Бөтә яңылыҡтар
Фекер
25 Сентябрь 2020, 14:45

БАЛАЛАРЫН ЯҢҒЫҘ ҮҪТЕРГӘН АТАЙҘАР АСЫШМЫ ?!

Ҡасан беҙ ирҙәрҙе йәлләүҙән туҡтайбыҙ, шунда ирҙәр беҙҙе йәлләй башлаясаҡ. "Балаларҙы минһеҙ нисер ҡарар, кеше итә алырмы?!" тигән һорауҙар уларҙы ла борсорға тейеш бит. Асылда, ҡатын-ҡыҙ үҙе бала кеүек - яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж. Ир-ат беҙҙе йәлләһен, яҡлаһын өсөн малай саҡтарынан яҡындарына ҡарата яуаплылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙы хәстәрләү, ауырлыҡтан һаҡлау тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк. Юҡһа, беҙ ир ҡорона еткән уҙамандарға ла әсәйҙәрсә мөнәсәбәт күрһәтәбеҙ. Һәм был ҡылыҡ әсәйҙәргә генә түгел, ғөмүмән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла.

БАЛАЛАРЫН ЯҢҒЫҘ ҮҪТЕРГӘН АТАЙҘАР АСЫШМЫ ?!

Яңыраҡ "Юлдаш" радиоһында ошо тема күтәрелде. Ғәҙәттә мин, шул ойошмала эшләгән кеше булараҡ, эфирҙарҙа ҡатнашмаҫҡа тырышам. Был юлы түҙмәнем, шылтыраттым...

Ысынлап, ирҙәрҙең яңғыҙы бала тәрбиәләүен ҡаһарманлыҡ күрәбеҙ. "Маладис! Герой! Бирешмәй!" тибеҙ. Шул уҡ ваҡытта миллиардтарса ҡатын-ҡыҙ балаларын яңғыҙы үҫтерә, торлаҡ ала, эшкә саба һәм был - нормаль күренеш. Быға шул тиклем ғәҙәтләнгәнбеҙ, хатта иғтибар ҙа итмәйбеҙ... Үҙе атай, үҙе әсәй, үҙе ир, үҙе бисә булған ҡатын - норма, ә шундай уҡ ир - асыш.

Юҡ, яңғыҙы бала ҡараған ирҙәр ҙә аптаратмаҫҡа тейеш, тимәйем. Улар икеһе лә нормаль күренеш түгел. Һәр кем үҙ урынында булһа яҡшы: ир - мал табыусы, ҡатын - бала бағыусы. Әммә ошо төшөнсәне туп-тура ҡабул итеүебеҙ, йәғни балаларҙы бары тик ҡатын-ҡыҙ ғына ҡарарға бурыслы, ирҙең унда бер ҡыҫылышы ла юҡ тигән мәғәнәлә аңлауыбыҙ аңыбыҙға шул ҡәҙәр һеңгән, хатта бер яҡлы ғына фекер булып мейеләребеҙҙе сикләгән. Ни өсөн ир-егеттең бала ҡарауы ғәжәп хәл дә, ҡатын-ҡыҙҙың аҡса табыуы, хатта бер нисә эштә эшләүе асыш түгел? Теге төшөнсә буйынса туп-тура уйлаһаҡ, малды бит ир-егет кенә табырға бурыслы, ҡатын-ҡыҙҙың унда бер ҡыҫылышы ла юҡ!? Ә беҙ өйҙә генә ултырған хужабикәләрҙе хатта ғәйепләүгә үк барып етәбеҙ: ялҡау, оялмайса иренән көтөп ята! Асылда, ул бит үҙ бурысын дөрөҫ атҡара.

Юҡ, яңғыҙы бала ҡараған ирҙәрҙе әрләмәйем дә мин. Был күренешкә аптырап ҡараған йәмғиәт өсөн хатта ҡыуанам да! Сөнки ошо хәл дә нормаға әйләнһә, донъя күсәре әйләнеүҙән туҡтаясаҡ. Балалар - атай менән әсәйҙең тигеҙ бурысы, яуаплылыҡ һәр икебеҙгә тиң һалынған. Шуға күрә атайҙарҙың бала тәрбиәләшеүенә аптырап ҡарарға ярамай.

Тапшырыуҙа ҡатнашыусы һәммәһе лә бала ҡараған ирҙәрҙе маҡтаны, данланы, иланы, йәлләне. Эйе, йәлләне! Сөнки ҡаһарманлыҡ һанауҙың нигеҙендә тап ана шул йәлләү ята. Ирҙәрҙе йүнһеҙ күреү, әпәүләү, бала итеү. "Йә инде, нисек кенә ҡарайҙыр?! Бахырҡай, бирешмәй әле ул!.." Шулаймы?! Ә ат урынына көнө-төнө аҡса эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы йәлләү юҡ. Киреһенсә, ул шәп, елле, эшлекле!

Ҡасан беҙ ирҙәрҙе йәлләүҙән туҡтайбыҙ, шунда ирҙәр беҙҙе йәлләй башлаясаҡ. "Балаларҙы минһеҙ нисер ҡарар, кеше итә алырмы?!" тигән һорауҙар уларҙы ла борсорға тейеш бит. Асылда, ҡатын-ҡыҙ үҙе бала кеүек - яҡлауға һәм ярҙамға мохтаж. Ир-ат беҙҙе йәлләһен, яҡлаһын өсөн малай саҡтарынан яҡындарына ҡарата яуаплылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙы хәстәрләү, ауырлыҡтан һаҡлау тойғоһо тәрбиәләргә кәрәк. Юҡһа, беҙ ир ҡорона еткән уҙамандарға ла әсәйҙәрсә мөнәсәбәт күрһәтәбеҙ. Һәм был ҡылыҡ әсәйҙәргә генә түгел, ғөмүмән ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла.

Алып барыусы "Ҡатын-ҡыҙға әсәлек инстинкты бала саҡтан уҡ һалына, шуға улар яуаплыраҡ" тигән фекер белдерҙе. Юҡ, сәбәп эҙләмәйек. Ир балаға ла атайлыҡ инстинкты тәбиғәттән һалына ул. Тик тәбиғәттең ҡағиҙәләре генә ябай: атайҙан күргән - уҡ юнған, әсәйҙән күргән - тун бескән, йәғни үҫкәнендә ни күрһә, осҡанында шул була. Беҙ үҙебеҙ генә ошо ҡағиҙәләрҙе, тормошто ҡатмарландырабыҙ...
Светлана Сөләймәнова.

Фото интернеттан.