Бөтә яңылыҡтар
Фекер
14 Июль 2021, 20:05

Тар күңеллелекме был?

Ауылда кәләш алмаған, инде йәше еткән ҡәйнешем бар. Бер ҡайтҡанда ҡәйнә менән ҡайным: “Ошо ҡустығыҙҙы алып китегеҙ әле ҡалаға. Берәй эшкә урынлашһын, һеҙҙә йәшәп торһон. Ҡалала, бәлки, кәләш тә табыр”,--тинеләр беҙгә ҡарап.

Тар күңеллелекме был?
Тар күңеллелекме был?

Беҙҙең редакцияға килгән хатты тәҡдим итәбеҙ. Һеҙ ниндәй фекерҙә?

 

“Был донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ. Ошо ҡыҫҡа ғүмерҙе үҙемсә матур итеп йәшәгем килә. Һәр кемдең дә шундай теләге барҙыр. Әлбиттә, туғандар, яҡындар, дуҫтар менән ҡатышып йәшәргә кәрәк. Тик ҡайһы саҡ бәғзеләрҙең үтә ныҡ әрһеҙләшеүе, сама белмәүе бер кем менән дә аралашмаҫ, өйгә бикләнер хәлгә еткерә.

Ирем менән өйләнешеп, тәүҙә кеше фатирында тороп, яйлап өй һалып, ике бала үҫтереп, аҡсаның осон-осҡа ялғап булһа ла тырышып донъя көткән мәлебеҙ. Ауылда кәләш алмаған, инде йәше еткән ҡәйнешем бар. Бер ҡайтҡанда ҡәйнә менән ҡайным: “Ошо ҡустығыҙҙы алып китегеҙ әле ҡалаға. Берәй эшкә урынлашһын, һеҙҙә йәшәп торһон. Ҡалала, бәлки, кәләш тә табыр”,--тинеләр беҙгә ҡарап.

Әлбиттә, ата-әсә кешенең борсолоуын аңлайым. Ике ир тәрбиәләп йәшәргә теләгем булмаһа ла, иремә ҡаршы тора алманым. Шулай итеп, ҡәйнешем беҙгә килде. Ағаһы янына эшкә урынлашты. Һәм башланды көйөүҙәрем… Саңланып эшләгән ерҙә эшләгәс, көн дә йыуыналар бит инде. Йә душ, йә мунса. Ҡәйнеш тигәнем таҫтамал да, ышҡынғыс та алып килмәгән булып сыҡты. Инде 30-ға етеп килгән егеттең гигиена тигән нәмәһе лә булмай сыҡты. Шул саҡ: “Теш щеткаһы бармы икән?”, --тигән уй башыма килде. Иғтибар итмәгән инем, барып йыуыныу бүлмәһен ҡараным. Беҙҙекеләр генә. Атаҡ, был теш тә таҙартмаймы икән, әллә беҙҙекен аламы икән? Шул көндө үк кис щетка һатып алып ҡулына тотторҙом: “Был һиңә булыр”.

Йоҡонан торғас урынын рәтләп китмәй, бүлмә туҙырап ятты. Барыһын да яҙып тормайым, әммә сығырымдан сыға башланым. Иремә: “Аҡса биреп тор ҡустыңа, фатирҙы ҡуртымға алһын да йәшәһен, мин ике ир тәрбиәләп, ике ир артынан йыйып йөрөргә теләгем юҡ”, --тинем. Ул миңә яуап итеп: “Бер-ике ай ҙа сыҙай алмайһыңмы? Ана, уны беҙ йәшәтһен тип, ата-әсәй аҙыҡ-түлек тейәп ебәрҙе”.

--Кәрәкмәй миңә ите лә, һөтө лә, ҡорото ла. Миңә күңел тыныслығы кәрәк!—был минең яуабым булды.

 

Ирем ҡустыһына әйтмәне. Минең ҡыланышымды, ҡарашымды аңланымы, үҙе ялҡтымы, бер айҙан кире ауылына ҡайтып китте.

Ҡәйнә-ҡайны миңә үпкәләгән дә шикелле.

30 йәшкә етеп килгән улдары тәртип белмәгәнгә мин ғәйеплеме? Ысынлап, мин тар күңеллеме ни?

 

Сөмбөл. Сибай ҡалаһы.”

Автор:Резеда Валиева