Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Декабрь 2020, 11:50

ОПТАНАЙ КҮЛЕ ҠАЙҘА?

18 ноябрь көнө Басайҙан Иҫәнбәткә киткән юл ситенә юл күрһәткесе ҡуйыла. Ул был ерҙән 7 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Әптекәй күленә йүнәлеш бирә. Тик унда һис кенә лә Әптекәй тип тә, Аптекай тип тә яҙылмаған, ә “Оптанай”, “OPTANAY” тиелгән. Был төбәк халҡы Оптанай тигән күлде күргәне лә, ишеткәне лә юҡ. Ҡасан хасил булған һуң ул күл?

2020 йыл—Башҡорт теле йылы тамамланыуға бара. Кемдәрҙер йыл дауамында башҡарылған эштәрҙән ҡәнәғәт, кемдәрҙер ризаһыҙлыҡ белдерә, ә бәғзеләр бөтөнләй битарафлыҡ күрһәтә... Һуңғыларын, йәғни вайымһыҙҙарын, беҙ өнәмәйбеҙ. Бер нәмәгә лә битараф ҡалырға ярамай, айырыуса телебеҙгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә. Нәҡ улар милләтте милләт итеп тотоп, йәшәтеп килгән изге төшөнсәләр. Шөкөр, “Атайсал” гәзитен уҡыусылар араһында тел, милләт мәсьәләһенә битараф ҡарамаусылар байтаҡ ҡына. Улар беҙгә шылтырата, борсолоулы хәбәрҙәре менән уртаҡлаша, тәҡдимдәр яһай, кәңәштәр һорай.
Мәҫәлән, бер оло йәштәге ир уҙаманы: “Ниңә ауыл исемдәрен боҙоп тәржемә итәләр? Башҡорт теле йылында уларҙы дөрөҫләп булмаҫмы икән?”—тип һораны. Ысынлап та, ҡайҙа ҡарама “-ево, -ово” ялғауы ҡушып бөткәндәр. Әйтерһең дә, шул ялғау ҡушылмаһа, рустар уны әйтә алмай. Мәҫәлән, Буранбай, Күсей, Ғүмәр. Ауылдарға ғәҙәттә ошондай исем йөрөткән кеше исемдәренән бирәләр. Ниңә кеше исеме руссаға тәржемә иткәндә Буранбаево, Кусеево, Гумерово булып китергә тейеш әле ул? Ярай, уларына ялғау өҫтәгәндәр. Ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй үк үҙгәреп китә. Мәҫәлән, Ҡуянтау – Куянтаево. “Тау” ниңәлер “тай”ға әйләнгән. Сыңғыҙ нишләптер Сынгыз тип кенә әйтелмәй, Чингизово булып китә. Әйтерһең дә, урыҫтарҙа “с”, “ы” хәрефтәре юҡ.
Әлбиттә, был мәсьәләне быға тиклем дә күтәрҙеләр. Әммә документтарға, дәүләт картаһына ҡасандыр ошондай исем менән ингән атамаларҙы үҙгәртеү мөмкин түгел икән. Үҙгәрткән хәлдә лә ул бик күп ваҡытты ала һәм ҙур сығымдар, ентекле тикшереүҙәр талап итә, күрәһең.
Яңыраҡ йәнә бер уҡыусыбыҙ шылтыратты. Ул да ошо мәсьәләне күтәрҙе һәм ноябрь айында ғына Баймаҡ районы Иҫәнбәт, Күсей, Әхмәр, Басай ауылдары яғында ҡуйылған алтаҡталар, юл күрһәткестәре менән риза булмауын белдерҙе.
18 ноябрь көнө Басайҙан Иҫәнбәткә киткән юл ситенә юл күрһәткесе ҡуйыла. Ул был ерҙән 7 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Әптекәй күленә йүнәлеш бирә. Тик унда һис кенә лә Әптекәй тип тә, Аптекай тип тә яҙылмаған, ә “Оптанай”, “OPTANAY” тиелгән. Был төбәк халҡы Оптанай тигән күлде күргәне лә, ишеткәне лә юҡ. Ҡасан хасил булған һуң ул күл? Аңлашылмай.
Басай ауылының “Бәйләнештә” төркөмөндә был темаға ҡыҙыу бәхәс ҡупҡан. Барыһы ла оло ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Алып ырғытырға тәҡдим итеүселәр ҙә юҡ түгел. Алып ырғытыу тигәндәй...Ошондай уҡ аҡ-көрән төҫтәр ҡулланылып эшләнгән юл күрһәткесе Сибай-Баймаҡ юлында Манһыр ауылына илткән юлға ла ҡуйылған ине. Ул Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән һәм ерләнгән төбәктең ҡайҙалығын күрһәтеп тора ине. Был яҙыу шунда уҡ кемдер тарафынан алып ташланды. Был аңлашыла ла. Сөнки изге әүлиәбеҙ рухын ҡаҡшатыусылар, уның ҡәберлеген тапаусылар, емереүселәр күбәйеп китте. Күрәһең, кемдер был изге урындың барыһына ла билдәле булыуын теләмәгән.
Әлбиттә, беҙ яңылыш, хаталы яҙылған, оҡшамаған юл күрһәткестәрен емерергә саҡырмайбыҙ. Әлеге юл күрһәткестәрен эшләүселәр һәм халыҡ араһында бәйләнеш булырға тейеш тигән фекерҙәбеҙ. Быуындан-быуынға күсеп килгән, тарих һөйләгән, легендаларҙа, риүәйәттәрҙә бәйән ителгән ер-һыу атамаһы боҙоп күрһәтелергә тейеш түгел! Был—бер. Икенсенән, аҫаба халыҡ, башҡорттар йәшәгән ерҙә алтаҡталарҙы русса, инглизсә биреү ҙә хата. Унда мотлаҡ башҡортса вариант булырға һәм ул урындағы халыҡ теле, дәүләт теле булараҡ иң беренсе яҙылырға тейеш!
Әйткәндәй, әлеге юл күрһәткестәре Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты тарфынан ҡуйыла. Аҡ-көрән төҫтәр ҡулланылған туристик навигация билдәләре Өфөләге “Ремстройдормаш” заводында етештерелә.