерләнәм...”  Юғары хыялы алға әйҙәне, оҙон ғүмер бирҙе, әгәр ул үлемен көтөп түшәгендә ятһа моғайын да ике-өс йылдан да арттырып йәшәй алмаҫ ине. Әбейҙең ынтылышы буш, һис ҡасан үтәлмәҫ хыял ғына булған бары, тип әйтер бәғзе берәү. Бәлки. Уға уҡ китһә беҙ әүәле коммунизмда йәшәп тә коммунизм хаҡында хыялланып йәшәнек тәһә, ана шул киләсәктә көткән ожмах хаҡында ҡуҙғатылған хәбәр зиһенебеҙҙе сафландырып, бер ҡыуанысты икәү итеп ебәрҙе гелән.  

                Аҡыл өйрәтә был, тип екһенмәгеҙ, ағай-эне, ошо юлдарҙы яҙып ил кисергән ауыр хәлдән ҡотолорға тырышып ятам әле үҙем дә.

                Гел ҡараңғы ғына булып тормай, туннелдең осонда ла бер килеп яҡтылыҡ күренер әле, һис шикһеҙ күренер. Иртәгә, иртәнән һуңға, унан ары ла ҡояш сығыр, ул алтын нурҙарын һибеп беҙгә йылмайып бағыр, ҡараңғыға зар-интизар күңелебеҙҙе яҡтыртыр, өшөгөн, күшеккән тәндебеҙҙе йылытыр. Әйҙәгеҙ, шуға өмөт итеп йәшәйек! 

Автор:Хайдар Тапаков