Яңыраҡ пилорама тотҡан бер ир уҙаманы менән һөйләшергә тура килде. Ул: “Бында сит ауылдарҙан егеттәр эшләй”, - ти. Ғәжәпләнеп: “Үҙегеҙҙең ауылда эш эҙләгәндәр юҡмы ни?” – тип һорайым. “Бар. Эшһеҙҙәр тулып йөрөй. Әммә килмәйҙәр эшкә”, - тип яуапланы.
Ҡыҙыҡ. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл. Түләмәй, шуға килмәйҙәр тиер инең, түләмәгән ергә ситтән дә килмәҫтәр ине. Башҡалар бит килә, эшләй һәм ҡәнәғәт. Улар әле генә лә килмәгән, бында өсөнсө йыл тирәһе эшләйҙәр.
Икенсеһе: йыл да ауылдарҙа көтөүсе таба алмайҙар. Йәнә ауыл тулы эшһеҙ ир, әммә көтөүсе юҡ. Аңлайым: көтөүсе эше бик ауыр. Бәлки, шуға ла килмәйҙәрҙер, елкә кәрәк бит. Ә, бәлки, ауыл халҡы ваҡытында көтөү өсөн аҡсаһын түләмәйҙер...Әллә ошо сәбәпсеме? Аңлашылмай.
Эйе, “ПМК”-ла рәхәтерәк шул. Уныһы нимәме? Улар бит үҙҙәре лә шаяртып шулай ти: ПМК-ла эшләйбеҙ! Уныһы иһә оҙонайтып әйткәндә “Пока мама кормит” була икән.
Ниңә ҡайһы бер ирҙәр эшләргә теләмәй? Сәбәбе ниҙә? Кем нисек уйлай?
Ошо теманы дауам итеп, милли ризыҡ менән баш ҡалабыҙ Өфөлә һатыу итеүсе, яңғыҙы ике ул үҫтереүсе йәш ҡатын, йәш эшҡыуар Эльвира Солтанғолованың фекерен бирәбеҙ:
--Сауҙа мине күптәр менән таныштырҙы. Яныма ҡымыҙ, буҙа һорап килеүселәр булған кеүек, аҡса һорап килеүселәр ҙә бар... Һәм улар ир-егеттәр... Тәүгеләре һоҡланыу уятһа, икенселәре эсте бошора. Тормошта төрлө хәлдәр була. Аҡса биреп торорға ла булыр ине. Тик улар ғаиләһеҙ, ә мин ике балалы яңғыҙ ҡатын. Кем кемгә ярҙам итергә тейеш әле бында тип көйөп китәм...
Аңлайым. Эшһеҙлек. Ярты Башҡортостан Себерҙә йөрөй. Әммә йыраҡҡа барырға теләге булмаусылар өсөн бында ла берәй әмәл табырға була. Тик ялҡаулыҡты еңергә, эштән ҡурҡмаҫҡа, башты эшләтергә кәрәк! Эйе, һәр кем үҙ эшен асып бөтә алмай. Әммә башҡа ерҙә лә эш бар. Ауылдарҙа фермерҙар эшсе таба алмай, пилорама тотоусылар ҙа: “Ирҙәр эшһеҙ ятһа ята, әммә пилорамаға килмәй”, - тип һуҡрана. Ҡалаларҙа сауҙа йорттарына грузчиктар йыш ҡына талап ителә. Әгәр Себерҙәге 80-90-100 меңлек эшкә барғың килмәй икән, урындағы 10-15 меңгә риза булаһың инде. Бик булмаһа 2 эштә эшләргә мөмкин. Йә булмаһа селек бәйләп һат, ололарҙың утынын яр, бесәнен сап...һәм башҡалар...Ике аяғың, ҡулдарың бар бит! Хеҙмәт һөйгән, эштән ҡурҡмаған кеше һәр саҡ матур йәшәй!
Иманым камил: бәғзеләрҙең аҡсаһы булһа ла буҙа алмай, һыра алыр ине, шулай бит? Ата-әсәһенең пенсияһын эсеп йөрөүселәр ҙә бар бит. Спортты түгел, спиртты һайлағанға ла йә эше юҡ, йә өйө, йә ғаиләһе, йә аҡсаһы тигәндәй..
Ә ҺЕҘ НИНДӘЙ ФЕКЕРҘӘ, ДУҪТАР?