“Хәҙерге заман балалары бөтөнләй уйнай белмәй, аңдары төрлө гаджеттар менән томаланған,” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, ниндәй йәштә булыуҙарына ҡарамаҫан, улар интернет уйындарына тиҙ төшөнә, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ төрлө блогерҙар менән аралаша, улар күрһәткән продукцияны ҡуллана. Был турала күп һөйләргә мөмкин. Тик ана шул уйындарҙы уйнарға этәргән, интернет селтәрендә аралашыуға сик ҡуймаған, эш тығыҙ булыуға һылтанып, балаларҙың урамда нимә эшләгәнен белмәгән беҙ—ата-әсәләр ғәйепле түгелме һуң?
Ни тиһәң дә миҙал ике яҡлы бит әле.
Хөрмәтле ата-әсәләр, балаларҙы үҙ ҡулдарыбыҙ менән ярҙан этмәйек, киреһенсә, улар менән берҙәм булып, фекерҙәрен тыңлап, тормошта дөрөҫ юл һайлауҙа ярҙам итәйек!