Бөтә яңылыҡтар
Фекер
19 Апрель 2021, 15:55

ЭТ БӘЛӘҺЕ

Эт тә бүреләр һәм башҡа кейектәр кеүек үк тәбиғәт инстинкттары менән йәшәй. Эт менән бүренең ДНК-һында 98-99% процент оҡшашлыҡ бар. Эттәр ҙә бүреләр кеүек үк өйөр януарҙары, уларға сабып йөрөп аҙыҡ эҙләү, сабып ер-һыу ҡыҙырыу, эҙ алыу кеүек характерлыҡ һалынған.

Рәсәй буйынса эттәргә бәйле дәшһәтле хәбәрҙәр йышайып китте. Һуңғы фажиғәләр үҙебеҙҙә булып, тетрәтте. Иң башта бәлә килгән ғаиләнең, балаларын юғалтҡан ата-әсәләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға сабырлыҡ теләп ҡалабыҙ.
Ә инде илдәге эт темаһына килгәндә, Рәсәйҙә һуңғы ун йылда 400-гә яҡын кешене эт талап үлтергән һәм улар башлыса балалар. Йылына эттән тешләнеп 35 кеше үлә. Эттәрҙең кешегә һөжүм итеү осрағы үрҙә әйтелгән ваҡыт арауығында 191 мең хәл теркәлгән. 2018 йылдың декабрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы “Хайуандар менән яуаплы эш итеү тураһында” закон ҡабул итте. Закон тулыһынса 2020 йылдың 1 ғинуарнынан үҙ көсөнә инде. Законда хайуандарҙың нисек тотолорға, улар өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылырға тейешлеге, хайуандар менән нисек мөрәжәғәт итергә ярамағанлығы тураһында ентекләп яҙылған. Әммә тормош яҙылған тәртиптәргә генә ҡарап алып барылмай һәм ундағы булған ауыр ваҡиғалар йыш ҡына булып үткәндән һуң ғына әлеге закондарға теркәлеп тикшерелә башлай.
Закон нигеҙендә йортһоҙ, һуҡбай, ҡараусыһыҙ бесәйҙәр хәҙер “хужаһыҙ хайуандар” тип атала-- улар хужаһыҙ йәки хужаһы билдәһеҙ хайуандар. Һәм йыш ҡына ошо “хужаһыҙ хайуандар” “хужаһыҙ” ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа үрсеп китә лә инде.
Эттәр кешеләр араһында инде күп быуаттар йәшәй. Кешеләр араһында көн иткәндә лә улар әҙәм аҡылын да, ҡылыҡтарын да алмаған. Улар ҡырағай тәбиғәттән килгән, өйрәтелгән януарҙар. Этте “тоғро дуҫ” тигән фекер беҙҙә, әлбиттә, ныҡ нығынған, әммә ысынында януарҙың дуҫ та, туған да түгеллеген аңларға ваҡыт. Эт ул инстинкттар һәм рефлекстар менән йәшәүсе хайуан, януар. Уның ҡайһы ваҡытта нимә теләрен һәм ниндәй осраҡтарҙа көйһөҙләнеп йәки сығырынан сығып китәрен белеп булмай. Сөнки ул һөйләшмәй, ул уйлап, аңлап эш итә белмәй. Ниндәй аҡыллы, тоғро һәм өйрәтелгән эт тә бары рефлекстар менән йөрөй. Был эт бер ваҡытта ла ташланмаҫ, бер ваҡытта ла зыян итмәҫ, тигән ышаныс нығынмаһын ине, эт ул – эт.
Ауылдарҙа хужалыҡ һайын эт тотола. Эт һаҡсы ролен үтәй ауылда. Һәм йыш ҡына эттәр йылдар буйына бәйҙә ултыра. Күпмелер ваҡытҡа ысҡындырып йөрөтөп алынғандары ла була, әммә беҙҙә оҙонораҡ сынйыр ул бөтә проблеманы ла хәл итә, эт үҙ тирәһендә йөрөй ҙә, постынан да китмәй, тип ҡарайҙар. Ә ул эттең тәбиғәтен өйрәнгән һәм аңлағандар бик һирәк. Тәбиғәтен! Сөнки ул тәбиғәт януары. Эт тә бүреләр һәм башҡа кейектәр кеүек үк тәбиғәт инстинкттары менән йәшәй. Эт менән бүренең ДНК-һында 98-99% процент оҡшашлыҡ бар. Эттәр ҙә бүреләр кеүек үк өйөр януарҙары, уларға сабып йөрөп аҙыҡ эҙләү, сабып ер-һыу ҡыҙырыу, эҙ алыу кеүек характерлыҡ һалынған. Һәм оноторға ярамай, эттәрҙә лә бүреләр кеүек үк февраль-март арауығына һуҙылған ҡасыу осоро башлана. Был мәлдә инә эттәр һәм бүреләр махсус шыйыҡлыҡ бүлеп сығара, был бүленмә еҫе әллә нисә километрҙарҙан арлан януарҙарға һиҙелә. Уларҙың ҡанын ҡыҙҙыра, тоҡомон дауам итеп ҡалдырыу теләген ҡырҡыулата, көсәйтә төшә. Арлан кейектәр ошо инстинкттарын үтәү өсөн үҙ-ара өҙөшә, улар айырыусса агрессив һәм ҡурҡынысҡа әүерелә. Һәм бөтә ошо хәлдәр беҙҙең ихаталағы эттәрҙә лә бара, тик күпкә баҫылғаныраҡ хәлдә. Бәйҙә ултырып йылдар буйына зарыҡҡан эттәр ҙә ҡайҙалыр ауылда йәки тау аръяғындағы урманда ҡыуғын (ҡасыу, ҡарығыу) осоро барғанын һиҙә, уның организмы ла тәбиғи теләктәрҙе үтәтеүен талап итә. Тик ул бәйҙә. Һәм ошо халәттә оҙайлы ваҡыт тотҡарланған эттең психикаһы боҙола. Атайым, һунарсы булараҡ икешәр-өсәр эт тотто һәм береһен дә бәйгә ултырманы. Бәйгә ултыртылған эттең холҡо боҙола һәм һунарға эшкинмәй башлай, ти торғайны. Ана шул холҡо боҙолған януар хужаларына йә башҡа йән эйәләренә зыян килтерә лә инде. Бөтә осраҡтарҙа ла шулай тигән һүҙ түгел, әммә стерилизацияланмаған һәм оҙаҡ бәйҙә тотолған эттәрҙең халәтен яҡынса аңлатыу формаһы итеп бирәбеҙ. Был осраҡта кеше аңларға тейеш: эт тә тере организм, уның да тәбиғи теләктәре бар һәм йыш ҡына ул тәбиғәт эттән генә түгел, хатта кешеләрҙән дә көслө булып сыға. Эт тотағыҙ икән, уға иркен вольер булһын, тәбиғи инстинкттарын ҡәнәғәтләндерегеҙ, ҡарығыу мәленә янына кәнтәй (арлан) алығыҙ, ҡырға сығып сабырға ирек бирегеҙ, ҡыҫҡаһы шарттарын тыуҙырығыҙ. Януарҙың иң аҡыллыһы ла һаҡсы ла, уйынсыҡ та, дуҫ та түгел, ул бары януар ғына.
Берәҙәк эттәргә килгәндә, улар ҙа кешеләрҙең яуапһыҙлығы күренеше. Эт көсөгөн алды ла, ҙурайып күп ашай йәки тәртип боҙа башлаһа, ҡыуҙы ла сығарҙы. Йәки хужаһыҙ инә эт урамда көсөкләне лә, уға берәү ҙә иғтибар итмәне. Шулай туплана ла берәҙәк эттәр өйөрө. Эттәр өйөр менән йәшәүсе януарҙар тип әйттек, шуға ла уларға территория кәрәк. Улар мотлаҡ ниндәйҙер майҙанға хужа булырға ынтыласаҡ һәм шул ерҙәрен һаҡлаясаҡ та. Законда ғына ул “хужаһыҙ хайуан” тип яҙыла, ә асылда эт үҙен шул урындарға хужа итеп тоя. Улар кешене биләмәләренә инеүсе итеп күрә. Бүреләрҙең тәбиғәтен хәтерләгеҙ, улар өйөр менән бер малды айырып алып ҡыуа йәки яңғыҙ малға һөжүм итә. Эттәр ҙә шулай уҡ, улар ҙа яңғыҙ кешегә ауалай, күмәк кешеләргә ташланырға ҡурҡа. Бигерәк тә был ҡорбан бала һымаҡ көсһөҙ һәм бәләкәй булғанда, был эттәрҙең тәбиғи ҡырағайлығын уятып ебәрәлер, тип уйлайым. Бигерәк тә ҡыш аҙағы яҙ башында улар ҙа активлаша, сөнки ҡарығыу осоро, тип әйттек. Был осорҙа ярһып алған эттәр (бүреләр) әле оҙаҡ ҡына тыныслана алмай, эләгешә, олой, һөжүм итә. Быларҙы эт насар йә уҫал булғандан ҡылмай, бары тәбиғәте шулай яратылғандан ғына. Йәй, көҙ һәм ҡыштың баштағы ике айында эттәр күпкә тынысыраҡ була. Унда ла әгәр ул әлеге тәбиғәтенә, инстинкттарына ҡаршы килмәгән шарттарҙа көн итһә генә.
Күҙәтеүҙәр буйынса күрәбеҙ, эт үҙ булмышы менән йәшәй, ул хайуан булып йәшәй, кеше булып түгел. Эт тешләй ҙә, талай ҙа, хатта, күрәһегеҙ, үлтереп тә ҡуя. Һуң беҙ бит кешеләр. Ни өсөн беҙ ул януарҙарға урам тулып йөрөргә бирәбеҙ? Ауылдарҙа ла хакимиәт, биләмә етәкселеге бар. Шул район һәм ауылдар өсөн яуаплылар билдәләнгән һәм халыҡ үҙе лә күреп тора бит: хужаһыҙ эт йөрөй. Был осраҡта биләмә етәксеһенә ғариза яҙыла: шул-шул урамда йәки ауылда йөрөгән ҡарауһыҙ эткә (хәүеф янаған күршемдең этенә) ҡарата сара күреүегеҙҙе һорайбыҙ. Ошондай мөрәжәғәттән һуң сара күрелергә тейеш. Хатта был формальностарға барып етмәгәндә лә, ауыл халҡы үҙе үк берәҙәк эттәр барлығын күрә бит. Бик теләгәндә, хатта закондарҙы урап үтеп, үҙ белдегең менән булһа ла юҡ итергә була этте. Әгәр ул хәүефле икән, әҙәм ғүмере эттән ҡиммәтерәкме ни? Был тәңгәлдә, хайуандар хоҡуғын яҡлаусылар нимә генә тигәндә лә, эт менән баланы хатта сағышытырып та булмай һәм булырға ла тейеш түгел. Ул эттәрҙең тулып йөрөүендә тулыһынса кеше ғәйепле булғанда ла, ҡурҡыныс янау осрағында, эт юҡ ителһен ул. Юғиһә, бәлә килеүе бар.
Миләүшә Ҡаһарманова.