Бөтә яңылыҡтар
Фекер
17 Ноябрь 2020, 12:30

РУС ТҮГЕЛМЕН, ЛӘКИН...

Бер мәл урыҫ бүлеге ҡыҙҙары миңә килә башланы: урыҫ теленән, иҫке славян теленән ярҙам һорайҙар. Ярҙам итәм, мәгәр эстән: әәәә, мәрйә, үҙ телеңдән ярҙамды төпкөл башҡорт мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙан һорайһың әле, тип уйлап ултырам.

Институтты бөтөп, эшләй башлағанда рус теленә башҡорт теле аша өйрәтә инек. Мәҫәлән, наречие- рәүеш, словосочетание- һүҙбәйләнеш, тип. Хәҙер киреһенсә икән, балалар бөтөн нәмәне лә русса нисек, тип һорайҙар. Русса фекерләй икән уҡыусыларҙың күбеһе. Бәләкәй кластарҙа башҡортса бөтөнләй аңламаған балалар бар.
Бер мәл ата-әсәләр: "Беҙ русса белмәй, ыҙаланыҡ, балам йонсомаһын",- ти инеләр. Хәҙер руссаға тиҙ өйрәнәләр, ата-әсә теләһә лә, башҡортса һөйләтеп булмай, тиҙәр.
Шул русса белмәй ыҙаланыҡ, тигәндәрен аңларға ла була кеүек. Шулай ҙа...
... Өфөлә БДПИның урыҫ- башҡорт бүлегенә инеп уҡый башлағанда бүлмәлә 4 ҡыҙ йәшәнек. Барыбыҙ ҙа ауылда башҡорт мәктәбен тамамлап килгән ҡыҙҙарбыҙ. Уҡый башланыҡ.
Рус бүлегенең ҡыҙҙары беҙгә инеп сыға ла: "Һеҙ русса ҡалай ҡыҙыҡ һөйләшәһегеҙ ул, китапса",- тип сығалар. "Рус теленә Пушкин, Тургенев әҫәрҙәре аша өйрәнгәс, шулай була инде,"- тибеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең тел шулай булып ҡалды ла. Русса ирешергә тәки өйрәнә алманым.
Бөрйәндең иң төпкөл ауылында тик башҡортса ғына уҡып килгән Гөлшаттың рус әҙәбиәтен иҫ киткес тәрән белеүенә һоҡлана торғайныҡ.
Зөлфиә урыҫ теленән бер хатаһыҙ яҙҙы. Мәүлиҙә лә был фәндәрҙән күберәк “5” алды. Улар ҙа башҡорт мәктәбен бөтөп килгән ҡыҙҙар ине.
Был ғәҙәти хәл тип ҡараныҡ хатта. Бер мәл урыҫ бүлеге ҡыҙҙары миңә килә башланы: урыҫ теленән, иҫке славян теленән ярҙам һорайҙар. Ярҙам итәм, мәгәр эстән: әәәә, мәрйә, үҙ телеңдән ярҙамды төпкөл башҡорт мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙан һорайһың әле, тип уйлап ултырам.
Шулай, башҡорт мәктәбен бөтһәк тә, бирешмәнек, үҙебеҙҙе кәм тойманыҡ. Төркөмдәге башҡа ҡыҙҙар тураһында ла ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтергә була.
Әйткәндәй, факультетта рус теле буйынса "Иң грамоталы студент" конкурсында һәр ваҡыт мин еңеүсе булдым. Йыл һайын. Урыҫтарҙы ла алдыма сығарманым. Бөтә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында ла призлы урындар алдым. Дилә һеңлем институтҡа математиканы башҡортса уҡып барһа ла, ул фәнде урыҫ телендә өйрәнгәндәр Диләнән консультация һорап, эйәреп йөрөнөләр.
Быны маҡтаныр өсөн әйтмәйем. Башҡорт теле беҙгә бер ҙә ҡамасау булманы. Миҫалдарҙы тағы ла килтерә алам. Быныһы ла етеп торор әлегә. Әлбиттә, бында совет мәктәбе тураһында ла әйтергә кәрәк. Ләкин уны емереп, урынына йүнле -башлы система тәҡдим итә алманылар, киреһенсә, деградация кимәленә яҡынлашҡан һымаҡ тойола ул әле беҙгә, ҡарт кадрҙарға. Хәҙерге балалар русса белә, тип маҡтанырлыҡ түгел, икмәк- тоҙлоҡ ҡына белә, шулай уҡ урыҫ балалары ла шул кимәлдә. 200-300 урыҫ һүҙе, тағы ла инглиздән ингән, боҙоп әйтелгән һүҙҙәр, ҡалғанын үҙегеҙ беләһегеҙ.
Туған телебеҙҙең хәле бик киҫкен, ул көндән-көн шәберәк юғала бара, шуныһы ауыр. Әлбиттә, башҡорт теле башҡорт ҡаны кеүек көслө, тамырҙары ҡеүәтле, юҡҡа сыҡмаҫ, әммә хәле мөшкөл. Башҡорт теле йылы артыҡ һөҙөмтә бирмәне, уныһын да танырға кәрәк. Саралар булды, һөйбәттәре лә булды, әммә ҙур һынылыш булды, тип әйтеп булмай.Бынау афәте лә ҡамасауланы, уныһы ла бар. Һәр нәмәнең һәйбәт яғын күрә белергә кәрәк, әһәмиәтен аңлайым. Ғәмле кешеләр үҙҙәренсә бәләкәй аҙымдар менән ҙур эштәр башҡара, әлбиттә, ләкин был ғына етмәй. Күберәк үҙ ҡаҙанында ҡайнау килеп сыға, ҙур аудитория был эштәрҙе күрмәй, белмәй ҡала. Тимәк, республикала эште бөтөнләй башҡа йүнәлештә, кимәлдә һәм күләмдә башларға кәрәк. Былай бармай.
Ләлә Рафиҡова.