Бөгөн ауылдар яҙмышы, уларҙың киләсәге, ауыл хужалығы тармағы үҫеше төп проблемаға әйләнеп бара. Ошо юҫыҡта һеҙҙе фекер алышырға, уйланырға саҡырабыҙ.
Ни өсөн ауыл хужалығында эшләргә теләүселәр юҡ?
Республикала эшсе ҡулдарҙың ситкә китеүе, күп йәштәрҙең юғары уҡыу йортон тамамлап та үҙебеҙҙә эшкә ҡалмауы бер кемгә лә сер түгел. Бөгөн төп сәбәптәрҙең береһен байытҡан да, һағайтҡан да Себер тарафына эшселәрҙең күпләп ағылыуына ҡайтарып ҡалдырырға тырышабыҙ. Миҙал ике яҡлы була тигәндәй, унда вахта ысулы менән эшләгәндәрҙең күбеһе ауыл ерендә яҡшы йәшәй, күркәм йорттарҙа көн итә, затлы машиналарҙа елдерә, ғаиләләре етеш, балалары ҡараулы. Хатта бәғзеләре балаларының киләсәген күҙаллап, ҙур ҡалаларҙа фатир һатып алырға ла тырыша. Әммә уларҙың да үҙ проблемалары етерлек: күптәренең ғаиләһе тарҡала йәиһә вахталағы ир “ике яҡлы” тормош алып барырға ла тартынмай. Шулай уҡ ирен эшкә оҙатҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһылары еңел тормошҡа күнегеп, улар китеү менән кәйеф-сара ҡорорға тотона, балалары атаһын зарығып көтөүҙән, уны айҙар буйы күрә алмай интегә. Күпселек осраҡта баланы ла, ғаиләне лә күп аҡсалы атай һаҡлап алып ҡала алмай.
Әммә бөгөнгө һүҙебеҙ оҙон аҡса эҙләп ситкә китеүселәр хаҡында түгел. Дөрөҫөрәге, ауыл хужалығы тармағында барлыҡҡа килгән тағы ла бер киҫкен проблемаларҙың береһе—кадрҙарҙың етешмәүе тураһында булыр. Бер нисә йылдан ерҙә эшләүселәрҙең, данлыҡлы игенселәрҙең эшен дауам итеүселәр, илгә икмәк үҫтереүселәр ҡалмауы ла мөмкин. Көтөүе булып та көтөүсеһе, һыйыры булып та һауынсыһы, ере булып та уны сәсеүсеһе, йыйып алыусыһы булмаҫ тимә. Хәйер, ауылдарҙа фермерҙар бар, йыл һайын крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешә, уларға хөкүмәтебеҙ тарафынан ҙур күләмдә гранттар бирелә, дәүләт ярҙамы күрһәтелә тип әйтеүселәр ҙә булыр. Уныһы менән дә килешәм. Ысынлап та, республикабыҙҙа үҙ эшен асыусылар, фермерҙар, ауыл йүнселдәре өсөн төрлө программалар эшләй, бар яҡлап ярҙам күрһәтелә, әммә улар ғына бөгөн ауыл хужалығын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирмәй. Бөгөн төп проблема булған мәсьәлә асыҡ килеш ҡала: ауыл еренә эшкә килергә атлығып торған йәштәр юҡ, ауыл хужалығы тармағына йәш белгестәр үҙҙәре теләп эшкә ҡайтмай. Ни өсөн ауыл хужалығы университетын тамамлап, ҡулына диплом алған йәш белгес үҙе һайлаған һөнәре буйынса эшләргә ашҡынып тормай, ситкә китергә йә иһә башҡа тармаҡта эшләргә тырыша?
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һаны уртаса 4-5 процентҡа кәмей. Яҡынса фараздар буйынса, быйыл республиканың ауыл хужалығы тармағы 115 агроном, 163 агроинженер, 138 зоотехник, 187 ветеринар, 163 механизатор һәм 152 һауынсыға ҡытлыҡ кисерәсәк. Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы буйынса юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың тик 21 проценты ғына тыуған яғына ҡайтырға теләк белдерә, ә ҡалғандар тик диплом өсөн генә уҡый. Күптәре ситкә, Себергә, башҡа ҡалаларға эшкә китә, бәғзеләре “Магнит”, “Пятёрочка” кеүек эре сауҙа нөктәләренә, Интернет-магазиндарға эшкә урынлаша. Йәштәр араһында ауылда үҙ эшен асыусылар ҙа бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шәхси эшен асырға теләк белдереүселәрҙең артында күпселек осраҡта ата-әсәһе тора, уларҙың эшен дауам итергә теләй, ҡайһылары үҙ эшен асып та өлгөрмәй, дәүләт ярҙамы алып күп тә үтмәй уны ябып ҡуя.
Беренсенән, ауыл хужалығына эшкә килергә теләге булыусыларҙы күп осраҡта фермер-крәҫтиән хужалығы етәксеһе эшкә алып бармай. Сөнки уның кеҫәһенән байтаҡ сығымдар китә. Фермер өсөн яҙын-көҙөн ваҡытлыса эшселәрҙе йәлеп итеү күпкә отошло. Икенсенән, яңы эшкә ҡайтҡан йәш белгестең эш хаҡының аҙ булыуы, йәшәргә урыны булмауы ла ауылға барыуҙан ситләштерә. Был тәңгәлдә ниндәйҙер дәүләт программаһы бар барлығын, әммә уның күләме бик аҙ. Йәш кеше ул аҡсаға бик теләһә лә йорт һатып та ала алмай, үҙе төҙөй ҙә алмай. Был йәһәттән юғарыла ултырыусы етәкселәргә бер аҙ уйланырға урын бар: ни өсөн беҙ табиптарҙы һәм уҡытыусыларҙы эшкә йәлеп итеү өсөн уларға миллиондар сарыф итәбеҙ, ә ауылдарҙы күтәрерлек, ауыл иҡтисадын үҫтерерлек белгестәргә аҡса йәлләйбеҙ.
Әгәр ҙә киләсәген ер менән бәйләргә теләк белдерә, үҙен малсылыҡ, ҡырсылыҡ, үҫемлелекселек тармағында һынап ҡарарға теләй икән, әйҙә үҙ эшен асырға йәиһә ауыл хужалығы кооперативына, фермер хужалығына эшкә төшөргә теләүселәргә ташламалы хаҡ менән кредиттар, йорт йәки фатир һатып алырға ярҙам, балалары тыуған һайын кредиттың ниндәйҙер өлөшөн ҡаплау бу-йынса ярҙам күрһәтелһә, кем белә, бәлки ауыл ерендә йәшәргә, эш башларға теләүсе йәштәр ҙә күберәк булыр ине.
Баймаҡтар Хәйбулла фермерында эшләй, Баймаҡта—йылайырҙар
Һөнәрем буйынса Урал аръяғы райондары буйлап күп йөрөргә тура килә, ҡайһы саҡта тынғылыҡ бирмәгән эшемә рәхмәт тә әйтеп ҡуям: ҡайҙа ғына илтмәй ҙә ниндәй генә кешеләр менән осраштырмай! Бигерәк тә яҙғы сәсеү һәм көҙгө уңыш йыйыу осоронда төрлө район фермерҙары менән йыш осрашырға тура килә. Миҙгелле кампания осоронда уларҙың төп проблемаһы әлеге лә баяғы эшсе ҡулдарҙың етешмәүенә ҡайтып ҡала. Ауылда эшһеҙ ятҡан кешеләр ни өсөндөр үҙҙәренең ауылындағы фермерға эшкә барырға теләмәй. Йәнәһе, байҙы байыҡтырмай улар. Ашарына юҡ, аҡсаһыҙлыҡҡа зарлана, элекке колхоз-совхоздар дәүерен һағынып һөйләй, әммә эшләргә теләмәй. Ауыл кешеһенең, дөрөҫөрәге эше булмаған кешенең психологияһын бөгөн төптән яңыртыу талап ителә. Шулай булмаһа, Хәйбулла районы фермерында Йылайыр йәки Баймаҡ районынан килгән эшселәр, Йылайыр районында Баймаҡ механизаторҙары, Баймаҡта хәйбуллалар эшләүен нисек аңлатырға мөмкин?..
Был төбәктә йыл һайын тәбиғәттең ҡырыҫ шарттары ла ауыл хужалығында эшләүселәргә ҙур һынауҙар ҡуя. Яҙын өмөтләнеп сәскән орлоҡтан көҙ көнө һәр йыл тейешле уңыш йыйып алмау, ҡоролоҡ өсөн субсидиялар түләнмәү үҫемлекселек менән шөғөлләнеүселәрҙе уйландырырға мәжбүр итә, күптәре малсылыҡ, йылҡысылыҡ тармағына ҡайтыуҙы хуп күрә. Былтыр йылҡысылыҡты үҙ иткән йүнселдәрҙең береһен йәй көнө еләккә барғанда аттарын үҙе көтөүен күреп хайран ҡалдым. “Ни өсөн көтөүсе ялламайһығыҙ?”—тигән һорауыма: “Табып булмай. Ауылдарға йөрөп тә сыҡтым. Ай һайын аҡсаһын да түләргә ризамын, ҡышҡылыҡҡа һуғымға бер тай бирәм тип тә әйтеп ҡарайым, килмәйҙәр”,—тигәйне ул. Уңыш йыйыу осоронда ферма хужалығы башлығының үҙе комбайн штурвалы артына ултырыуы ла юҡҡа түгел бит, күрәһең, уның да уңышты йыйып алырға эшселәре булмағандыр. Ауыл хужалығында ике-өс йылдар арауығында элекке, колхоз-совхоздарҙа бешеккән эшселәрҙең эшләүе бар, әммә улар ҙа йыл һайын һирәгәйә бара. Бигерәк тә коронавирусҡа бәйле пандемия осоронда оло йәштәгеләрҙе эшкә йәлеп итеү ҙә еңел түгел. Хужалыҡ етәксеһе лә, эшләргә теләк белдерһәләр ҙә, ике яҡта ла хәүеф һәм ҡурҡыу тойғоһо өҫтөнлөк итәсәк. Бында ла йәштәрҙең булмауы күп осраҡта аяҡ сала.
“Ауыл ипотекаһы”н ауылда йәшәүселәр файҙаланамы?
Ауылда йәшәүселәргә тәғә-йенләнгән дәүләт ярҙамы, төрлө программаларҙың булыуы ха-ҡында ла күптәр хәбәрҙарҙыр, моғайын. Әммә уларҙың барыһын да ауыл кешеһе файҙалана аламы?
Былтырҙан башлап, ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бик уңайлы булған “Ауыл ипотекаһы” программаһы тормошҡа ашырылды. Уның шарттарына ярашлы, ипотекаға дәүләт яҡлауы программаһы ярҙамында һеҙ ауыл еренән үҙ хаҡына тигәндәй торлаҡ һатып ала алаһығыҙ. Процент ставкаһының төп өлөшөн дәүләт түләйәсәк. Дөйөм талаптарға ярашлы, халыҡ өсөн максималь ставка—3 процент. Әммә Башҡортостан Республикаһы банктарҙы өҫтәмә рәүештә субсидиялаясаҡ. Был төбәктәге ставканы минималь кимәлгә—0,1 процентҡа тиклем кәметеү мөмкинлеге бирҙе. Әлеге төр ипотеканы юллау өсөн ауылда йәшәү йәки теркәүҙә тороу мотлаҡ түгел. Программа бер йылға тип иҫәпләнһә лә, ул быйыл да дауам ителә. Уйлап ҡарағанда, ауыл ерендә йәшәүселәргә һәм ауылға эшкә ҡайтыусы йәштәргә бик уңайлы ла, отошло ла кеүек. Әммә бында ла миҙалдың икенсе яғы килеп сыҡты: ауыл ерендә йәшәүселәрҙең күптәре был программа хаҡында белеп тә өлгөрмәне, ҡалала йәшәүселәр“һә”тигәнсе ауыл ерҙәренән йорт һатып алырға тотондо. Өфөлә йәшәүселәр йәшен тиҙлегендәй ҡала яны ҡасабаларынан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарына“һөжүм”башлаһа, Әбйәлил райондары ауылдарынан йорт һатып алырға Магнитогорск кешеләре килде. Ауылымда йортом бар, ниңә әле миңә тағы ла“Ауыл ипотекаһы”на инергә тип уйлаған ауыл кешеһе йәнә тишек кәмәлә тороп ҡалырмы, билдәһеҙ.
Ауылда йәшәүселәрҙе һәр хәлдә ауыл хужалығы менән айырып ҡарап булмай. Ул үҙенең шәхси ихатаһында мал тота икән, тимәк, уға бесәне лә, фуражы ла кәрәк. Һуңғы йылдарҙа ауылда йәшәүселәр өсөн бесәнлек һәм көтөүлек ерҙәре лә оло проблемаға әйләнә бара. Үҙ малыңды тейешле хаҡҡа һатырғамы әллә быҙау көйө “татарҙарға” тейәтеп ебәрергәме тигән мәсьәләләр ҙә бөгөн көнүҙәк булыуын юғалтмай. Хәйер, был тема буйынса айырым фекер алышыу кәрәк.
Бөгөн ауыл хужалығы предприятиеларына, хужалыҡтарына, кооперативтарына йәштәрҙе йәлеп итеү, уларҙы ауылға эшкә ҡайтарыу маҡсатында өлгө булырлыҡ етәкселәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, Әбйәлил районының “Красная Башкирия” кооперативы етәксеһе Раил Фәхрисламовтың эше маҡтауға лайыҡ. Ул республикала тәүгеләрҙән булып иң алдынғы технологияларҙы ҡулланып, сит ил техникаһы һатып алып, робот фермаһы ғына төҙөп ултыртманы, ә эшселәренә йәшәү өсөн бар шарттар ҙа тыуҙыра. Йәшәү һәм эш шарттары яҡшы булғанда ғына кеше эшкә бар һәләтен һәм көсөн һалыуын иҫәпкә алып, Раил Фәхрисламов эшселәре өсөн заманса уңайлыҡтары, гаражы булған фатир төҙөгән һәм унда хеҙмәткәрҙәр рәхәтләнеп йәшәй. Эшең дә, аҡсаң да, йәшәргә урының булғанда, эшләргә килеүсе йәштәр ҙә юҡ түгел.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ауылдарҙы үҫтереү, уларҙы күтәреү буйынса бер нисә тапҡыр сығыш яһағаны бар. Тимәк, был мәсьәлә ил кимәлендә күтәрелеп, республика етәкселеге тарафынан хәл ителә икән, һәр беребеҙҙең кендек ҡаны тамған, ҡаланы ла, ауылды ла ашатҡан, беҙгә көс һәм рухи ҡеүәт биргән ауылдарыбыҙ сәскә атыр, ауыл хужалығы күтәрелер, агросәнәғәт комплексында эшкә килергә атлығып тороусы йәштәр булыр, тигән ышаныс бар. Әммә совет осоронан килгән “кадрҙар барыһын да хәл итә” тигән лозунгыны ла онотоп ҡуймайыҡ әле. Кем белә, бәлки тап биш-алты йылдан ауылдар ҡартайып, унда әлеге лә баяғы “Ауыл ипотекаһы” программаһы буйынса “сит бауырҙар” йорттар алып, дачалар ултыртып, ерҙәребеҙгә икенселәр хужа булып, урман-ҡырҙарыбыҙға инә алмай, еләк-емешен өҙөргә, күлдәрендәге балығын тота алмай ултырырға тура килмәһен. Шуға күрә бөгөндән үк ерҙең ысын хужалары булыр ир-азаматтарын ауыл иҡтисадын үҫтерергә, үҙ эшен асырға, үҙ ерендә үҙен ысын хужа итеп тойор өсөн ауылдарға эшкә саҡырыу—заман талабы ғына түгел, ата-бабаларҙың да иңрәүе, уларҙың үтенесе тип ҡабул итергә кәрәк. Был йәһәттән дәүләт, власть органдары, ауыл халҡы үҙ тауышын биргән депутаттар ҙа үҙ тауышын ишеттерер, үҙ фекерен әйтер, тигән ышаныста ҡалайыҡ. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла был тема буйынса фекер алышырға саҡырабыҙ.