Бер инәй әйтә торғайны: “Ахырызаман етһә, аҙым һайын магазин булыр”, -тип. Ысынлап та, ҡалала метр һайын магазин шул. Хатта берәй төҙөлөш башланһа, бында нимә сафҡа инер икән тип уйларға ла кәрәкмәй, ул мотлаҡ берәй супермаркет була ла ҡуя инде...Уларҙа йәнең теләгән бөтә нәмә лә бар. Ите лә, йомортҡаһы ла, ҡатығы ла, ярмаһы ла... Ә уларҙың сифаты бармы һуң? Һуңғы арала беҙҙең мосолман халҡы, ул-был нәмәнән хафаланып, “Хәләл” тип яҙылғанына өҫтөнлөк биргән була...Йәнәһе лә бындай аҙыҡ-түлек таҙа ерҙә сифатлы итеп етештерелгән... Эйй, хәҙер бит бөтә нәмәне лә һатып алырға, килешергә була, таныш-тоношоң ғына булһын. Әлбиттә, бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалмайым, намыҫ менән эшләүселәр ҙә барҙыр. Мин үҙем дә ошоға әле булһа ла өмөтләнәм һәм мөмкин тиклем “хәләл”дәрҙе алырға тырышам...
Әлеге генә Сибай ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл исемле ханым шылтыратты.
--Ҡалала билдәле булған супермаркеттан хәләл тауыҡ алғайным. Туңдырылмаған, ә һыуытылғанын (охлажденный). Тураҡлап йыуып һалдым. Шул саҡ аҡ оҙонса нәмәлер күренгәндәй булды. Иғтибар итеп торманым. Бәләкәй балам менән булып, бер аҙҙан кире тауыҡ янына килһәм, теге аҡ нәмәләр йыбырлашып китеп бара. Ҡорттар! Уф, ерәнеүемде...Башҡаса бер ҡасан да магазиндан тауыҡ алмаясаҡмын, хәләл булғанын да,--тип көйәләнде ул.
--Йә, фотоһын ебәр әле миңә, --тинем.
--Итте ҡорто менән бергә төшөрмәгәнмен, айырым төшөргәйнем былай...Шуны ебәрәйем.
--Ә тауыҡ менән ҡортто бергә һал да кире магазинға бар. Роспотребнадзорға ла барырға онотма,--тип кәңәш бирҙем.
Әлеге фотола нәҡ хәләл тауыҡтан сыҡҡан ҡорт. Бәлки, тауыҡты хәләл ем ашатып үҫтергәндәрҙер, хәләл генә итеп, бисмиллалап салғандарҙыр—быныһы беҙгә ҡараңғы. Хәйер, бында сәбәп хәләллектә түгелдер... Дөрөҫ һаҡланмағандыр, ҡулланыу ваҡыты ла үткәндер тип уйлайым. Ә һеҙ ниндәй фекерҙә? Ошондай хәлдәргә тарығанығыҙ бармы?
Ҡорт фотоһы ҡулланыусынан.